Бөгөн “Башҡортостан” гәзите журналистары Йәрмәкәй районында булып, был төбәктә йәшәгән замандаштарыбыҙҙың тормош-көнкүреше менән танышып ҡайтты.
Мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп, тырышып донъя көткән ғаиләләрҙе, йәштән тыуған ерендә төпләнеп, үҙ төйәген күтәреп ғүмер кисергән эшҡыуарҙарҙы, төрлө ҡул эше оҫталарын, сәнғәт һөйөүселәрҙе күрҙек, һоҡландыҡ.
Район мәҙәниәт йортонда Рәйес Ханнанов етәкселегендәге “Йәрмәкәй егеттәре” ансамбле лә иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Үҙҙәре гармунда уйнап йырлап, улар урындағы бар сараларҙы биҙәй. Республика кимәлендәге конкурстарҙа ла еңеүҙәр яулап ҡыуандыралар. Төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән был ансамбль: араларында хаҡлы ялдағы хәрбиҙәр ҙә, водителдәр ҙә, малсылар ҙа, механизаторҙар ҙа бар.
Йәрмәкәйҙән тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Әлегә “Йәрмәкәй егеттәре”нән һеҙгә йырлы сәләм!
Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.