Гөлфиә Мәғсүмйән ҡыҙы Сабирова Асҡын районында тыуып үҫкән һәм ғүмер буйы тыуған еренә хеҙмәт итә. Өфө китапхана техникумын тамамлағандан һуң, уның хеҙмәт юлы ошо һөнәр менән бәйле. Ситтән тороп юғары белем алырға ла өлгөрә.
Хеҙмәт стажы хәҙер 38 йылдан артып китә. 2011 йылдан Ҡашҡа ауылының модель китапханаһының баш китапханасыһы. Һөнәр оҫталығын дәлилләгән уңыштары ла тос – 2002 йылда Асҡын районында “Иң яҡшы китапханасы” конкурсы еңеүсеһе исемен яулай. Шул уҡ йылда Яңауыл ҡалаһында “2002 йылдың иң яҡшы китапханасыһы” республика зона конкурсында “Мисс ҡыйыулыҡ” номинацияһы дипломанты була. Ә 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Ҡашҡа ауыл китапханаһы районда иң яҡшы китапхана исеменә лайыҡ була.
Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстарында, акцияларында ла әүҙем ҡатнаша ул. “Минең шәжәрәм”, “Өләсәйем һандығы” кеүек йолаларҙы, тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге сараларҙы ла даими ойоштороп тора. Хеҙмәткә намыҫлы ҡарашы өсөн Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, ауыл Советының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы булараҡ, ауылдың йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Халыҡ иҫәбен алыуҙа булһынмы, һайлау компанияһында ла эштең уртаһында ҡайнай. “Эште еренә еткереп башҡара белгән, яуаплы хеҙмәткәр”, - ти уның тураһында коллегалары.
Ғаиләһендә лә бәхетле, тормош иптәше менән 38 йыл бергә ғүмер итеп, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн өс ейәндәренең шатлығын татып йәшәйҙәр.
- Ғаиләм, балаларым менән ғорурланам. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, - ти Асҡын районы китапханасыһы.
Фото: Гөлфиә Сабирова архивынан.