Республикабыҙ муниципалитеттары башлыҡтарының социаль селтәрҙәрҙә халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыуы, эш тураһында һөйләү генә түгел, күңел кисерештәрен дә еткереп барыуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара тиерлек.
Һис һүҙһеҙ, был - ике араны нығыраҡ яҡынайтыу йәһәтенән һөҙөмтәле алым.
Мәҫәлән, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов - социаль селтәрҙәрҙән әүҙем файҙаланыусы. Ул сәхифәһендә район тормошо хаҡында даими яҙып бара. Ошо көндәрҙә иһә етәксенең йәнә бер һәләте асылды: ул баянда моңло итеп ауыл көйҙәрен уйнап, шиғыр ҙа һөйләп ишеттерҙе.
"Эх, ауыл көйҙәре! Шундай тулҡынландыра, йәш саҡтарға алып ҡайта, яҡты иҫтәлектәр уята... Ауыл көйө - мине үҫтергән көй", - тип яҙҙы Риф Сәғәҙәтулла улы. Афарин!
Фото Р. Йосоповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ҡуйылған видеонан скриншот.