Бөтә яңылыҡтар

Рәми рухы – йәштәр асылында

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан уның исемен йөрөткән гимназия Хәтер кисәһе ойоштора, сценарий авторы – Сәрүәр Сурина, режиссеры – Әлмира Ҡыуатова, тигән хәбәр килгәс, сараның юғары кимәлдә үтерен алдан уҡ тойомланым.

Шулай ҙа уҡыу йортоноң һәр миллиметрында, һауаның үҙендә Рәми рухы урғылыр һәм быға, тәү сиратта, балалар сәбәпсе булыр, тип уйламағайным. Бында, берен­сенән, режиссерҙың оҫталығы ла тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Әммә йәш быуындың, бер-береһен  уҙ­ҙырып, шағирҙың шиғырҙа­рын ятлауы тотош тамашаның йөрәк ауазы булды ла ҡуйҙы.

Кем һуң ул Рәми Ғарипов? Шағирмы? Ниндәй шағир? Журналисмы? Ниндәй журналист? Тәрже­мәсеме? Ниндәй тәржемәсе? Әллә ошо ижади һәләттәрҙең барыһын да үҙендә туплаған һүҙ сәнғәтенең аҫыл вәкилеме? Эйе, ул – башҡорт халҡының мәшһүр ижадсы­лары­ның береһе, заманының образлы картиналарын тыуҙыра алған рәссам. Ул – фәлсәфәсе-шағир. Ул – шағир-реформатор. Уны хатта баш­ҡорт шиғриәтендәге революционер тип тә атар инем, сөнки тап авторҙың күңел донъяһы аша дәүер рухы, лирик геройҙың һыҙланыуҙары асыла.

Рәми Ға­рипов – Мәскәүҙәге Әҙәбиәт инсти­тутының көслө ғалим­дарынан, һүҙ сәнғәтен юғары дәрәжәлә аңлаған уҡытыу­сы­ла­рынан белем эстәгән белгес. Баш­ҡорт халыҡ ижадын ғына түгел, донъя халыҡтарының ижадын өйрән­гән шағирҙың һәр әҫәренән тиерлек боронғолоҡ ауазы ише­телә, заман рухы тойола, автор­ҙың гражданлыҡ позицияһы сағы­ла.

Бына кем ул Рәми Ғарипов. Уның хаҡында балалар менән бер­гә сәхнәлә һүҙ әйтеү – үҙе ба­тырлыҡ. Шағир шиғырына яҙылған йырҙар, милли музыка ҡорал­дарында башҡарылған көйҙәр, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премия­һы лауреаты Рәйес Низаметдинов һалған бейеүҙәр – барыһы ла гимназия уҡыусы­ларының төрлө сәнғәт төрҙәрендәге оҫталығын асты.

Ә иң сағыу һәм тулҡын­лан­дыр­ғыс мәл – ул уҡыусыларҙың ша­ғирҙың әҫәрҙәрен яттан һөй­ләүе. Шиғыр сәхнәнән – залға, залдан – мәктәп коридорына, унан – урам­дарға, тотош Өфөгә, респуб­ликаға таралғандай булды. Бар донъяға таралды Рәми шиғыры. Был мәлдә хатта автор үҙе ошоларҙы күрәлер, туған теленең яңғырауын,  милләте балаларының башҡортса һөйләүен ишетеп, нурға ҡойоноп баҫып торалыр төҫлө ине.

Әгәр беҙ, өлкәндәр, милләтебеҙ ҡаҙаныш­тары хаҡында үҙебеҙ генә беләбеҙ, уны йәш быуынға еткер­мәйбеҙ икән, был аяныслы хәл булыр ине. Ә бөгөн башҡорт теле, башҡорт һүҙе, башҡорт фекере, башҡорт фәлсәфәһе уҡыусылар телмәре аша тулҡын булып йөрәк­тәргә ҡағылды. Рәми исемен йөрөт­кән  1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уның рухына тоғро ҡала.

 

Лариса АБДУЛЛИНА, шағирә.

Читайте нас: