Бөтә яңылыҡтар

Ура! Тиҙҙән каникулдар!

Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Ура! Тиҙҙән каникулдар!
Ура! Тиҙҙән каникулдар!

 

Самауыры өләсәйҙең

Өҫтәлдә гел йырлап тора.

Уйнап ҡайтһаҡ, Мыраубайы

Ҡыуаныстан мырлап тора!

 

Көн буйына һыу инәбеҙ,

Йыябыҙ ҙа муйыл, еләк;

Һөйә арҡанан өләсәй,

Тәүфиҡ, бәхет, һаулыҡ теләп.

 

Тағы етә каникулдар,

Ура! Ҡайтам өләсәйгә!

Дуҫтарым да һағынғандар,

Саҡырырҙар улар сәйгә!

 

Бергәләшеп уйнарбыҙ беҙ

Йәшенмәкте йә кәләкте.

...Йәйҙе матур үткәрергә

Беҙгә ауыл ныҡ кәрәктер!

 

Ура! Тиҙҙән каникулдар!
Ура! Тиҙҙән каникулдар!
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в