Бөтә яңылыҡтар

Хәсән Назар

Шиғырҙар

Хәсән Назар
Хәсән Назар

БАШҠОРТОСТАНҒА ӨНДӘШЕҮ

Ғүмерҙәрем буйы ҡәләм эше
Ил юлында мине йөрөттө.
Башҡортостан! Әҫәрләнеп һәр саҡ,
Йөрәк һиндә аҙмы ер үтте.

Шул уҡ фиҙалыҡта — минән ҡала
Шиғырҙарым гиҙер юлдарҙы.
Ил хәстәре, тел хәстәре менән
Рухланып мин яҙҙым уларҙы.

Кәрәк түгел ярап ҡына һайрап
Көнлөксөләр алған мәртәбә;
Ни мәғәнә — әгәр бөгөнгө һүҙ
Ҡеүәтенән ҡайтһа иртәгә?!

Иман булды миңә туған моңдар,
Рух — Бабич һәм Рәми янында.
Сәм уятты улар ҡаныбыҙҙа,
Ғәм уятты илдең аңында.

Меңәр йыллыҡ ғазап һәм өмөттө
Бер ғүмерҙә үттем төҫлө мин.
Тап шуға ла, ғәзиз
Башҡортостан,
Бер уланың булып көслө мин.

ҠАЯЛАРҘЫ КҮТӘРӘ ТАУ

«Тулҡынланырға ярамай!..»
Шулай тиҙәр ҡай берҙә.
Тормошта ҡайнамай ғына
Йәшәп булһа әгәр ҙә...

Йән тыныслығында ғына
Мас булыр инем дә бит.
Ә юҡ!.. Иҫәнлектәр бары
Тынғыһыҙ көнөмдә бит.

Етмәһә, шиғыр... Ул килә,
Йәнде айҡай эркелеп.
Ә һуң яҙмай, уҡымай ҙа
Йәшәйҙәр бит гөр килеп.

Шағир ғүмере... Ул — яҙмыш,
Мөмкин түгел арыныу.
Ишелер тау — ҡаяларҙы
Күтәрмәһә яурыны.

ТОРАТАУ

Көн матур. Хәл дә арыу.
Торатау буйына, гүйә,
Йыйылған ете ырыу.

Мәж килә ҡарты — йәше.
Кинәнә халыҡ ял алып,
Көйлө ғәмәле, эше.

Йәшәгеҙ, ти, иҫән — һау!
Ошо фатихала тора
Был милли тау, изге тау.

Яҡты рухлы телмәрҙәр.
Шулай бында әүәлдән үк
Кәңәш ҡорған элгәрҙәр.

Юрап һәр саҡ хаҡ яҙмыш,
Байраммы, хәлдәр хайранмы,
Алғандар бында алғыш.

Аҫабаларға — алҡыш:
Бында — Салауат Кәримдәр,
Һәр кем йөҙөндә — балҡыш.

Арала иң олоһо
Мин булғанға тейҙе, ахыры,
Мәртәбәнең йылыһы.

Башҡортостан әләмен
Тапшырҙылар минең ҡулға,
Был — аманат, беләмен.

Тотоноп таштарына,
Үрмәләйбеҙ Әфтәх менән
Торатау баштарына.

Күңелдә беҙҙең — ҙурлыҡ,
Күңелде биләй ғорурлыҡ,
Бына — һырт! Һай, хозурлыҡ!

Елберҙәй әләмебеҙ!
Күпме киңлектәргә етә
Сәмебеҙ, сәләмебеҙ!

Көн матур. Хәл дә арыу.
Торатау буйында, гүйә,
Гөр килә ете ырыу.

Иманыбыҙ өндәшә:
Туплап беҙҙе, хуплап беҙҙе,
Йәшә, Торатау, йәшә!

ТАУЛЫҠАЙ

Ҡороюл буйын төйәк иткән
Тыуған ауылым Таулыҡай,
Һин миңә — Ватан тупрағы
Төйнәлгән ҡулъяулыҡтай.

Исемең дә, тыуған ауылым,
Үҙе бер моң — Таулыҡай.
Тап һине йырлаған төҫлө
Мөҡҡәддәс сазлы Туҡай.

Кеше йәнле һиндә тауҙар,
Уларҙы — күңел һиҙә —
Аҡыллы сабырлыҡ менән
Сабырлы аҡыл биҙәй.

Ҡунаҡсыл был ҡырластарҙа
Ғәмле кеше бойоҡмай, —
Мең ҡатлы таштарҙы ярып,
Шишмәләр тиккә аҡмай.

Эй ауылым, ер моңона
Һуғарҙың йөрәкте һин.
Илатып та, йырлатып та
Йәшәргә өйрәттең һин.

Ҡайғырмам, ҡаплап офоҡто,
Бер саҡ әжәл ҡаныҡһа —
Йөрәгем бит һиндә ҡалыр,
Һинең иҫән — һаулыҡҡа.

Фото: Х. Назар архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: