Бөтә яңылыҡтар

Фәрүәзде ни өсөн сәхнәнән сығармағандар?

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин тыуған көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы йырсы тормошонан ҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Фәрүәзде ни өсөн сәхнәнән сығармағандар?
Фәрүәзде ни өсөн сәхнәнән сығармағандар?

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин 1970 йылдың 23 майында Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класында, Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлегендә уҡый. Студент йылдарында уҡ төрлө йыр конкурстарында ҡатнашып еңеүҙәр яулай.

Йырсы булараҡ республикала һәм сит өлкәләрҙә танылыу яулай. Беҙ уны моңло тауышлы йырсы ғына түгел, алып барыусы, радиотапшырыуҙар дикторы булараҡ та беләбеҙ.  

Фәрүәздең йырҙарын да, ижадын да халыҡ һәр урында яратып ҡабул итә, шуға күрә концерттарында ла зал тамашасылар менән тулы була. Ошо айҡанлы йырсының туғаны, яҙыусы һәм журналист Земфира Аҡбутина бер ҡыҙыҡ хәл тураһында һөйләгәйне.

“Фәрүәз Урманшиндың ауылыбыҙҙа ҡуйған бер концерты ҡыҙыҡ хәтирә булып иҫтә һаҡлана. 90-сы йылдар башында төрлө төркөмдәр ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк һымаҡ күбәйеп киткәйне. Бер мәл беҙгә лә – Ейәнсура районының Ибрай ауылына бер рок төркөмө концерт менән килде. Исеме хәтерҙә ҡалмаған, ә бына концертты Фәрүәз алып барҙы. Ул саҡта иҫ киткес популярға әйләнгән "Сафия" кеүек йырҙарын сығып йырлай, халыҡ уға гөрләтеп ҡул саба, сәхнәнән ебәрмәй тота.

Теге төркөм даңғырлаҡтары менән килеп сыҡһа, ҡул да сапмайҙар, тиҙерәк сығып китһендәр ине, тигән һымаҡ битараф ултыралар. Фәрүәз сыға ла көләмәстәр һөйләй, халыҡтан уныһын-быныһын һораша. Тамашасылар: “Тегеләр сығып тормаһын, үҙең генә йырла!" – тип ҡысҡыра залдан. Алып барыусы ипләп кенә: "Улар һеҙҙең өсөн йырларға тип килгән, тыңлағыҙ инде уларҙы ла", - тип "йыуып”, “йүкә шына ҡатып" төркөмдө иғлан итә. Тегеләр сығып бер йыр йырлаһа, халыҡ бүгә лә ҡуя. Фәрүәз сыҡһа, тағы дәртләнеп китәләр, сәхнәнән сығармай тоталар. Аҙаҡ теге төркөм бөтөнләй сығып торманы... Яратҡан йырсылары планлаштырылмаған йырҙарын ла йырланы. Хәлен алды халыҡ ул көндө Фәрүәздең, ләкин бик ҡәнәғәт таралышты!

Туғаным шул саҡта уҡ халыҡҡа яҡын, халыҡтыҡы ине инде!” – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Земфира Аҡбутина.

Фото: Ф. Урманшиндың шәхси сәхифәһе.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: