Бөтә яңылыҡтар

Абдулла ИСМӘҒИЛЕВ: Уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Үткән быуат башҡорт журналистикаһының        60–80-се йылдарҙағы кимәлен асыу өсөн      шул осорҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире булған Абдулла Исмәғилевтең эшмәкәрлегенә мөрәжәғәт итеү фарыз. Егерме йылға яҡын милли журналистиканың йөҙөн билдәләне Абдулла Ғиниәт улы. Үкенескә ҡаршы, уның хаҡында тарих онотмаһа ла, Исмәғилевтең үҙенсәлекле, шул осор ҡалыптарына тап-таман булған ижади эш алымдары юғалып бара шикелле. Шәхестең холоҡ-фиғелен асыу өсөн ул эшләгән осорға, ил кимәлендәге хәл-ваҡиғаларға иғтибар итергә һәм аҙмы-күпме анализлап ҡарарға кәрәк.

Һунарсы ла, балыҡсы ла, игенсе лә...

 

Абдулла Исмәғилев 1929 йылдың 10 мартында хәҙерге Ейәнсура районының Муйнаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Мәзит ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе хәлле кешеләр булған тип уйларға нигеҙ бар. Юғиһә уның яҡындарын ирекһеҙләп, коллективлаштырыу дәүерендә ҡыуалап, колхозға индермәҫтәр, аҙаҡ һөргөнгә ебәрмәҫтәр ине. Шаҡтай ауыр була уларҙың тормошо. Ысын мәғәнәһендә көн итеү, йәшәү өсөн көрәш бара. Был алыш, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Исмәғилевтәр файҙаһына тамамлана. Абдулла ағайҙың тормош юлын күпме генә барлаһаң да, уның өсөн әрһеҙлек, егәрлелек һәм белемгә ынтылыш төп урындарҙың береһен алып тора. Ошо юлдарҙың авторына заманында бик йәтеш тура килде. Абдулла ағай үҙенең тормошо хаҡында “Һикәлтәле ғүмер юлдары” исемле яҙмаларын редакцияға килтерҙе. Ентекләп ҡарап сыҡтым һәм бик ҡыуандым, сөнки был яҙмалар – гәзит өсөн дә, журналистиканы өйрәнеүселәр өсөн дә ҡиммәтле ҡулланма. Ҡулъяҙма­ларымды алып, тағы ла өҫтәп, дәүерҙе асып, ҡайһы бер өлгө­ләрҙе аныҡлап һүрәтләүҙе тәҡдим итеүемде ҡыуанып тыңланы.

Бер ай ҙа үтмәне, автобиографик йүнәлештәге әҫәр гәзитебеҙҙә донъя күрҙе. Уны йылы ҡабул иттеләр, хатта айырым нәфис әҫәр рәүешендә яҙыу хаҡында ла тәҡ­дим булды. Ағай тәүге яҙмаларын рус телендә ижад иткәйне, аҙаҡ башҡортсаға ауҙарып, “Көн һайын ошо урында...” рубрикаһында бирергә теләүебеҙгә ризалашты. Иҫтәлектәрҙе гәзиттә сығарыу менән генә сикләнмәнек, ағайға үҙе өсөн бик күңелле сюрприз эшләнек – йыйнаҡ ҡына китап әҙерләнек. Уның тәүге данаһын ҡулға алғас, ҡыуаныстан күҙҙәре йәшләнде, хатта ҡосаҡлап алды һәм тиражды тулыһынса һатып алырға теләк белдерҙе.

Шул йылдағы Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө легендаға әүерелгән баш мөхәррир Абдулла Исмәғилев ижадына һәм эшмә­кәрлегенә арналды.

Саҡырылған ҡунаҡтар ара­һында уның менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән ветерандар йылы һүҙҙәре менән сығыш яһаны, иғтибар өсөн рәхмәттәрен бел­дерҙе. Ә инде йыл аҙағында Абдулла Исмәғилевте “Башҡортос­тан” гәзитенең лауреаты итеүебеҙ уны тамам аптыратты.

Беҙ яҙмаларыбыҙҙа ошо иҫтәлектәргә таянырбыҙ, күңелле һәм һағышлы мәлдәрҙе иҫкә төшөрөрбөҙ.

Буласаҡ мөхәррирҙең тормош юлы еңелдән булмай. Әрһеҙлеге донъя көтөргә, аслыҡ йылдарында иҫән ҡалырға ярҙам итә. Ул һунарсы ла, балыҡсы ла, игенсе лә булған. Белемгә ынтылышы, киләсәк тураһында хәстәрлек күреүе уға үҫеш өсөн мөмкинлек бирә. “Һуғышҡа тиклем мәктәпкә 8 йәштән баралар ине, – тип хәтерләй ул, – ләкин мин иртә, йәғни алты йәштән уҡырға төштөм. Ә сере былай. Апайым 4-се класта уҡый, ә мин уның китаптарын, дәфтәрҙен аҡтарам, йәшерәм. Ҡыҫҡаһы, уҡыу теләге көсәйҙе, ижекләп уҡый башланым. Шулай итеп, минән ҡотолорға ҡарар иткәндәр”.

Бәләкәй Абдулла бик һәйбәт уҡый, отличниктар слетында ҡат-н­а­ша, бүләктәр алып ҡайта. 1939 йылда Мәзит башланғыс мәктәбен тамамлай. Иҫтәлектәрендә бил­дәләүенсә, байтаҡ балалар кейем юҡлыҡтан, аслыҡтан уҡыуҙан мәхрүм ҡала. Аҙаҡ һуғыш башлана, уҡыу мөмкинлеге бөтөнләй юҡҡа сыға, сөнки кешеләр уҡыу тураһында түгел, иҫән ҡалыу өсөн нығыраҡ тырыша.

“1947 йылдың йәйендә беҙ, ни бары алты егет, өлгөргәнлек аттестаты алдыҡ: Азат Абдуллин, Мөхтәр Әхтәмов, Урал Ҡадиров, Кинйәғәле Назаров, Спартак Мырҙаҡаев һәм мин, – тип хәтерләй Абдулла ағай. – Бөтәбеҙ ҙә кеше булдыҡ, бер кем дә юғалып ҡалманы”.

Уҡыусылар иғтибарын ошо алтауҙың шәхесенә йүнәлт­мәк­семен. Азат Хаммат улы – донъяға билдәле драматург, Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы – филология фәндәре докторы, профессор, Урал Ғаян улы – ошо яҡтарҙа билдәле ғалим һәм фәндәр докторы, Спартак Мырҙаҡаев инженер була, Кинйәғәле Вәли улы хәрби училище тамамлай, юғары вазифаға тәғәйенләнә. Бер генә миҫал: юғары белемле алты ғына кеше – милләттең киләсәген билдәләгән шәхестәр. Ә күпмеһе юғалып ҡала?

Мәктәпте уңышлы тамамлаған Абдулла Исмәғилевте башланғыс мәктәпкә уҡытырға ебәрәләр. Аҙаҡ мәктәп ете йыллыҡ итеп үҙгәртеп ҡорола. Уға башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, математика уҡытыуҙы ышанып тапшыралар. Абдулла Ғи­ниәт улы артабан уҡырға кәрәк­ле­ген яҡшы аңлай һәм документтарын Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына тапшыра.

Ул йылдарҙа Стәрлетамаҡҡа, Өфөгә барып уҡыу бик әрһеҙҙәргә насип итә. Күптәр ауылда ҡалырға мәжбүр була, ауыр эштән бик иртә ҡартая. Беренсе курсты Исмәғилев отличноға тамамлай. 1957 йылдың июнендә дипломлы йәш белгес тыуған яҡтарына йүнәлтмә ала. Тәүге уҡыу йылын Абҙан урта мәктәбендә башлай. Эш күп, халыҡ дәртләнеп эшләй. Абдулла ағай өйләнә. 1953 йылдың 25 апрелендә беренсе улдары тыуа. Аҙаҡ уларҙы райондағы Өмбәт ауылына күсерәләр. Эшкә тырыш, егәрле, намыҫлы егетте партия сафына ҡабул итәләр һәм яңы ҡатмарлыраҡ эшкә саҡыралар. Ул партияның Абҙан райкомында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эш башлай.

Абҙан районын Ейәнсураға ҡушҡандан һуң Абдулла Исмә­ғилев эшһеҙ ҡалмай. Уны Иҫән­ғолға саҡыралар. Әлбиттә, был бурыс еңел генә тамамланмай, абҙандыҡылар Иҫәнғолға күсе­неүҙе үҙҙәре өсөн кәмһетеү тип баһалай һәм байтаҡ ҡына ҡаршылыҡ та күрһәтеп ҡарай. Көрәш Абҙан етәкселәренең Иҫәнғолға күсенеүе менән тамамлана. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, ауыл хужалығын үҫтереү алыҫ төбәккә аҙмы-күпме күтәрелергә мөмкинлек бирә. Абдулла Исмәғилевтең тырыш хеҙмәтен баһалайҙар, ул дәүләт тарафынан ике миҙал менән бүләкләнә. Уны баһалайҙар, вазифа буйынса үҫтерәләр. 1957 йылда 28 йәшлек Исмәғилевкә партия райкомының идеология буйынса секретары вазифаһын тәҡдим итәләр. 1959 йылда икенсе секретарь итеп һайлайҙар. Шул арала ул юғары белем алырға һәм ситтән тороп Орск дәүләт педагогия институтын тамамларға өлгөрә.

Абдулла Ғиниәт улы, үҙе яҙыуынса, шул осорҙағы билдәле, ләкин хәҙер онотолған Нурис Әхмәт улы Яхиндың тормошонда ҙур роль уйнай. Нурис Әхмәт улы, Абдулла Исмәғилевтең мөмкин­лек­тәрен күреп, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһына уҡырға барырға ҡоҙалай. Шул осорҙа Абдулла Ғиниәт улы партияның Баймаҡ районы комитетының беренсе секретары Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев менән таныша. Оҙаҡламай Рамаҙан Өмөтбаевты партияның Башҡортостан Өлкә Комитетының ойоштороу бүлеге мөдире итеп күсерәләр. Рамаҙан Ғимран улы аҡыллы, төплө фекерле Абдулла Исмәғилевте онотмай. 1962 йылда Мәскәүгә уҡырға барыусылар исемлегендә Исмәғилев тә күренә, ләкин бында ла Абдулланы ҡуш ҡуллап көтөп тормайҙар, сөнки республикаға ни бары бер урын бүленгән, ә дәғүәселәр өсәү. Етмәһә, береһе –  Хөкүмәт инструкторы, икенсеһе  – “Советская Башкирия” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары.

Имтихандан һуң ял итеп тороу юҡ, Исмәғилев Иҫәнғолға ҡайтып эшкә тотона. Уҡыуҙар тамам­ланғанда Абдулла Исмәғилев сәйәси фәндәр кандидатлығына диссертация яҡлай.

 

Исмәғилев дәүере башлана

 

Мәскәүҙән ҡайтҡас, Абдулла Исмәғилевте “Совет Башҡортос­таны” гәзитенә эшкә тәғәйен­ләйәсәктәре билдәле була. Шул осорҙағы баш мөхәррир Вәли Нафиҡов Исмәғилевте үҙенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйен­ләй һәм махсус задание менән Ҡыйғы районына командировкаға ебәрә. Яңы урынбаҫар үҙ эшен ялыу тикшереүҙән башлай һәм “Өлгөрбай яҙмалары” тигән фельетон яҙа. Ошо осорҙа көн-төн эшләү гәзиттә Абдулла Исмәғилев дәүеренең башланыуын күрһәтә, сөнки редакцияның быға тиклемге тормошо һәм эшмәкәрлеге һис тә ҡыуанырлыҡ булмай. Күптән түгел КПСС Өлкә Комитеты бюроһы ултырышында мөхәррирҙең отчетын тыңлағандар, редакцияның эшендә етди кәмселектәр һәм етешһеҙлектәр асҡандар. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, журналистар етешмәй, кадрҙар йыш алмашына, тираж бәләкәй, материалдарҙың тематикаһы тар, аналитик һәм тәнҡит мәҡәләләрен һирәк баҫҡандар. Баш мөхәрриргә шелтә биргәндәр һәм эште яҡшыртыуҙы талап иткәндәр.

Абдулла Исмәғилев ең һыҙғанып эшкә тотона. Л.И. Бреж­невтың көслө сағы, аҙна һайын доклад йәки телмәр менән сығыш яһай. КПСС Үҙәк Комитеты материалдары һуңлап килә, уларҙы тәржемә итергә һәм икенсе көнөнә үк халыҡҡа тәҡдим итергә кәрәк.

“Гәзит иртәнсәк сыға, беҙ ял итергә ҡайтып китәбеҙ, төшкә яңы­нан эшкә йыйылабыҙ, – тип хә­терләй баш мөхәррир урынба­ҫары. – Ауыр ине, ләкин был ярты йыл минең өсөн бик һәйбәт мәктәп булды. Мин кешеләрҙе өйрәндем, кемдең кем булыуын белдем. Кем эшкә бирелгән, кемгә таянырға була, ә буш боғаҙҙар йыйылыш­тарҙа боғаҙ йыртырға ғына шәп. Ә эшкә юҡ, ҡулынан бер нәмә лә килмәй”. 1966 йылдың 26 июлендә партия Өлкә Комитеты пленумы Абдулла Исмәғилевте “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире итеп раҫлай. 37 йәшлек Абдулла Исмәғилев ең һыҙғанып эшкә тотона. Ләкин бындай ҙур һәм ғәҙәти булмаған коллективҡа етәкселек итеү еңелдән булманы, тип хәтерләйәсәк ул аҙаҡтан.

Эйе, журналистика Абдулла Исмәғилев өсөн элек тә ят тармаҡ булмай. Район, республика гәзит­тәренә яҙышып торған, райком секретары булараҡ, “Совет Баш­ҡортостаны”на ҙур ғына мәҡәләләр яҙып баҫтырған. Ул кадрҙарҙы яңыртыу менән шөғөлләнеүҙе мөһим тип иҫәпләй. Эшһеҙ ҡалған Булат Рафиҡовты редакцияға саҡыра. Яҙыусы өсөн иң әүҙем осор “Совет Башҡорт­останы”нда башлана. Булат ағайҙы Абдулла Исмәғилев бүлек мөдире итеп үрләтә, урынба­ҫарлыҡҡа резервҡа тәҡдим итә һәм КПСС Өлкә Комитетының ойоштороу бүлегенә хәбәр итә, ләкин был ваҡиға аҙаҡ ҙур шау-шыу менән тамамлана. Урынбаҫар вазифаһы бушағас, ошо урынға Булат Рафиҡовты тәғәйенләүҙе һорап, баш мөхәррир Өлкә Комитетына мөрәжәғәт итә. Шулай тура килә, Абдулла Исмәғилев коман­дировкаға китә, ә урынбаҫар вазифаһына дәғүә иткән Булат Рафиҡовтың документтарын КПСС Өлкә Комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров үҙе шәхсән ҡарарға теләк белдерә, ләкин уның кандидатураһын раҫламай.

Аҙаҡ Булат Рафиҡов оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булып эшләне.

Абдулла Исмәғилев менән бергә эшләгән кешеләрҙең байтағы, Аллаға шөкөр, әле лә иҫән һәм улар хаталанырға мөмкинлек бирмәҫ, сөнки һәр гәзит – күҙ алдында һәм был осраҡта уйҙырмаларға урын юҡ. Ең һыҙғанып, иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙ-унға тиклем эшләй Абдулла Исмәғилев. Эйе, көн һайын кеше яратып уҡырлыҡ, һәр кешенең күңеленә ятырлыҡ мәҡәләләр табып, йөкмәткеле гәзит сығарыр өсөн шәп кадрҙар, көслө, һәләтле журналистар кәрәк. Республи­каның тормошон һәр яҡлап бөтә тулылығында яҡтыртҡан, гәзиткә яҙылыусыны ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе даими күтәргән матбуғат баҫмаһы тағы ла шуның өсөн дә кәрәк: ул ошо гәзиткә киләһе йылда ла яҙыла һәм уның даими уҡыусыһы булып китә.

“Ял һандарын сығара баш­ланыҡ, – тип хәтерләй был хаҡта Абдулла Исмәғилев. – Аҙна буйы яҡшы материалдар туплап, һәр битте кеше уҡырлыҡ мәҡәләләр менән биҙәп сығарҙыҡ йәкшәмбе һандарын. Ай бөткәс, эшкә мотлаҡ йомғаҡ яһап, еңеүсе бүлектең эшен премия менән билдәләнек. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Урал ҡыҙы” тигән махсус бит булдырҙыҡ. Унда төрлө яҙмалар бирҙек. Аҙна һайын әҙәбиәт һәм сәнғәт битен сығарыуҙы юлға һалдыҡ. Был материалдарҙы әҙерләү гәзиттең әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлегенә йөкмәтелде. Уны матур итеп сығарыу өсөн Рәшит Шәкүр, Рәшит Солтангәрәев һәм Хәсән Назар күп көс һалды. Был өс егет, көстәрен һәм ваҡыттарын аямайынса, ҙур инициатива күрһәтеп, уңышлы ижад итте. Рәшит Закир улы көслө журналист һәм эшкә ижади ҡараусы бүлек мөдире булды. Мәҫәлән, “Йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ” рубрикаһын һәм әҙәбиәт, сәнғәт битен ул тәҡдим итте. Рәшит материалдарҙы төплө итеп, еренә еткереп әҙерләй. Мин күҙ йөрөтөп кенә сыға торғайным. Улар өсөһө лә үҙ өҫтөндә эшләне, ижади яҡтан үҫте, күренекле яҙыусы һәм шағир булып етеште”.

“Совет Башҡортостаны” һымаҡ ҡатмарлы гәзиткә етәкселек итеү еңел эш түгел, шуға күрә баш мөхәррир үҙе лә һиҙә, уға ҡаршы ҡайһы бер журналистар аҫтыртын эш алып бара, эшемде ҡырмаһа ла, гәзит менән тамағын туй­ҙырған, матбуғатты кәсепкә әй­ләндергән журналистар Исмә­ғилевте үҙ итмәй. Улар минең абыныуымды көтөп кенә торҙо, тип хәтерләй баш мөхәррир.

Баш мөхәррирҙе ике мәсьәлә борсой: нисек итеп кадрҙарҙы яңыр­тырға һәм тиражды артты­рырға. Ул осор республикала журналистар, гәзит хәбәрселәрен әҙерләүсе бер уҡыу йорто ла булмай. Күпселек филологтар йәлеп ителә. Шуға ҡайһы бер хәбәрсе­ләрҙең, көҙгө ел ҡыуған ҡамғаҡ кеүек, бөгөн “Совет Башҡортос­таны”нда, иртәгә “Кызыл таң”да, шул арала “Пионер” гәзитендә йә журналында, аҙаҡ телевидениела һәм радиола эшләгән һымаҡ итеп йөрөүе, бөгөн ғәжәп тойолһа ла, ҡасандыр ысынбарлыҡ булған. Абдулла Исмәғилев кадрҙарҙы яңыртыуҙың иң йәтеш, ләкин аҙағы нисек бөтөрө билдәле булмаған юлды һайлай. Ул иғтибарын ҡала һәм район гәзиттәренә йүнәлтә, ләкин был юл байтаҡ сығым талап итә, сөнки кешене күсереп килте­рергә, етмәһә, уға элеккеһенән насарыраҡ булмаған фатир табырға кәрәк. Иң тәүҙә ундай кадрҙарҙы табырға, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк бит әле.

“Совет Башҡортостаны” гәзите­нең хәбәрселәре һәр районда ышаныс бағларлыҡ хеҙмәт­кәрҙәрҙе барлай, уларға задание бирә, аҙаҡ материалды баш мөхәррир үҙе ҡарай, хатта әҙәби әҫәрҙәрен баҫтырырға ла мөм­кинлек бирә. Биш-алты йыл эсендә ҡалаларҙан һәм райондарҙан, радио һәм телевидениенан Рәшит Шәкүров, Рәшит Солтангәрәев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Хәсән Назаров, Ғәлим Хисамов, Тайфур Сәғитов, Азат Байсурин, Кинйәғәле Амантаев, Ғәле Ильясов, Ильяс Иҫән­баев, Факил Мырҙаҡаев саҡы­рыла. Ауыл мәктәптәрендә эшлә­гән Зыял Шәйхетдинов, Юнир Кинйәбаев, Сәлимйән Бәҙрет­динов, Шәйхелислам Айсыуаҡов һәм шул иҫәптән ошо юлдарҙың авторы үҙ хәбәрселәр сафын яңырттыҡ. Аҙаҡ Марсель Ҡотло­ғәлләмов хәҙер онотолған “Извес­тия Башкортостана” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләне. Ғәлим Хисамов “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры, Ризуан Хажиев “Ватандаш” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡорт­остан Журналистар союзы рәйесе булып эшләне. Шулай итеп, өлкән журналистар пенсияға сыҡты, уларҙы йәштәр алмаштырҙы.

 

Файҙалы һабаҡ

 

Ошо урында баш мөхәррирҙең шәхси тормошона аҙ ғына ҡағылып үтергә теләк бар. Ниндәйерәк кеше ине Абдулла Исмәғилев? Ул, ҡайһы берәүҙәр хәтерләүенсә, ҡаты ҡуллы, партия ҡарарҙарын тайпылышһыҙ үтәгән етәксе булдымы, әллә коллективтың мән­фәғәттәрен яҡлаусы инеме? Нисә кеше булһа, фекерҙең дә шул саҡлы ишетелеүе бик ихтимал. 20 йыл эшләү дәүерендә Абдулла Исмәғилев үҙен коллективтың һәм һәр хеҙмәткәренең мәнфәғәттәрен ҡыйыу яҡлаусы итеп күрһәтә. Күпселек үҙенең торлаҡ мәсьә­ләһен хәл итеүгә өлгәшә. Эш хаҡы ла заманы өсөн ярайһы, талапсанлыҡ та юғары һәм, әлбиттә, ҡайһы берәүҙәргә оҡшамауы ла бар.

“Баш мөхәррир ижади эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе баһалай белде” тип хәтерләй берәүҙәр, икенселәр “нисек кенә ҡаты ҡуллы булмаһын, ифрат нескә күңелле, кеселекле, кешелекле етәксе ине” тиҙәр. Рәшит ағай Солтангәрәев үҙенең хәтирәләрендә, “баш мөхәррир беҙгә яҙыусы түгел, журналист кәрәк тигән доктринанан сығып эшләне, шуға уның дәүерендә ижад кешеләренә еңелдән булманы”, ти. Миҫал өсөн, һүҙ ыңғайы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа ҡарата баш мөхәррирҙәрҙең мөнәсәбәтен иҫкә алыу ҙа байтаҡ мәсьәләгә асыҡлыҡ индерер һымаҡ. Хәҡиҡәт өсөн билдәләйек, Рәми Ғарипов “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Абдулла Исмәғилев баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем байтаҡ алда эшләй башлай. Ул осорҙағы баш мөхәррир буласаҡ халыҡ шағирын – һоҡландырғыс тәүге китап авторын корректор итеп эшкә ала. Шағир был һынауҙы түҙемле ҡабул итә. Бер нисә айҙан һуң баш мөхәррирҙең ялға китеүенән файҙаланып, уның урынына ҡалған урынбаҫар Зиннур Нурғәлин егетлек һәм ҡы­йыулыҡ күрһәтә. Шағирҙы әҙәбиәт бүлегенә хеҙмәткәр итеп күсерә. Ялдан сыҡҡас, баш мөхәрриргә был хаҡта партияның Өлкә комитетына хәбәр итергә һәм яуап бирергә тура килә. Бәлки, аң­ларһығыҙ, шағир ни тиклем генә талантлы булмаһын, уға дөйөм ҡағиҙәләргә буйһоноу ҙа еңел булмағандыр. Ни хәл итәһең, заманы шулай булған. Рәми Ғариповты эшһеҙ ҡалдырырға, ғаиләһен уңайһыҙлыҡтарға дусар итергә (ас ҡалдырырға) тигән фарман шул тиклем көслө була, хатта уны эшкә урынлаштырыу мәсьә­ләһен барыһына ла көсө еткән Мостай Кәрим дә хәл итә алмай.

 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

 

(Аҙағы бар).

Читайте нас: