Бөтә яңылыҡтар

Йәүҙәт Бикбирҙин бай мираҫ ҡалдырҙы

Ул һалған "Каруанһарай", "Ҡараһаҡал", "Игеҙәков", "Перовский", "Ҡара тауыҡ", "Кәкүк", Ҡаһым түрә", "Әмин һәтәүе" һәм башҡа бейеүҙәр халыҡсан, милли колоритлы булыуы менән айырылып тора.

Йәүҙәт Бикбирҙин бай мираҫ ҡалдырҙы
Йәүҙәт Бикбирҙин бай мираҫ ҡалдырҙы

10 июндә легендар бейеүсе, оҫта балетмейстер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙиндең тыуыуына 70 йыл тула. Баймаҡ районында ошо көндәрҙә республика Башлығы гранты ярҙамы менән балетмейстерҙар һәм бейеү коллективтары  араһында Йәүҙәт Бикбирҙин призына тәүге тапҡыр республика кимәлендә фестиваль-конкурс үтте.

Сарала Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан бәйгеселәр ҡатнашты. Уларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина етәкселегендәге абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Шулай уҡ халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, бейеү ҡуйыусы һәм режиссер Азамат Кәримов хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Баймаҡ Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, баймаҡтар өсөн был ваҡиға айырыуса мөһим. Сөнки Йәүҙәт Бикбирҙин бейеү сәнғәтенең сағыу йондоҙо булыуҙан тыш, үҙ эшенә бар йөрәген, күңелен һалып, башкөллө илһам хөкөмөнә бирелеп, феникс ҡошондай көлгә ҡалғансы янып, кире терелгән Ижадсы. Уның ҡалдырған бейеү мираҫы - Урал аръяғы башҡорттары бейеүенең йөҙө һәм асылы. Бындай конкурстың ни тиклем кәрәклеген, башҡорт халҡының бейеү сәнғәте нигеҙен һаҡлау һәм үҫтереүҙә ҙур роль уйнауын, тәрбиәүи әһәмиәтен рухлы, юғары мәҙәниәтле кеше һис һүҙһеҙ аңлай.

Бейеү сәнғәтендә Йәүҙәт Бикбирҙиндең исеме ысын мәғәнәһендә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ул һалған "Каруанһарай", "Ҡараһаҡал", "Игеҙәков", "Перовский", "Ҡара тауыҡ", "Кәкүк", Ҡаһым түрә", "Әмин һәтәүе" һәм башҡа бейеүҙәр халыҡсан, милли колоритлы, сюжетлылығы менән айырылып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа Йәүҙәт Бикбирҙин һалған бейеүҙәре үҙ итеүселәр ҙә юҡ түгел. Шуға күрә ул һалған бейеүҙәр башҡа ҡуйыусы исемдәр менән сәхнәгә лә сыға башланы.

Киләсәктә тап ошо проблемаларҙы хәл итеүҙе, уның һалған бейеүҙәренә авторлыҡ хоҡуғын һаҡлау, бейеү коллективтарын һәм бейеү һалыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында был фестиваль-конкурсты мотлаҡ үткәреү кәрәк. Сараны ойоштороусылар барлыҡ ҡатнашыусыларға - беренсе урын яулаусы ғорур һәм сая бөрйәндәргә, дәртле баҫып, саф башҡортса бейеүсе әбйәлилдәргә, ихлас һәм ябай йылайырҙарға, күп төрлө һәм сағыу бейеүҙәре менән күңелдәрҙе арбаған сибайҙарға һәм, әлбиттә, Баймаҡ районының һәр  ауылынан килгән дарманлы, дәртле, күңелдәрендә яҡташтары Йәүҙәт Бикбирҙиндең дәртле һәм сая рухын йөрөткән әүҙем яҡташтарына сикһеҙ рәхмәттәрен еткерә.

Гала-концертты Йәүҙәт Зәйнулла улына бағышланған сығыш менән асыусы "Еҙ үксә" өлгөлө балалар ансамбленә һәм етәкселәре Зарифа Аралбаеваға айырым рәхмәт белдерә ойоштороусылар. Йыраҡ араларға ҡарамай, бейеүселәрҙе ҡарап, уларҙың ижадына ғәҙел баһа биргән жюри ағзалары Гөлназ Ғайсарова, Азамат Кәримов, Азат Нәбиуллин, Рәфҡәт Юнысов һәм Динислам Исҡужинға ла рәхмәт әйтә Баймаҡ халҡы.

Гран-прҙыи Йәүҙәт Бикбирҙин башланғысы менән барлыҡҡа килгән һәм уның бейеүҙәренә һәр ваҡыт тоғро ҡалған Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Ирәндек" ансамбленең яулауы  айырыуса ҙур мәртәбә һәм оло яуаплылыҡ та. Шулай уҡ Йәүҙәт Бикбирҙиндең ауылдаштары, Күсей ауылы бейеүселәре, атап әйткәндә "Йәнгүҙәй" коллектив бейеү ансамбле лә һынатманы. Йәүҙәт Бикбирҙин ҡуйған "Колхоз йәштәре"н тәҡдим итеп, баһалама ағзаларын таң ҡалдырҙы. Ансамбль бейеүсеһе Хәмзә Сәфәрғәлин фестивалдең иң дәртле бейеүсеһе исемен яулаған.

Бейеү сәхнәһенең ҡабатланмаҫ йондоҙо, күренекле балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин тураһындағы мәҡәлә менән гәзитебеҙҙең алдағы һандарында танышырһығыҙ.

Фото: Баймаҡ ҡалаһының "Халыҡ ижады үҙәге" сайтынан.

Йәүҙәт Бикбирҙин бай мираҫ ҡалдырҙы
Йәүҙәт Бикбирҙин бай мираҫ ҡалдырҙы
Йәүҙәт Бикбирҙин бай мираҫ ҡалдырҙы
Йәүҙәт Бикбирҙин бай мираҫ ҡалдырҙы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: