Бөтә яңылыҡтар

Хәйбуллалар рухиәттең ҡәҙерен белә

Уларҙа "Китапхана төнө" нисек үтте? 

Хәйбуллалар рухиәттең ҡәҙерен белә
Хәйбуллалар рухиәттең ҡәҙерен белә

Хәйбулла районы китапханалар системаһының барлыҡ китапханалары “Китапхана төнө-2022” Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашҡан.

Йыл һайын "Китапхана төнө" донъяның төрлө илдәрендә 2000-дән ашыу майҙансыҡты берләштерә. 2022 йылда акцияның рәсми темаһы - "Традициялар тураһында".
Төшкә тиклем китапханасылар район үҙәгенең Ял һәм мәҙәниәт паркында “Йүгереүсе китап” (“Бегущая книга”) акцияһы нигеҙендә ял итеүселәргә бүклеттар таратҡан. Кис, эш көнө тамамланғас, китап һөйөүселәр “Халыҡ традициялары йәшәһен һәм нығынһын!” тип аталған милли мәҙәниәт фестиваленә йыйылған.

Район мәҙәниәт йортонда үҙәк һәм балалар модулле китапханалары хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө йәштәге китап уҡыусылар өсөн бай йөкмәткеле мауыҡтырғыс саралар программаһы әҙерләнгән. Бында акцияла ҡатнашыусылар өсөн бер нисә майҙансыҡ ойошторолған. Мәҫәлән, фойела Илһөйәр Юламанованың Рәсәй, донъя халыҡтарының милли кейемендәге ҡурсаҡтары күргәҙмәһе ҡуйылған. Был шәхси күргәҙмәлә 60-тан ашыу ҡурсаҡ тупланған.

Китапханалар төнө акцияһында төрлө музыка ҡоралдарында өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткән. Сарала ҡатнашыусыларға төрлө милләт аш-һыуы күргәҙмәһе айырыуса оҡшаған. Унда илленән ашыу милли ризыҡ урын алған.

Халыҡ йолаларына, милли традицияларға арналған Китапхана төнө акцияһында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәрен, бейеүҙәрен дә сәхнәгә алып сыҡҡан китапханасылар. Шулай уҡ үҙәк китапхана эргәһендә ойошторолған “Юшан” халыҡ инструменттары ансамбленең исем туйы үткән. Байрам аҙағында лотерея уйыны уйнатылған, төп приз – өс мең һум аҡса Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Айҙар Исмәғилевкә эләккән.

Байрам китапхананың йәштәр һәм оло быуын өсөн ял итеү, аралашыу үҙәге булараҡ мөһимлеген, кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте.

Фото һәм сығанаҡ: Сәлимә Байгилдина.

Хәйбуллалар рухиәттең ҡәҙерен белә
Хәйбуллалар рухиәттең ҡәҙерен белә
Хәйбуллалар рухиәттең ҡәҙерен белә
Хәйбуллалар рухиәттең ҡәҙерен белә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: