Бөтә яңылыҡтар

Ауыл хаҡындағы тәүге энциклопедия

Республикала беренсе тапҡыр ауыл тарихын сағылдырған энциклопедия донъя күрәсәк.

Ауыл хаҡындағы тәүге энциклопедия
Ауыл хаҡындағы тәүге энциклопедия

Баймаҡ районының Темәс ауылын үҙенең шанлы һәм данлы тарихы менән дан тота. Бында Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин, Муллаян Халиҡов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Юныс Бикбов, Нуриәғзәм Таһиров, Мөхәмәтйән Ҡулаевтарҙың яҡты эҙҙәре, тарихи урындарҙан- алтын прииск хужалары Закир һәм Шәкир Рәмиевтарҙың “лавка”лары, Һаҙый бай Ғөбәйҙуллиндың йорто һәм башҡа бик күп тарихи урындар бар.

Энциклопедия Баймаҡ район хакимиәте заказы менән "Башҡортостан энциклопедия" дәүләт автономлы учреждениеһында баҫыла. Баҫманы әҙерләүҙә Темәс ауылында йәшәгән һәм унда тыуып-үҫкән кешеләр, республиканың һәм райондың крайҙы өйрәнеүселәре ҡатнашҡан.

"Темәс" энциклопедияһы үҙ сиратында фәнни-популяр баҫма, унда барлығы 1000-дән ашыу мәҡәлә урын алған. Әйткәндәй, донъя күрәсәк был энциклопедия - республика тарихында бер ауылға арналған тәүге һәм әлегә берҙән-бер баҫма.

Фото: "Баймакский вестник" гәзите сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: