Бөтә яңылыҡтар

“Музей эшмәкәрлеге йәнләнергә тейеш”

Йәш быуын вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындырыу зарур.

Иртәгә илебеҙҙә Музейҙар төнө билдәләнә. Ошо уңайҙан республикабыҙ тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған матди һәм рухи ҡомартҡыларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаған урын – Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаҡов менән әңгәмәләштек. Һөйләшеү башлыса эш үҙенсәлектәренә ҡағылды, заман талаптарына яраҡлашыу, яңы алымдар, көтөлгән ваҡиғалар тураһында булды.

 

– Рөстәм Әхмәт улы, был ва­зифаға тәғәйенләнеүегеҙгә әллә ни күп тә ваҡыт үтмәгән. Шулай ҙа барыбер һығымталар яһап өлгөргәнһегеҙҙер. Музейҙа эшегеҙҙе ниҙән башланығыҙ?

– Яуаплы вазифаға тәғәйен­ләнгән һәр кем эште йәнлән­дерергә, яңыртырға, үҙенсәлектәр өҫтәргә тырышалыр. Милли музейҙа ла башлыса менеджмент алмашынды, яңы кешеләр килде. Тәү сиратта музейҙы ул төрлө экспонаттар күрһәтеү урыны ғына тигән ҡалыптан азат итергә, тигән бурыс ҡуйҙы, тиергә лә мөмкин. Йәмғиәттә барған үҙгәрештәрҙән дә ситтә ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү бурысы беҙгә лә ҡағыла. Шуға ла Өфөлә урынлашҡан байтаҡ махсус урта белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәр төҙөнөк. Музейҙа 34 зал эшләй, һәр ҡайһыһының үҙ йүнәлеше бар. Балаларҙы алып килеп, ошо экспозициялар нигеҙендә дәрес­тәр биреү отошло, күпкә мәғлү­мәтлерәк булыр, уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарға яуап та алыр ине.

Әйтәйек, яңыраҡ музейҙа император Александр Беренсегә арналған уникаль күргәҙмә асылды. Экспонаттарҙы Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дәүләт музейы биреп торҙо. Бында императорҙың Өфөлә, Уралда булып киткән осорон күрәһең. Тарихи документтар аша тыуған яғыбыҙҙың шул осор тарихы менән, хатта кешеләр араһын­дағы мөнәсәбәттәр, халыҡтың көнкүреше менән танышырға була, сөнки мәғлүмәт бик ентекле яҙып барылған.

Ниндәй ҙә булһа яңылыҡтар индерергә, музей тормошон төрләндерергә, ҡыҙыҡлыраҡ итергә ниәт бар, һис шикһеҙ. Был уңайҙан эш башланды ла инде.

 

– Коллектив үҙгәрештәргә нин­дәй мөнәсәбәттә? Яныңда фекерҙәштәр булыуы ла мөһим шарт бит.

– Ғөмүмән алғанда, музей коллективы ижади ҡарашлы кеше­ләрҙән тора, улар менән күп ҡы­ҙыҡлы проекттар эшләргә булыр, тип өмөт тотам. Коллегалар үҙҙә­ренең фекерҙәрен, тәҡдимдәрен әйтә, кәңәшмәләрҙә бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Бәхәс бар икән, тимәк, эш тә бара. Әле бына ҙур идея менән янабыҙ: республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренә арнап, күргәҙмәләр генә түгел, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар ҙа ойоштора башларға; теләгән бер кеше инеп уҡыһын, мәғлүмәт алһын өсөн, улар хаҡында интернет селтәрҙәрендә бай мәғлү­мәт бирергә. Иң беренсе түңәрәк өҫтәлде легендар комдивыбыҙ Шайморатов-генералға бағыш­ларға иҫәп. Уның тормошон киң билдәле мәғлүмәттәр аша ғына биреп, яңы дәлилдәрҙе асыҡлау, йәмәғәтселеккә еткереү фарыз.

Этнография залдарында төр­лө халыҡтарҙың тормош-көн­кү­решен күҙ алдына баҫтырырға яр­ҙам иткән матди ҡомартҡылар бар, мәҫәлән, биҙәүестәр, милли ке­йем... Уларҙы күрһәтеп кенә ҡал­маҫҡа, ә нисек барлыҡҡа кил­терелгәндәр, шуны күрһәтергә, йәғни эш алымдары менән дә таныштыра башларға ине. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәребеҙҙең үҙҙәре лә быны күрһәтә ала икәне асыҡланды.

 

– Оҫталыҡ дәресе кеүегерәк үткәрергә ниәтләйһегеҙ булып сыға, тимәк.

– Эйе, шулай тиергә мөмкин. Күргәҙмәләрҙе ҡарап йөрөгәндә, кешеләрҙә күп һорау тыуа: ошо әйберҙе нисек эшләгәндәр, был кейемде ниндәй туҡыманан теккәндәр һәм башҡалар. Музейға йөрөүселәрҙең ошондайыраҡ һорауҙарына мөмкин тиклем тулыраҡ яуап бирергә ине.

 

– Яңылыҡтар, тигәндән, Му­зейҙар төнөндә лә күп ҡыҙыҡлы саралар көтөлә шикелле...

– Әлбиттә. Иртәгә, йәғни 21 майҙа, филиалдарыбыҙҙы иҫәп­лә­мәгәндә, ошо төп музейыбыҙҙа ғына ла 28 сара үткәреү күҙал­лана. Бында ла музей экспонаттарын “йәнләндереп”, йәғни тормошта уларҙың нисек ҡулла­нылғанын күрһәтергә уйлайбыҙ. Әйтәйек, боронғо һөңгө. Күп ке­ше­нең уны нисек итеп ҡуллан­ғандарын, ырғытҡандарын күрге­һе килә. Әйтәйек, башҡорттар нисек итеп уҡ атҡан? “Мәргән уҡсы” ойошмаһы вәкилдәре быны ғәмәлдә күрһәтәсәк.

Бөйөк Ватан һуғышы тамам­лан­ғанға 77 йыл үтһә лә, күптәр һаман да яҡындарының ҡәберен, һис юғы уларҙың яҙмышына аныҡлыҡ индергән мәғлүмәттәрҙе эҙләй. Ҡайһы берәүҙәр эште ни­мәнән башларға ла белмәй. Беҙ ошо яҡтан да булышлыҡ ҡылырға хәл иттек. Музейҙа “Эҙәрмәнлек археологияһы. Һуғыш кешеһе артефакттары” тигән күргәҙмә эш­ләй. Килгәндәрҙең уны ҡарарға, бер ыңғайҙан саҡырылған белгестәрҙең кәңәштәрен дә ишетергә форсаты буласаҡ, бер һүҙ менән әйткәндә, теләгәндәргә консультация ойоштороласаҡ”.

“Музейҙар төнө” акцияһында буласаҡ бихисап ҡыҙыҡлы саралар араһында иң көтөлгәне, моға­йын, “Башҡортостан Республика­һының Милли музейы хазинаһы” тигән уникаль экспозициялыр. Был бер көнлөк кенә күргәҙмәгә музейҙағы һирәк экспонаттар ҡуйыласаҡ, мәҫәлән, “Ирәндек айыуы” алтыны, һирәк тәңкәләр, XIII быуаттағы Иран ҡара һауыты, башҡа затлы, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле әйберҙәр.

Бынан тыш, республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәни байлығына, заманса биҙәлешкә, мәҫәлән, флорариум эшләүгә ҡағылышлы бихисап оҫталыҡ дәрестәре биреү ҡаралған. Күләмле сараларҙы еренә еткереп, ҡыҙыҡлы итеп атҡарып сығыу маҡсатынан ситтән дә белгестәр саҡырабыҙ.

 

– Аңлашылыуынса, музей эшмәкәрлеге тын ғына аҡҡан йылға булыуҙан туҡтап, был төндә генә түгел, ә артабан да бик йәнле, күп яҡлыға әйләнергә уйлай?

– Эйе, музей эшен ойоштороу стратегияһын үҙгәртергә ниәтләй­беҙ. Бының менән килешмәү­се­ләр, “Музейҙы театрға, филар­монияға әйлән­дермәгеҙ!” тиеүсе­ләр ҙә бар, әлбиттә. Шулай ҙа хәҙерге замандың мөмкинлектәре киң икән, халыҡҡа, йәш быуынға яҡыныраҡ булыр, бөгөнгө талаптарға яуап бирә алыр өсөн был алымдарҙы файҙаланмау мөмкин түгел. Музей халыҡҡа төрлө белем өҫтәргә, яңы фекер тыуҙырырға булышлыҡ ҡылырға, ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәләргә лә бурыслы. Билдәле бер фильмдағы кеүек, музейға “йән керергә”, уның экспонаттары “терелергә” тейеш. Шул уҡ Александр Беренсенең күргәҙмәһен “үҙе” йөрөп күрһәтһә, һөйләһә, уҡыусы балаларға ла күпкә ҡыҙығыраҡ булыр ине.

 

– Музей эшендә һөйөндөргән, көтөлгән ваҡиғалар ҙа барҙыр, моғайын?

– Ошо өлкәлә яңы ғына эшләй башлаһам да, бик тә ҡыуан­дырған һығымта яһарға мөмкин. Республикала музейҙарға иғтибар көсәйҙе. Был республика Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамына бәйле, әлбиттә. Әйтә­йек, Милли музейҙа тәүге тапҡыр халыҡ-ара күргәҙмә асылды – Ҡаҙағстандың данлыҡлы “Алтын кеше” экспозицияһы. Радий Фә­рит улы был иҫ киткес экспонат­тарҙы күршеләрҙә булғанда ҡарап, Башҡортостан халҡы ла уларҙы күрергә тейеш, тигән идея менән ҡайтҡан һәм, әллә ни күп тә ваҡыт үтмәне, уникаль археологик табыштарҙан торған күр­гәҙмә республикабыҙҙың төп музейы залында урын алды, уны теләгән бер кеше килеп ҡарай ала. Милли музейҙа Шайморатов залын булдырыу ҙа, яңы В. Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейын асыу ҙа – республика етәк­сеһенең башланғысы, уның булышлы­ғында бойомға ашы­рыл­ған ваҡи­ғалар. Тағы ла ике музей – Өфөлә Шаляпин музейы һәм Ҡайтарыл­ған исемдәр музейы – асылыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Унан тыш та бер нисә яңы музей булдырыу бурысы тора.

 

– Филиалдар менән эш нисек ҡоролған, уларға төп ярҙамығыҙ ниҙән ғибәрәт?

– Филиалдарыбыҙ унау. Уларҙан тыш, республикала 90-дан ашыу муниципаль музей бар. Һәр ҡайһыһына методик ярҙам күрһәтергә, өлгө булып хеҙмәт итергә тейешбеҙ.

 

– Башҡа мәҙәни берләш­мә­ләр, коллективтар, ойошмалар менән ижади хеҙмәттәшлек тә барҙыр?

– Әлбиттә. Һуңғы айҙарҙа ғына бер нисә ижади хеҙмәттәшлек ту­раһында килешеү төҙөнөк. Тәүгеһе – Ҡаҙағстандың Милли музейы, икенсеһе – Рәсәйҙең этнография музейы менән. Алда­раҡ әйткәнемсә, колледждар, юға­ры уҡыу йорттары менән дә эшлә­йәсәкбеҙ. Ҡайһы бер дәрестәрҙе музейҙа үткәреү тарафынан фекер туплайбыҙ. Яңыраҡ йәнә тағы бер килешеү төҙөлдө – Баш­ҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Улар беҙгә конференциялар үткәрергә ярҙам итһә, беҙ уҡыу йортоноң виртуаль музейын булдырыуҙа булышлыҡ ҡыла алабыҙ.

 

– Йомғаҡлап әйткәндә, ең һыҙ­ғанып эшләргә лә эшләргә инде. Рәсәйҙәге иң боронғо музейҙар рәтендә торған бай тарихлы Милли музейыбыҙға уңыштар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, тоғро дуҫтар теләйбеҙ!

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: