Архангел районының Тәүәкәс ауылы китапханасыһы Гөлнара Сәғит ҡыҙы Ташбулатова был һөнәргә бәләкәй сағынан уҡ ғашиҡ булыуын белдерҙе. Әле икенсе районда йәшәгән сағында ҡара сәсле, йөҙгә һылыу, һәр ваҡыт бөхтә, матур итеп кейенеп йөрөгән китапханасы апай уның күңеленә инеп ҡала. Был һөнәргә һөйөү шул саҡтан бөрөләнә. Мәктәпте тамамлағас, пионервожатый булып эшләгән осоронда ла йыш ҡына китапханасыға ярҙам итеп йөрөп, ошо эшкә ылығып китә. 2004 йылда Өфөлә Китапхана техникумын тамамлағандан һуң, Тәүәкәс ауылы килене китапханала хеҙмәт итә башлай.
- Мәктәп менән китапхана бер бинала урынлашҡас, бынанбалалар өҙөлмәй. Тәнәфес булыу менән йүгерешеп килеп инәләр. Мин уларға китаптар ғына түгел, ҡыҙыҡлы башватҡыстар, ребустар ҙа әҙерләп ҡуям. Төрлө ҡул эштәренә лә өйрәнәбеҙ, һис буш ваҡытыбыҙ юҡ. Ғөмүмән, ауылдағы төрлө сараларҙы мәктәп, клуб, ағинәйҙәр менән берлектә алып барабыҙ, - ти Гөлнара Сәғит ҡыҙы.
Ауылдың йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәгән китапханасы төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә. Мәҫәлән, “Алтын тирмә” телевизион конкурсынан бик матур тәьҫораттар алып ҡайтҡан. “Тамыр” студияһы менән дә бәйләнештә эшләй, район гәзитендә лә ауылдағы сараларҙы яҡтыртып бара.
Хеҙмәтенә юғары баһа биргән төрлө кимәлдәге Почет грамоталары ла ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. Улар араһында Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрығының Рәхмәт хаты һәм башҡа бик күп хеҙмәт наградалары.
- Эшемдәге ҙур терәгем – ғаиләм. Ирем, ҡыҙым – миңә һәр ваҡыт таяныс. Ҡәйнәмә ҙур рәхмәт. Ул ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе булғас, күп сараларҙы бергәләп уҙғарабыҙ, уның кәңәштәренә таянам. Ҡәйнәм - ҡул эштәре оҫтаһы, уға ҡарап мин дә күп нимәгә өйрәндем, – тине донъяһының бар яҡлап та түңәрәк булыуына һөйөнөп Гөлнара Сәғит ҡыҙы.
Фото: Гөлнара Ташбулатованың шәхси архивынан.