Бөтә яңылыҡтар

“Эй, ҡоҙа-ҡоҙасалар, шулай күңел асалар!”

Иҫке сибайҙар матур донъя көтә.

Баймаҡ районының иң ҙур һәм тарихи башҡорт ауылдарының береһе – Иҫке Сибай, быйыл район буйынса “Сәләмәт ауыл” конкурсында еңеү яулап, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына лайыҡ булды.

Ауыл халҡы ҡатнашлығында айыҡ­лыҡты һәм сәләмәт йәшәүҙе пропа­ган­далаған төрлө саралар даими үткәрелә, республика күләмендә “Тай-тулаҡ” бәйгеһе юғары кимәлдә ойошторолдо.

 

Барыһы ла таң ҡалды

 

Ошо көндәрҙә ауыл халҡы, йәнә бер сара үткәреп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Халҡы­быҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын, онотола барған башҡорт туй йолаларының бар үҙенсәлектәрен үҙ эсенә алған “Эй, ҡо­ҙа­-ҡоҙасалар, һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай... Айыҡ күңел асалар!” тигән бик шәп сара үткәрелде. Унда Өфө ҡалаһынан “төп ҡоҙа” – республика Башлығының кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәми­тов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынба­ҫары Айнур Кәримов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, “Айыҡ” һәм “Сәләмәт ауыл” бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеү яулаған Сәйғәфәр, Муллаҡай һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарынан саҡырылған делегаттар ҡатнашты.

Ауыл менән яҡындан таныштырыу маҡса­тында ҡунаҡтар өсөн бер нисә майҙансыҡ булдырыла. Әйткәндәй, Иҫке Сибай ауылында биш меңдән ашыу кеше йәшәй. Ауыл хакимиәтенә Калинин һәм Дәүләт (Һеңрән) ауылдары инә. Ауыл Сибайға яҡын урынлашҡан, шунлыҡтан халҡының күбеһе ҡалаға йөрөп эшләй.

400 йылдан ашыу бай тарихы булған ауыл­да Әһлей Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе, “Сулпылар” балалар баҡсаһы, дауахана, Һаҡлыҡ банкы, почта бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, ике ҡаҙанлыҡ, Иман йорто, “Урал аръяғы” МТС-ының төп бүлексәһе урын­лашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман бул­һа мәктәп төҙөлөшө тамамланмаған, уҡыу­сылар бер нисә автобус менән Сибай ҡалаһының 14-се мәктәбенә йөрөп уҡырға мәжбүр.

Иҫке Сибай ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев етәкселегендәге делегация мәртәбәле ҡунаҡтарҙы һәм ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы Ҡарағайлы йылғаһы янындағы күперҙә үк ҡаршы алды. Артабан ҡунаҡтар ауыл янындағы “Ҡоролтай аллеяһы”нда ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

“Фатиха”нан фатиха алып...

 

Сараның изге Рамаҙан айында үтеүе лә юҡҡа булманы. Ҡоҙа-ҡоҙалар, ауылдың мәсетенә барып, изге эштәренә фатиха алды, уның эше менән яҡындан танышты. Мәсет­тең имам-хатибы Рәсүл Мәмбәтназаров әйтеүенсә, ауыл халҡы Аллаһ йортона күпләп йөрөй, йәштәрҙең дә булыуы һөйөндөрә. Бында сабыйға исем ҡушыу, йәштәргә никах уҡытыу, йома намаҙҙарын, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрен үткәреү матур йолаға әүерелгән. Рамаҙан айында көн һайын тиерлек мәсеттә ифтар табыны ойошторолған, Ураҙа ғәйетендә лә халыҡ күп булған.

– Ауылдаштарымдың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуҙарын бик ҡыуанып ҡаршы алдыҡ. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуы, иманға килеүе, айыҡлыҡты үҙ итеүе шатландыра. Мәсеткә йәштәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла йөрөй. Уларға дин һабаҡта­рынан, ғәрәп теленән дәрестәр бирәбеҙ. Иншалла, ауыл халҡының уртаҡ көсө менән башлаған изге эштәренә һәр саҡ фатиха биреп, сүрәләр уҡып, ғәмәлдәренең уң булыуҙарын теләп ҡалабыҙ, – ти ауылдың имам-хатибы ла.

 

Бай тарихлы халыҡ йәшәй бында

 

Иҫке Сибай ауылы халҡы Бөрйән ыры­уы­ның Атайсал араһынан сыҡҡан. Ҡарттар һөйләп ҡалдырыуынса, Атайсалдың нәҫелдә­ре, баярҙар ҡыҫымына түҙә алмай, бынан 250 – 300 йыл элек, азатлыҡ эҙләп, хәҙерге Күгәрсен районының Ташлы йылғаһы буйындағы Санъяп ауылынан Ирәндек тауы­ның көнсығышына килеп, хәҙерге Эттотҡан ҡыҫығында төйәк ҡорған. Ырыу башлығы хөрмәтенә ауылға Атайсал тигән исем биргәндәр.

Күпмелер йәшәгәс, атайсалдар яңы урын­ға күсеп ултыра. Урынды Сибай Тәнәкәев ме­нән ауыл муллаһы Айсыуаҡ Мотаев һай­лай. Боролоп-боролоп аҡҡан, ярҙары ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, ерек-талдар менән ҡапланған Ҡарағайлы йылғаһының тау итәгенә терәлеп торған хозур туғайҙы үҙ итә улар.

Яңы ауылға Сибай Тәнәкәев хөрмәтенә Сибай исемен бирәләр, ә түбәһе ослайып, бо­лоттарға ашып торған тау Айсыуаҡ тауы тип йөрөтөлә башлай. Шулай итеп, ҡасандыр Атайсал булған ауыл артабан – Сибай, йылдар үтеү менән, үҙенән тағы ла бер Яңы Си­бай ауылын (бөгөнгө Сибай ҡалаһы) ха­сил итеп, Иҫке Сибай исеме менән тарихҡа инә.

Иҫке Сибай ауылынан биш кантон сыҡҡан. Был архив мәғлүмәттәре менән раҫлана. Дүртәүһе яуыз һәм ҡаты ҡуллы Аҡҡол Биктимеров нәҫеленән булһа, бишенсеһе – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәйәхмәт Сибаев. Йор һүҙле, шиғри күңелле кантонды халыҡ Сибай сәсән тип ололаған, һәм әле лә ул беҙҙең өсөн, тәү сиратта, сәсән булараҡ билдәле.

Йылдар түгел, быуаттар үтһә лә, сәсән Сибай кантондың тоҡомо бөтмәгән, Иҫке Сибайҙа әле булһа уның вариҫтары йәшәй. Уларҙың береһе – ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев. Әйткәндәй, ул да бик матур шиғырҙар яҙа.

 

“Һәр бала талантлы”

 

– шулай тип ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы Әһлей Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе коллективы. Иҫке Сибай ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе 1971 йылдан алып эшләй. 2001 йылда уға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әһлей Фазлый улы Сөләймәновтың исеме бирелә.

Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлбикә Исмәғилева әйтеүенсә, әле бында 140 бала белем ала, алты уҡытыусы эшләй. Уҡыусылар хореография, думбыра, гитара, баян, ҡурай, хор-вокал кластарында белемдәрен камиллаштыра. Рәзилә Ғәйетбаева етәкселегендәге “Атайсал” өлгөлө бейеү һәм Илдар Хәсәновтың ҡурайсылар ансамблдәре ауылда, районда үткән һәр сараның йәменә һәм биҙәгенә әйләнгән. Бында тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, приз­лы урындарға лайыҡ була, һәм күбеһе яҙмышын сәнғәт менән бәйләй.

– Талантһыҙ бала юҡ, уларҙың һәләтен ваҡытында күреп, үҫтереп ебәрергә генә кәрәк. Беҙҙә шөғөлләнгән һәр кем киләсәктә бейеүсе йә иһә йырсы булып та китмәҫ, әммә уларҙың сәнғәтте һәм мәҙәниәтте яратыуҙарына, матурлыҡты тоя белеүҙәренә иманым камил, – ти Гөлбикә Мирйән ҡыҙы.

 

“Сулпылар”ға – 40 йыл

 

Һәр ауылдың киләсәге – балалар. Әгәр ауылдарҙа балалар тауышы яңғырай, кескәйҙәр өсөн балалар баҡсалары эшләй икән, тимәк, был ауылдың киләсәге бар. Был йәһәттән Иҫке Сибай ауылына борсолорға урын юҡ: 140 урынлыҡ балалар баҡсаһына 157 ҡыҙ һәм малай йөрөй. Бөтәһе ете төркөм. 15 педагог кескәйҙәрҙең һаулығы һәм үҫеше һағында тора, шуларҙың туғыҙы – тәрбиәсе. Балалар баҡсаһында логопед, дефектолог, психолог, музыка етәксеһе һәм физкультура буйынса инструктор эшләй.

Балалар баҡсаһы етәксеһе Гөлшат Тулыбаева әйтеүенсә, ысын башҡорттоң – айыҡ булыуын бәләкәстән аңдарына һеңдереүҙе бурыс итеп алғандар һәм ошо йүнәлештә тәрбиә һәм белем биреү, баланы бар яҡлап үҫтереү өсөн маҡсатлы эш алып барыла.

 

“Ҡолаҡ тешләтеү” йәки “Һырға туйы”

 

Ауыл тормошо менән бер аҙ танышҡан ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы төп сара үтәсәк ауылдың Мәҙәниәт йортона алып килделәр. Уның алдында ветерандар советы һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай күргәҙмә ҡаршыланы, икенсе ҡатта иһә төрлө ижад майҙансыҡтары эшләне. Мәҫәлән, география уҡытыусыһы Мәлифә Сибаеваның “Аметист” төркөмө менән төрлө таштарҙан торған күргәҙмә барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Бында ниндәй генә аҫылташтар юҡ ине! Аяҡ аҫтында иғтибар итмәгән йәшмәнән алып затлы ташҡа әйләнгән аметист, гранат, рубин, ҡыҙыл аҡыҡ һәм ҡим­мәтле таштар күргәҙмәһе, ысынлап та, һәр кемде ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы.

– Үҙем таштар менән ныҡ ҡыҙыҡһынам, йортомда хатта музей ҙа төҙөнөм, – ти Мәлифә Шәйәхмәт ҡыҙы. – Ҡайһы бер таштарҙы һатып алырға ла тура килә, ҡайһыларын уҡыусылар менән үҙебеҙҙең төбәктән йыйҙыҡ. Мәктәптә “Аметист” география түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар республика олимпиадаларында сығыш яһай, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша.

Әгәр ошоға тиклем балаҫты ҡатын-ҡыҙҙар ғына һуға икән, тип уйлаусылар булһа, улар тәрән яңылыша. Беҙгә өҫтәл станогында балаҫ һуҡҡан Юлай Баязитов менән танышырға ла насип булды. Ул ҡатыны Ҡарасәс Нурислам ҡыҙы менән ауылдаштарына бик матур итеп “Айыҡ ауыл-2022” тип яҙып балаҫ һуғып биргән.

– Ошо шөғөлгә тотонғас, тәмәке тартыуҙы ташланым, ҡан баҫымым да күтәрелмәй хәҙер, хатта төндәрен дә ултырып эшләйем, – ти Юлай Фәсхетдин улы.

Ә бына ауыл ағинәйҙәре етәксеһе Илүзә Йосопова үҙенең уңған әхирәттәре – Ғилмиә Айытҡолова, Таңһылыу Байбулова, Миңлиә Ишмөхәмәтова һәм Мөслимә Ильтинина менән берлектә сарыҡ эшләүҙе тергеҙгән һәм аяҡтарына бик күркәм сарыҡтар эшләп алған.

Ҡунаҡтарға шулай уҡ Кирилл Сапожников­тың үҙенең тиңдәштәренә наркотик,тәмәке-араҡының зыяны тураһында мөкиббән бирелеп, һандар менән раҫлап лекция һөйләүе лә оҡшаны. Үҫеп килгән быуын араһында Кирилл кеүек егеттәрҙең күберәк булыуын теләйһе генә ҡала.

Ҡоҙа-ҡоҙасалар Гөлнара менән Фәйез Иҙрисовтарҙың ҡыҙҙары Йәнгүзәл менән Эльвира һәм Артур Хәмитовтарҙың улдары Айҙарҙың “Ҡолаҡ тешләтеү” йолаһына тамаша ҡылды. Уларға ауылдың “Шәфәҡ” ағинәйҙәр ҡоро ойошмаһы ағзалары ла ярҙам итте. Өс йәшлек Йәнгүзәл менән Айҙар үҙ ролдәрен бигерәк тә килештереп башҡарҙы. Кем белә, йоланы сәхнәләштереүҙә ҡатнаш­ҡан был балалар киләсәктә, бәлки, бер-береһенә ғашиҡ та булыр әле...

 

Артистарың ары торһон!

 

Артабан сарала ҡатнашыусыларға ауыл халҡы әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт тәҡдим ителде. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған тамашала ҡоҙалар ҙа, ҡоҙасалар ҙа рәхәтләнеп күңел асты, фекер алышты, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Сағыу тамаша ошо ауылда йәшәгән халыҡтың үҙ көсө менән әҙерләнгән. Сәхнәләге һәр сығыш юғары кимәлдә башҡарылды, көслө алҡыш­тар менән оҙатылды.

“Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһендә Гран-при яулаған “Яҙгөл” бейеү (етәксеһе – Алһыу Хафизова), “Атайсал” өлгөлө бейеү (Рәзилә Ғәйетбаева), “Йәсмин” көнсығыш бейеү, “Атайсал” фольклор (Миңнур Һунар­шина) ансамблдәренең сығыштары, Мөслимә Ильтинина, Фәнүзә Бүләкова, Нәйлә Рафи­ҡоваларҙың моңло тауышы һәр кемде әсир итте, һоҡландырҙы.

Ҡаланан биш саҡрым алыҫлыҡта урын­лашҡан, ҡасандыр Сибай ҡалаһының бар­лыҡҡа килеүенә үҙ өлөшөн индергән элекке Атайсал – Иҫке Сибай ауылы халҡының дәртле, сәмле, талантлы булыуына инандыҡ. Үҙ тамырҙарына тоғро ҡалып, атайсалын ташламай, матур донъя көтөп балалар үҫтереүҙәре һоҡландырҙы. Ауыл эргәһендәге яңы биҫтәнең хәҙер инде Алтын ҡасабаһына тоташыуы үҙе үк йәштәрҙең ауылда ҡалыуы хаҡында дәлилләй.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Иҫке Сибай халҡына оло еңеүҙәр, яңы үрҙәр теләйбеҙ.

 

Кәримә УСМАНОВА.

Баймаҡ районы.

Читайте нас: