Бөтә яңылыҡтар

Китапханасы булыуы осраҡлы түгел!

13 балалы ҙур ғаиләлә бала саҡтан гәзит-журнал уҡып үҫә

Китапханасы булыуы осраҡлы түгел!
Китапханасы булыуы осраҡлы түгел!

 

Ғафури районынан  Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы Заһиҙуллина – 1990 йылдан алып китапхана өлкәһендә хеҙмәт итә. Өфөлә китапхана техникумын тамамлағандан һуң йүнәлтмә менән Ҡарағай ауылында китапханасы булып башлап ебәрә ул үҙенең хеҙмәт юлын. Район үҙәге Красноусолға күсенгәс, яуаплыраҡ  бурыстар йөкмәтелә.  2014 йылға тиклем район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире булып эшләй. Әлеге көндә әҙәбиәтте комплектлау һәм эшкәртеү бүлегенә етәкселек итә. Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙының дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан артып китә. 

  • Китап, гәзит-журнал уҡырға яратҡан 13 балалы ҙур ғаиләлә 12-сеһе булып тыуып-үҫтем мин. Ата-әсәйем күпләп гәзит-журнал алдырҙы. Шуға бала саҡтан һалынғандыр инде уҡыуға ҡыҙыҡһыныу. Эшем бик ныҡ оҡшай. Үҙемде башҡа бер һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтермәйем, - ти әңгәмәсем.

“Бик һәләтле, эшкә дәртле, үҙ эшенең оҫтаһы ул Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы”, -тип хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итеп тора. Үҙе лә коллективынан уңыуын йәшермәй. Оҙаҡ йылдар, тырыш хеҙмәте өсөн уҙған йылда уға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы тапшырылған.

Фото: Гөлфиә Заһиҙуллина архивынан.

Китапханасы булыуы осраҡлы түгел!
Китапханасы булыуы осраҡлы түгел!
Китапханасы булыуы осраҡлы түгел!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: