Бөтә яңылыҡтар

Китап сығарыуға ла тырышлыҡ һала

Һүҙ – конкурста ҡатнашыусы Баймаҡ районы китапханасыһына.

Китап сығарыуға ла тырышлыҡ һала
Китап сығарыуға ла тырышлыҡ һала

Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Таһир ҡыҙы Үлйәбаева 2006 йылда китапханаға эшкә килә. Ошо йылдар эсендә коллегабыҙ үҙен тырыш, алға ынтылыусан, эшенә мөккибән бирелгән китапханасы итеп танытты, тиҙәр уның тураһында хеҙмәттәштәре.

Бөгөн китапханалар ауылдарҙа мәҙәни һәм рухи усаҡ булып тора. Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы ла - бик күп күркәм башланғыстарға нигеҙ һалыусы, үҙ янына алдынғы ҡарашлы,  дәртле  ауылдаштарын туплап, төрлө мәҙәни саралар, осрашыуҙар ойоштороусы.  Асия Таһир ҡыҙы урындағы хакимиәт, биләмәләге ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ағинәйҙәр,  мәктәп һәм балалар баҡсаһы менән тығыҙ эшләй. Ауыл халҡы китапханаға китап уҡыу өсөн генә түгел, ә аралашыу, оҫтабикәләр тәжрибә уртаҡлашыу өсөн дә йыйыла.

2021 йылда китапханала “Халыҡ ижадында – таҡмаҡтар” тигән бик күләмле, күркәм проект тормошҡа ашырылды. Был проект сиктәрендә ойоштороусылар ауылдаштарынан бик күп таҡмаҡтар, мөнәжәттәр  яҙып алдылар, видеолар төшөрҙөләр, тупланған материал  китап итеп баҫтырылды. Шулай уҡ  “Ҡайттым әле тыуған яҡтарға”  проекты сиктәрендә ҡырҙа йәшәгән күренекле ауылдаштар менән бәйләнеш булдырҙылар, осрашыуҙар үтте, яҡташтары китапхана фондына сифатлы, ҡиммәтле китаптар бүләк итте.

Быйыл март айында Асия Таһир ҡыҙы китапхана ҡарамағындағы "Алсәскә" ҡул эштәре түңәрәге етәксеһе, "Ағинәйҙәр ойошмаһы һәм ауылдың әүҙҽм ҡатын-ҡыҙҙары мҽнән бергә "Бәхетнамә" тапшырыуында ҡатнашып ҡайтты. Ауыл тормошо, йәмәғәт ойошмаларының эштәре, йолаларҙы тергеҙеү, халыҡ ижадын йәш быуынға еткереү, уларға тәрбиәүи саралар үткәреү, китапханала эшләп килгән проекттар, "Айыҡ ауыл" конкурсы  тураһында йәнле һөйләшеү булды.

Быйыл иһә йәштәр, уҡыусылар өсөн китапты пропагандалауға йүнәлтелгән “Уҡырға ваҡыт” тип аталған ҡыҙыҡлы проект буйынса эш башланған.  Ишмөхәмәт китапханаһы ағымдағы йылда “Иң яҡшы мәҙәни үҙәк” республика конкурсында еңеүсе тип табылып, 100 мең һум аҡса менән бүләкләнгән. Был аҡса китапханаға төҫлө принтер һәм яңы китаптар алыуға йүнәлтелгән.

Тормош юлдашына – һөйөклө ҡатын, балаларына – хәстәрлекле әсәй, ҡәйнә, ейәненә яратҡан өләсәй булған Асия Таһир ҡыҙы – ауылдаштары араһында ла ябайлығы, алсаҡлығы менән хөрмәт яулаған ханым. Өс саҡырылышта ауыл Советы депутаты итеп һайланыуы ла уның эшһөйәрлеге, ярҙамсыл булыуы хаҡында һөйләй.

Китапханасының тырыш, намыҫлы хеҙмәте Баймаҡ районы хакимиәтенең, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Почет грамоталары менән билдәләнгән.

Фото: Асия Үлйәбаеваның шәхси архивынан.

Китап сығарыуға ла тырышлыҡ һала
Китап сығарыуға ла тырышлыҡ һала
Китап сығарыуға ла тырышлыҡ һала
Китап сығарыуға ла тырышлыҡ һала
Китап сығарыуға ла тырышлыҡ һала
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: