“Китапханалар ҙа бөгөнгө заман талаптарына яуап биргән хеҙмәт күрһәтергә тейеш. Шул саҡта беҙҙән халыҡ өҙөлмәйәсәк. Эшебеҙҙә тап ошоға ынтылабыҙ”, – ти Ауырғазы районының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Ғәзиева.
Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһына килгән һәр кемде ошо төбәктә тыуып үҫкән яҙыусыларҙың портреттары эленгән галерея ҡаршылай. Эйе, билдәле шәхестәргә бай Ауырғазы районы. Даһи шағир Рәшит Назаров үҙе генә ни тора! Әммә әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған яңы быуын барлыҡҡа килһен өсөн уларға мөмкинлектәр ҙә булдырырға кәрәк. Был йәһәттән Ауырғазыла барыһы ла яйлы – китапханасыларҙың башҡарған эштәре тап ошоно раҫлай.
Ысынлап та, гранттар ярҙамында төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу үҙәк район китапханаһына йөрөгән халыҡтың бермә-бер артыуына килтергән. “Элекке етәксебеҙ Замира Хөсәйенова башланғысы менән һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Табип китап” үҙәге эшләй башлағайны. Беҙ ошо эште дауам итергә булдыҡ һәм Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулап, “Мөғжизәләр иле” проектын тормошҡа ашырабыҙ”, – тип төшөндөрҙө Айгөл Фәнзил ҡыҙы. Мәҫәлән, был сара сиктәрендә китапханаға үҙенсәлекле интерактив ҡомлоҡ, Айболит һыны, айыу менән бүре костюмы алып ҡуйғандар. Хәҙер улар ярҙамында бәләкәстәр өсөн даими рәүештә төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, китапхананың ҡурсаҡ театрының тамашалары күрһәтелә икән. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға уңайлыҡ тыуҙырыу өсөн коляска ла һатып алынған. Әлбиттә, урындағы ата-әсәләр бындай үҙгәрештәргә шатланып бөтә алмай.
Китапханасылар фекеренсә, оло быуындың китапҡа ихтирамы ҙур, шуға бында иң тәүҙә үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим. Был йәһәттән дә байтаҡ эштәр башҡарыла – мәҫәлән, Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды грантына “Уңыш залы” проекты тормошҡа ашырылған. Уның сиктәрендә китапханаға интерактив таҡта ҡуйылған һәм бик сағыу саралар ойошторолған – талантлы йәштәр ҡатнашлығында ижади осрашыуҙар, презентациялар, күргәҙмәләр үткән. Үҫмерҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтары булған махсус уҡыу залы барлыҡҡа килгән – унда район хакимиәте тарафынан бүленгән аҡсаға заманса йыһаздар һатып алынған.
“Бөгөн беҙ Ғәлимйән Ибраһимов, Рәшит Назаров, Салауат Рәхмәтулла, Әлфиә Әсәҙуллина, Флүзә Мырҙабаева, Салауат Әсфәтуллин, Александр Савельев-Сас кеүек талантлы әҙиптәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Әйткәндәй, Александр Савельев-Сас башҡортса ла бик матур итеп һөйләште, бик күп әҫәрҙәрен сыуашсанан үҙе тәржемә итә ине. Шуныһы ҡыуаныс: уларға алмашҡа үҫеп килгән быуын бар – Данила Андреев, Дмитрий Емелин, Айгизә Йосопова, Юлиана Ғиндуллина, Иншар Вәлитов”, – тиҙәр бында.
Эйе, уңыштары байтаҡ Ауырғазы китапханасыларының. Бөгөн район китапханаларында 37 кеше мәшғүл һәм уларҙың заман мөмкинлектәрен оҫта файҙаланыуы, үҙ эшен яратып башҡарыуы ошондай һөҙөмтәләрҙең төп сере булып тора ла инде.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.
Ауырғазы районы.