Бөтә яңылыҡтар

Вәлләм Мусин исемендәге ретро йырҙар конкурсы

Бәйгелә 40-ҡа яҡын йырсы ҡатнашты һәм беренән-береһе сағыу ретро йырҙар тәҡдим итте. 

Вәлләм Мусин исемендәге ретро йырҙар конкурсы
Вәлләм Мусин исемендәге ретро йырҙар конкурсы

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда ошо биләмәгә ҡараған ауылдар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Сулпан" балалар театрының тәүге ҡарлуғастарының береһе, актер Вәлләм Әғзәм улы Мусиндың яҡты иҫтәлегенә арнап  "Йондоҙ ҡото нурланыуҙа, йырҙың ҡото-йырланыуҙа" тип аталған ретро йырҙар конкурсы үтте. Бәйгелә 40-ҡа яҡын йырсы ҡатнашты һәм беренән-береһе сағыу ретро йырҙарҙы тәҡдим итте. Конкурсанттарҙың сығыштарын Вәлләм Әғзәм улының туғандары - Риф һәм Әсмә Мусиндар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай театр-концерт берекмәһенең директор урынбаҫары Рәмил Туйсин баһаланы.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мусин Вәлләм Әғзәм улы 1956 йылдың 10 ғинуарында Ниғәмәт ауылында күп балалы Әғзәм һәм Зөһрә Мусиндар ғаиләһендә тыуған. 1963-1973 йылдарҙа Ниғәмәт урта мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағас, тыуған ил алдында үҙенең бурысын үтәп, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Ауылдашыбыҙ хеҙмәт юлын Ниғәмәт урта мәктәбендә секретарь-лаборант булып башлай. 1976 йылда Сибай тау-байыҡтырыу техникумына уҡырға инә һәм шул йылдарҙан үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында сығыш яһай башлай. Техникумдың вокаль-инструменталь ансамбле солисы була. Төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһай. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайының халыҡ театрында тәүге ролдәрен уйнай. Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһында эшләү менән бергә халыҡ театрында шөғөлләнә, бер-бер артлы сағыу образдар тыуҙыра.

Күренекле режиссер Дамир Ғәлимов ойошторған Әкиәттәр һәм легендалар театрына эшкә күскәс, тағы ла дәртләнеп ижад итә. Вәлләм Әғзәм улы ҡалала уҙған барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бигерәк тә Яңы йыл балмаскарадының алыштырғыһыҙ Ҡыш бабайы булып ҡала халҡының хәтерендә ҡалған. Вәлләм Әғзәм улының сағыу һәләте йыр сәнғәтендә лә сағылыш таба. Мәктәп йылдарынан уҡ башланған йырға булған һөйөүе актерлыҡ оҫталығы менән тығыҙ үрелеп бара. Бигерәк тә һәүәҫкәр композитор Хисмәт Дәүләтовтың йырҙарының тәүге башҡарыусыһы булып таныла. Ике талант эйәһе бергә уңышлы ижад итәләр. “Эх ҡайтһа егет сағым”, “Гөлдөр-гөлдөр”, “Үргәрәк”, “Уралиә” һ.б. йырҙары Вәлләм Мусин башҡарыуында киң танылыу ала.

1993 йылдан театр “Сулпан” балалар театры тип атала башлай, 1996 йылда дәүләт статусы ала. Директоры Фәтих Хөснөтдинов була, художество етәксеһе итеп режиссер Альмира Ҡыуатова тәғәйенләнә. Театр, яңы һулыш ала, унда балалар өсөн яңы спектаклдәр, тамашалар ҡуйыла. Рәсимә Ураҡсинаның, Айһылыу Йәғәфәрованың, Наил Ғәйетбаевтың “Тәгәрәп китте йомғағым”, “Бүре башы ун ике”, “Тирмәкәй”, “Батыр әтәс” пьесалары ҡуйыла. Вәлләм Әғзәм улы А.Фәтхуллиндың “Аҡъял батыр”, Т.Миңнуллиндың “Аҡбай” һәм башҡа спектаклдәрҙә сағыу образдар тыуҙыра. “Сулпан” театры  Өфөлә үткән “Театр яҙы – 2005” фестивалендә А.Селиндың “Светлое будущее” спектакле менән ҡатнашып, ҙур уңыш ҡаҙана. Һуңғы йылдарҙа ҡуйылған спектаклдәрҙә Вәлләм Әғзәм улы Мусин ең һыҙғанып эшләй һәм ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра. 1991 йылда Вәлләм Мусин Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исемгә лайыҡ була. Ҡатыны Роза ханым менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, таланты сәскә атҡан мәлдә Вәлләм Әғзәм улы 2010 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Сибай ҡалаһында ерләнгән.

Конкурстың төп бағымсыһы – Вәлләм Мусиндың ҡатыны. Шул уҡ ваҡытта бәйгене ойоштороуҙа  Вәлләм Әғзәм улының  туғандары , ғәзиз балалары - өлкән ҡыҙы Рита, ейәнсәре Регина,  кейәүе Батыр, ейәне Динислам ҙур ярҙам күрһәткән Конкурсты юғары кимәлдә Ниғәмәт ауыл мәҙәниәте директоры Нурия Гатауллина һәм  китапхана мөдире Гөлбикә Кейекбаева юғары кимәлдә алып барҙы. Урындар түбәндәгәсә билдәләнде:

Гран при – Хәсәнов Рәил (Түбәнге Яйыҡбай)

1 урын – Ғәббәсова Гөлсирә(Ниғәмәт);

Уразбаев Миңлехан(Түбәнге Яйыҡбай)

2 урын – Иҫәнғужина Айгөл, Йылҡыбаева Рәзилә (дуэт) (2се Этҡол);

Мырҙағәлина Рәйсә(Ниғәмәт);

Ишҡыуатова Гөлгөнә(Үрге Яйыҡбай)

3 урын – Ишбулатов Рәфҡәт(2-се Этҡол);

Ғатауллина Зөлфиә(Ниғәмәт);

Мирзина Лилиә(Ниғәмәт)

4-се урын – Вәлиева Таһылыу (Байым);

Әминева Зифа(Иҫән);

Ғатауллина Рауилә (Ниғәмәт);

Ғатауллина Нурия (Ниғәмәт);

Кейекбаева Гөлбикә (Ниғәмәт);

Мәжитова Фәниә (2-се Этҡол).

“Иң оло башҡарыусы – Яңылбикә Арыҫланова (2-се Этҡол)

“Иң йәш башҡарыусы” – Юлиә Байтурина (2-се Этҡол)

“Өмөт” номинацияһы – Ниғәмәттән: Рәхимов Ғайса, Ғәббәсова Ынйыгөл, Усманова Венера, Утарбаева Гөлназ.

“ Иң оҫта башҡарыусы  “ –Түбәнге Яйыҡбайҙан  Земфира  Хәсәнова.

Сығанаҡ һәм фото: Рәүилә Хәсәнова.

 

 

 

 

 

 

 

Вәлләм Мусин исемендәге ретро йырҙар конкурсы
Вәлләм Мусин исемендәге ретро йырҙар конкурсы
Вәлләм Мусин исемендәге ретро йырҙар конкурсы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: