Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Премьераны күрмәй ҡалмағыҙ!

“Валериан Альбанов. Көньяҡҡа, Франц Иосиф еренә” документаль фильмы ҡырыҫ Арктика шарттарын һәм үҙеңде еңеү тарихы тураһында.

Премьераны күрмәй ҡалмағыҙ!
Премьераны күрмәй ҡалмағыҙ!

 

Был фильмда 20 быуаттың төп серҙәренең береһе тураһында һүҙ бара. Уны аңлауға  сығышы менән Өфөнән булған штурман Валериан Иванович Альбанов булышлыҡ итә.

Валериан Альбанов – рус диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Арктиканы тикшереүсе. Ул 1912 йылда “Изге Анна” шхунаһында  Брусилов экспедицияһында ҡатнашып иҫән ҡалыусы икәүҙең береһе булыуы менән танылған.  Әйткәндәй, унда 22 кешенең һәләк булыуы билдәле.

Валериан Альбановтың  тарихы бөтә донъяға 1917 йылда баҫтырылған “Көньяҡҡа, Франц Иосиф еренә!” тигән китабы аша билдәле. Был тарих иһә яҙыусы Вениамин Каверинды “Ике капитан” мажаралы романының бер сюжетын булдырыуға рухландыра.

“Изге Анна” шхунаһының  Арктика һыуҙарындағы ваҡиғаһына 100 йылдан ашыу булһа ла,  эҙләү туҡтатылмай. Тормошон Арктиканы өйрәнеүгә арнаған кешеләр яҙмышы уны дауам итә. Беҙҙең яҡташыбыҙ Валериан Иванович Альбановтың көндәлектәре быға юл аса.   

 Уных шәхси батырлығы “Ике капитан”дан Саня Григорьевтыҡы һымаҡ ябай ғына, ләкин мөһим һүҙҙәрҙә сағыла – “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә!”

Валериан Альбановтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған “Валериан Альбанов. Көньяҡҡа, Франц Иосиф еренә” документаль фильмы премьераһы Башҡортостан Юлдаш телеканалында  26 майҙа 23:00 сәғәттә күрһәтеләсәк.

Фото: Башинформ сайтынан.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в