Бөтә яңылыҡтар

Кәкребаш ауылы халҡы тарихына иғтибарлы

Ауылда 40-тан ашыу шәжәрә төҙөлгән.

Азат Закиров.
Фото:Азат Закиров.

Туймазы районының Кәкребаш ауылы байрамса төҫ алып, ауыл мәҙәниәт йорто ишектәрен шар асты. Бында мәртәбәле Шәжәрә байрамы үтте. Фойела райондың ҡул эштәре оҫталары, үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөгән ауыл халҡы йыйылды. Тәүгеләре оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, ҡул эштәренең серҙәрен һөйләһә, үҙ шәжәрәһен төҙөүселәр нәҫел ептәрен барланы.

Ауыл тураһында яҙғанда, уның тарихына туҡталып китмәү яҙыҡ булыр. Тарихсы Әнүәр Әсфән­диәров биргән мәғлүмәт буйынса, Ҡоңғыр бей менән Күккүҙ бей Ҡаран шишмәһе буйына күсеп ултыра. Күккүҙ бей – Ҡырғыҙ ырыуынан, Ислам динен ҡабул иткән башҡорт. Был ерҙәрҙе рәсмиләш­тереү 1692 йылда башлана. Әлеге ике тарихи шәхес тураһында мәғлүмәт беҙҙең көндәргә тиклем бары риүәйәттәр һәм легендалар аша ғына билдәле.

Ауыл халҡы ошо быуаттар дауамында ил күргәндең барыһын да күрә: аслыҡ, һуғыштар, етешһеҙ тормош, янғын... Бөгөн иһә ауыл гөрләп тора. Мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто эшләй. Ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы бар. Халҡы тырыш, әүҙем.

Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Шәжәрә байрамына ныҡлы әҙерләнгән. Гөлүзә Фәрухшинова сараның биҙәге булды. Ул 12 быуын нәҫел шәжәрәһен төҙөгән. Был эште башҡарыуға ғаилә күп көс һалған. Әле иһә уны ҡыуанып тулыландырып торалар, ғаилә байрамдарында элеп, балаларға күрһәтәләр, тарих биттәре менән таныштыралар.

– Тәү сиратта, был шәжәрә беҙҙең балалар һәм ейәнсәрҙәр өсөн кәрәк. Ата-бабаларын, туғандарын белгән быуын көслө була. Шәжәрә ағасында урын алған кешенең тормошон барлау, иҫкә алыу рухына доға булып барып етәлер, – ти Гөлүзә Фуат ҡыҙы.

Әлфирә Ситдиҡова иһә 40 йыл элек Собханғол ауылына Хәйбулла яғынан килен булып төшкән. Ул – “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йорто етәксеһе, “Иман” фольклор ансамблен булдырған. Әле иһә күргәҙмәгә үҙенең ҡул эштәре менән килгән.

– Пандемия осоро бушҡа үтмәне – яңы һөнәрҙәр өҫтәлде. Тәүҙә ошондай ҡурсаҡтар тегергә өйрән­дем. Уларға матур итеп милли костюмдар эшләнем. Унан инде ҡул оҫтарып китте. Түшелдерек, һаҡал­дарға тотондом. Хәҙер был яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Һәр буш минутымды тегеүгә бағышлайым, – ти Әлфирә Шәрифйән ҡыҙы.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто, Туймазы районы шә­­жәрәһе буйынса вәкил Альберт Исмаилдың сығышын ауылдаштары йылы ҡабул итте. Ул тәүге­ләр­ҙән булып шәжәрәне һанлаш­ты­рыуға тотонған һәм тәҡдим ителгән эштәрҙең барыһын да тиерлек интернет киңлектәренә урын­лаш­тырған.

– Әлбиттә, ауылда шәжәрәне бар­лау әүҙем бара. Әммә беҙҙең бурыс – артабан да эште һү­релт­мәү. Бик күп ғаиләләрҙең шә­жәрә­ләре ахырынаса еткерел­мәгән, ҡайһы бер мәғлүмәттәр ет­мәү арҡа­һында айырым йылдарға метри­каларҙың булмауы, доку­мент­тарҙың боҙолоуы һәм башҡа сәбәпле, шәжәрә төҙөү эше ҡат­марлана. Әммә был хәрәкәтте туҡтатырға ярамай, өҫтәмә материалдар эҙләйбеҙ, һорашабыҙ. Бынан тыш, беҙҙең эштең төп йүнәлештәренең береһе – йәш быуында ҡыҙыҡһыныу тыуҙы­рыу. Улар нәҫел ебен белеп үҫергә, йолалар менән таны­шырға тейеш тигән фекер­ҙәмен, – ти Альберт Исмаил.

Аҡһаҡал, үҙ нәҫеленең шәжәрәһен ентекләп төҙөгән, унан инде ауыл тарихын китап итеп баҫтырып сығарған 84 йәшлек Әнәс Сафуановтың да сығышы бик ҡыҙыҡлы булды.

– Ауылдың атамаһы Ҡыр-Йылан улысынан килеп урынлашҡан Кәкре­баш мырҙаға бәйле. Был төбәк тотош урман булған. Уның килеп урынлашыу ваҡыты теүәл генә билдәле булмаһа ла, был урынға хужаларынан ҡасҡан крепостной крәҫтиәндәр, яһаҡ түләүҙән баш тартҡан башҡорттар, типтәр­ҙәр тартылған. Урманды киҫеп, сәсеүлек ерҙәре эшләп алғандар һәм донъя көтә башлағандар. Был – беҙҙең тарих. Һәр тарихты ке­шеләр яҙа. Кем булған һуң ул беҙҙең ата-бабалар? Ниндәй заманда йәшәгән улар? Ниндәй хәсрәт менән янған? Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын алайыҡ. Беҙҙең Сафуановтар ғаи­лә­һенән өс кеше һуғышҡа киткән, береһе лә әйләнеп ҡайтмаған. Шул иҫәптән минең атайым да.

Шәжәрәгә бер тотонһаң, бер генә тарихты асыҡлаһаң, ул үҙенә тартып тик тора. Беҙҙең шәжәрә архив мәғлүмәттәренә, иҫтәлек­тәргә, тарихи документтарға таянып эшләнде, – тип һөйләй Әнәс Сафуанов. Әйткәндәй, аҡһаҡал үҙе оҙаҡ йылдар ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡара. Шуға ла халыҡты һәйбәт белгән, һәр ғаилә менән яҡшы таныш уҙамандың хаҡлы ялға сыҡҡас ауыл тарихын барлаған китапҡа тотоноуына һис тә аптырарға түгел. “Ауыл тарихы – халҡым яҙмышы” тигән йыйын­тыҡта боронғо тарихи дәлилдәр ҙә, колхозлашыу осоро ла, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ла бик сағыу яҡтыртылған.

Кәкребаштар районда тәүгеләр­ҙән булып милли кейемгә иғтибар иткән, уны тергеҙеүгә ҙур көс һалған. Бөгөн дә милли кейем дефилеһын ҡарап күҙҙәр ҡамашты. Төп иғтибар, тәбиғи, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион кейеменә бирелеп, уның айырым төбәктәргә хас үҙенсә­лектәре, тарихы менән таныштырып үттеләр. Уларҙың авторы – исеме таныла барған дизайнер-этнограф, “Тамға” ижади берләш­мәһе етәксеһе, район-ҡала, республика, төбәк-ара конкурс, фести­валдәр лауреаты Зөлфиә Краснова.

– Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттары кейемен өйрәнә баш­ла­ғанымда шуға иғтибар иттем: уның тураһында бик әҙ беләләр, артыҡ таныш түгелдәр. Уртаҡ ты­рыш­лыҡ арҡаһында, музей материалдарын өйрәнеп, бик яуаплы һәм ентекле эш башҡарҙыҡ. Хәҙер беҙҙең яҡҡа хас милли кейемебеҙ тарала бара, кеше уның менән ҡы­ҙыҡһына. Районыбыҙ хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге беҙҙең эште баһа­лап, ярҙам итеп тора – шуныһы биге­рәк ҡыуа­ныслы, – ти Зөлфиә Рәшит ҡыҙы.

Сараны ойоштороусы, Кәкре­баш ауыл мәҙәниәт йорто етәк­сеһе Зөләлә Төхвәтуллина байрам­дың ололар өсөн генә түгел, йәш быуын өсөн дә фәһемле булыуына күп көс һалған.

– Милли кейем – беҙҙең ғорур­лығыбыҙ, беҙҙең халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тураһында һөйләгән изге мираҫ. Уның тарихы, төрлөлөгө хаҡында күберәк кеше белергә тейеш. Ә ба­лалар оло быуын ауылдаш­тарының тарихҡа, шәжәрәгә иғти­барын күреп, өлгө алһын, мәктәп эскәмйәһенән нәҫел ептәрен барлап өйрәнһен тигән теләктәмен, – ти Зөләлә Рәйес ҡыҙы.

Зөләлә Төхвәтуллина мәҙә­ниәт йортона 1995 йылдан етәкселек итә.

– Клуб эшендә бик күп саралар үткәрәбеҙ, сценарийҙы үҙем яҙам. Сараларҙы халыҡ көтөп ала. Ауылдың мәҙәни усағы булырға тырышабыҙ. Әле беҙҙә ундан ашыу түңә­рәк бар. “Юлдаш” бейеү ансамбленең өс төркөмө лә уңышлы эшләй. “Илһам” нәфис һүҙ түңәрәге, йыр түңәрәге, “Көлкө ҡапсығы” драма, “Наурыҙ” фольклор коллективтары бар. Айырыуса ҙур иғтибар бирелгән саралар – милли байрамдар. “Ҡаҙ өмәһе”, Шәжәрә байрамдары бында дәррәү үтә. Һуңғы йылдарҙа мил­ли саралар исемлеген “Сөм­бөлә”, “Ҡусҡар” тулыландырҙы, – тип һөйләй ул.

Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайының тарих һәм башҡорт халҡы үҫеше комиссияһы кураторы, БДУ-ның тарих һәм дәүләт идаралығы институты доценты Нурислам Ҡалмантаев сараны юғары баһаланы.

– Бындай саралар бик кәрәк. Йола байрамдары, шәжәрәләр үт­кәреү халыҡты берләштерә, нә­ҫелде нығыта. Был ауылда халыҡ 2007 йылдан шәжәрәһен төҙөй. Бик бирелеп, ентекле итеп эш­лән­гәндәре бихисап. Әлеге сараның үҙенсәлеген дә билдәләп китке килә: ойоштороусылар балаларҙы йәлеп иткән. Мәктәп уҡыусы­лары­ның күҙҙәре янып киткәнен, ҡыҙыҡ­һынып шәжәрәләрҙе ҡарауы, милли уйындарҙа әүҙем ҡатнашыуы беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Милли үҙаң шунан башлана. Шәжәрәләрҙе һанлаштырыу эше лә ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Халыҡ та был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынды. Артабан да эш дауам итер тип ышанам, – тине тарихсы.

Туймазы төбәгендә мәҙәни саралар төрлө һәм күп яҡлы. Боронғо йолаларҙы тергеҙеү, һаҡлауға күп көс һалына. Был, тәү сиратта, район етәкселегенең хеҙмәте. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов, дөйөм клуб системаһы директоры Гөлнара Сабирова берҙәм көс булып, дәртләнеп эшләй. Йәйгелеккә лә районда бик күп саралар үткәреү планлаштырылған.

Шәжәрә байрамы бәйге үткәреү менән тамамланды: мәктәп уҡыу­сылары ике командаға бүленеп, уҡ атыу, арҡан тартыу, күҫәк ырғы­тыу кеүек милли уйындарҙа ярышты. Арҡан тартышыу менән балалар һәйбәт таныш – һабантуй байрамдарында, төрлө йыйындарҙа гел ойошторола. Ә бына уҡ атыу егеттәр өсөн яңы асыш булды. Тәүҙә баҙнатһыҙ ғына тотонһалар ҙа, һуңынан оҫтарып алып, сәпкә тейҙерә башланылар.

Шәжәрә байрамы үҙенең майсатына иреште – быуындар бәйләнеше, ата-бабаларҙың тарихын барлау, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәрҙең һүҙен тыңлау, милли йолаларҙы күрһәтеү балалар өсөн дә, ололар өсөн дә файҙалы булды.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

 

Туймазы районы.

Читайте нас: