Хәйбулла районының Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге район "Сәсән һүҙе нур сәсә" тип аталған сәсәндәр бәйгеһе үтте. Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев - халык йырсыһы, йыраусы, сәсән, башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Халыҡ-ара һәм төрлө республика конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалер. Сәсән һәм йыраусы 2017 йылда 92 йәшендә вафат булған.
Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге район сәсәндәр бәйгеһе ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Конкурс хаҡында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың ейәнсәре Шәүрә Ғәббәсова үҙ сәхифәһендә бик матур иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
"Хәйбуллала район мәҙәниәте йортонда 2022 йылдың 20 майында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге район "Сәсән һүҙе нур сәсә" бәйгеһе үтте. Сараны район хакимиәтенең башлығының урынбаҫары Роза Расембәтова ҡартатайыбыҙҙы, оло ихтирам менән иҫкә алып, асыҡ тип иғлан итте. Ҡотлау һүҙҙәре менән Әбеш ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысов һәм Фәррәх Мөхәмәтйән улы Ҡаҙаҡбаев сығыш яһаны.
Ҡартатайым Мөхәмәтйән Абдулла улы башҡорт халыҡ ижадында яҡты эҙ ҡалдырҙы - ул башҡорттоң бер нисә йырын, көйөн, ғаиләһендә сығарылған мөнәжәт-бәйеттәрҙе һаҡлап ҡалды, мосолман донъяһының боронғо китаптарынан өҙөктәрҙе үҙ көйөнә көйләп һөйләү өлгөләрен күрһәтте.
Талантлы бала булараҡ, бәләкәйҙән ишеткәнен отоп алып, күңелендә һаҡлай килгән. Ябай ауыл кешеләре уға, ҡомартҡы шикелле итеп, көйҙәр юғалмаһын, тип, йыр байлығы ҡалдырған.
Ошо байлыҡты киләһе быуынға ҡайтарыуға ҡартатайыма билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов ярҙам итте - ҙур сәхнәгә сығарҙы, республикаға, донъяға танытты.
Ике йылға бер үткәрелеп килгән сәсәндәр байрамы хәҙер Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемен йөрөтә, был бөгөн дә уның исеме юғалмауын, ижады өйрәнелеүен күрһәтә.
Бәйгегә ауыл клубтары, ҡул оҫталары, айырым шәхестәр, ағинәйҙәр бүләктәр әҙерләп килгән ине. Мөхәмәтйән Абдулла улының балалары финанс ярҙамы күрһәтте.
Ҡатнашыусылар 80 кеше тирәһе, күп булды. Ҡартатайымдың йырҙарын, мөнәжәттәрен башҡарыусыларға айырым иғтибар булды.
Гран-приға Аҡъярҙан Юнысов Илдар лайыҡ тип табылды. Ул йырауҙан ҡалған "Төн ҡараңғы" бәйетен, Аҡмулла нәсихәттәрен ишеттерҙе, "Ике лә генә егет" йырын йырланы. Ә балалар араһында беренсе урынды Билалова Әминә яуланы. Коллективтар араһында, сеңләү йолаһын күрһәтеп, Әбүбәкер ауылы ағинәйҙәре алға сыҡты.
Бөгөнгө бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күплеге ҡыуандырҙы. Балаларҙың сығышы бик оҡшаны! Сәсәндәр күбәйеүе Хәйбулла районында был йүнәлештә билдәле бер эш алып барылыуын күрһәтә.
Ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға, бигерәк тә бөтә һәләтен һалған район РМЙ-ның методисы Минзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғоловаға оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ!"- тип яҙған ул.
Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.