Бөтә яңылыҡтар

"Музейҙар төнө"нә рәхим итегеҙ!

Акция барышында Башҡортостандың Милли музейынан алып “Интеллектус” мауыҡтырғыс фәндәр йортона тиклем сәғәт һайын бушлай автобустар йөрөйәсәк.

"Музейҙар төнө"нә рәхим итегеҙ!
"Музейҙар төнө"нә рәхим итегеҙ!

Бөгөн йылдың иң күләмле мәҙәни ваҡиғаларының береһе үтә: 18 сәғәттә “Музейҙар төнө-2022” башлана. Башҡортостан музейҙары ошо Бөтә Рәсәй акцияһында 12-се йыл йыл рәттән ҡатнаша.

Ғәҙәттәгесә, “Музей төнө” яңылыҡтарға бай буласаҡ: яңы экспозициялар асыласаҡ, ҡыҙыҡлы квестар үткәреләсәк, балалар өсөн уйын программалары, тематик, куратор экскурсиялар ойоштороласаҡ, халыҡ оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ, сараны концерт программалары биҙәйәсәк. Шулай уҡ ойоштороусылар “мәҙәни стриминг” – “Мәҙәниәт.РФ “ порталында һәм социаль селтәрҙәрҙә туранан-тура трансляция үткәрергә  ниәтләй.

Акцияла төбәктең 100-ҙән ашыу музейы һәм мәҙәниәт учреждениелары ҡатнаша, улар араһында  дәүләт һәм муниципаль, мәҙәни-ял итеү учреждениелары, корпоратив һәм шәхси музейҙар бар, шул иҫәптән Почта музейы, “Интеллектус” мауыҡтырғыс фәндәр йорто, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркы, “Болоттар” заманса сәнғәт үҙәге, Өфө художество галереяһы, “Мираҫ“, “X-MAX” галереялары һәм башҡалар.

Шулай итеп, Башҡортостанда “Музейҙар төнө-2022” акцияһы 90-дан ашыу майҙансыҡта үтә, уларҙа 500-ҙән ашыу яңы  күргәҙмәләр һәм саралар үтәсәк.

Өфөлә Бөтә Рәсәй акцияһы 18.00 сәғәттә башлана һәм 19 майҙансыҡта үтә. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт учреждениелары һәм музейҙар көтөп ҡала. Унан тыш, акция барышында Башҡортостандың Милли музейынан алып (Совет урамы, 14) “Интеллектус” мауыҡтырғыс фәндәр йортона тиклем (Софья Перовская урамы, 52/2) сәғәт һайын бушлай автобустар йөрөйәсәк.

Фото: avatars.mds.yandex.net

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: