Йәм етмәһә, Илнарҙы саҡырығыҙ!

22 йәшлек егет оҫталығы менән һоҡландыра.

Йәм етмәһә, Илнарҙы саҡырығыҙ!Йәм етмәһә, Илнарҙы саҡырығыҙ!
Йәм етмәһә, Илнарҙы саҡырығыҙ!

Белорет ҡалаһынан 22 йәшлек Илнар Зәйтүнов бик матур итеп һүрәт төшөрә. Урта һөнәри белем алғас, ул күпләп заказдар йыя башлай. Кешеләргә бүләккә уларҙың портреттарын төшөрә, Башҡортостандың ауылдарына сығып, өйҙәрҙе, ҡапҡаларҙы, ҡоймаларҙы биҙәй. Фотоһүрәттәргә ҡарағыҙ әле, һоҡланғыс бит?!

Хатта заказдар күп, миңә ярҙамға рәссамдар кәрәк, тип иғлан да бирә. Ә социаль селтәрҙәрҙә уның һүрәттәрен ҡарап, кешеләр күпләп маҡтау һүҙҙәре яҙып ҡалдыра. 

Фото: Илнар Зәйтүнов архивынан.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас