Бөтә яңылыҡтар

“Өләсәйем әкиәттәре”н белеп үҫәләр

Был проект балаларға туған телдәрен өйрәтеү йәһәтенән ҙур ярҙам

“Өләсәйем әкиәттәре”н белеп үҫәләр
“Өләсәйем әкиәттәре”н белеп үҫәләр

 

Башҡорт дәүләт университеты филологтары Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы һәм халыҡ сәнғәте йылы сиктәрендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн уникаль проект эшләне, ул Башҡортостан халыҡтарының күп теллелегенә нигеҙләнгән.

Юғары уҡыу йорто белгестәре төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, туған телдә “Өләсәйем әкиәттәре” исемле тематик дәрестәр күрһәттеләр. 2022 уҡыу йылы  башынан  улар республиканың бер нисә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына уҡытыуға индереләсәк.

"Өләсәйем әкиәттәре"  проектының  башҡорт теле өйрәнелгән балалар баҡсалары өсөн ҙур методик ярҙам булыуын белдерҙе Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина:

  • Башҡортостан Республикаһында полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында асылған инновацион белем биреү ойошмалары – быға асыҡ дәлил. Яҡын киләсәктә полилингваль балалар баҡсалары ойоштороу ҙа күҙалланыуын иҫәпкә алғанда, уларҙы сифатлы методик әсбаптар менән тәьмин итеүҙең заман талабы икәнлеге аңлашыла. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары Мәскәү ғалимдары менән берлектә уникаль проект өҫтөндә эште уңышлы тамамланы. Рәсәй Федерацияһының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған проекттың һөҙөмтәһе булараҡ, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн башҡорт-урыҫ ике теллелеген үҫтереүгә ҡоролған сағыу дидактик материалдар донъя күрҙе. Төҫлө альбомдарҙы презентациялау һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәренең алдынғы эш тәжрибәһе менән таныштырыу маҡсатында 27 май көндө Башҡорт дәүләт университетында республика семинары ойошторола. Башланыу ваҡыты – иртәнге 10-да, - тине ул.

  “Был проекттың тап  Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы һәм халыҡ сәнғәте йылында старт алыуы ҡыуаныслы. Ул бәләкәйҙән рус һәм туған телдәрҙә тел мөхитен һаҡлауға һәм булдырыуға йүнәлтелгән. Юғары уҡыу йорто тикшереүселәре ерле халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бирә”, - тине БДУ ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.

Фото: Гөлфирә Абдуллинаның шәхси архивынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: