“Урал батыр”ҙы инглизсә һөйләгән

Иҫке Балтастың 1-се урта мәктәбенән уҡыу алдынғыһы Нәйлә Мәхмүтова, XII “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” – кешелек байлығы” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яуланы.

Мәктәптең IX “а” класы уҡыусы­һы дүрт меңдән ашыу юллыҡ “Урал батыр” эпосының бер өҙөгөн милли кейемдә инглиз телендә һөйләгән. Регламент буйынса биш минут буйы яттан уҡыу шарт итеп ҡуйыла.

Онлайн тәртибендә үткән бәйге­лә сит илдәрҙән ҡатнашыусылар ҙа була. Һәр милләт уҡыусыһы эпостан өҙөктө үҙе теләгән телдә уҡып ишеттерә.

– Инглиз теленә һөйөүҙе миндә Рита Ғайсина уятты. Атай-әсәйем һәләтемде үҫтереүгә тырышлыҡ һалды. Эльза Вәлинурованың дәресендә инглиз телендә арала­шабыҙ. Ул, беҙ телде камил бел­һен өсөн, ҙур тырышлыҡ һала. Бәйгенең шарттарын аңлатты, яңылыҡтар менән ваҡытында таныштырып бара, төрлө олимпиа­даларға йәлеп итә. Мин “Урал батыр” эпосын VI класта уҡығанда ятлай башлағайным. Инглиз телен тәрән өйрәнгәс, быйыл нығытып, үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым һәм уңыш яуланым, – ти Нәйлә.

Әле ул, инглиз телендә “Беҙ төр­лө, әммә бергәбеҙ” тигән темаға эссе яҙып, республика конкурсына юллаған. Һөҙөмтәләрен көтә. Бул­дыҡлы ҡыҙ был юлы ла һынатмаҫ.

Нәйлә Мәхмүтова мәктәптең, райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. “Зөлфиә” өлгөлө бейеү ансамблендә бейегән, хәҙер “Гүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә.

– Класс етәксебеҙ Елена Сира­еваға рәхмәт. Беҙ, уҡыусы­лар­ҙың, төрлө яҡтан үҫешкән, тәртип­ле, ойошҡан, берҙәм булыуға ынтылыуында уның өлөшө ҙур, – ти алдынғы ҡарашлы уҡыусы.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Балтас районы.

Читайте нас