Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ артисы ауылдан остазын саҡырҙы

“Йондоҙсоҡтар” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнгәндәр араһынан да Рөстәм кеүек юғары бейеклектәр яулаған таланттар сығыр, тигән ышаныста Гөлшат Хәйбуллина.

Халыҡ артисы ауылдан остазын саҡырҙы
Халыҡ артисы ауылдан остазын саҡырҙы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Исхаҡов 27 майҙа уҙғарылған ижад кисәһенә яратҡан остазын – Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Хәйбуллинаны саҡырҙы.

Рөстәмде башҡорт сәхнәһенең Спартагы тип тә йөрөтәләр. 20 йәшендә Юрий Григоровичтың данлыҡлы балетында төп ролде башҡарған башҡорт егетенә оло сәхнәгә юлды Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы күрһәтә. Йәш талантлы хореограф ойошторған “Йондоҙсоҡтар” балалар бейеү ансамбле солисы була. Уҡытыусы тәҡдиме менән Өфө хореография училищеһына уҡырға инә.

Арҙаҡлы бейеүсе Рөстәм Исхаҡов "Корсара"ла Конрад, "Йоҡоға талған һылыу"ҙа Дезире, "Аҡҡош күле"ндә Зигфрид, "Щелкунчик"та Принц, "Сыңрау торна"ла Йомағол ролдәрен һынландыра. "Жизель", "Мөхәббәт тураһында легенда" һ.б. балеттарҙа төп партияларҙы уйнай. Үҙенең тәрбиәләнеүсеһе менән сикһеҙ ғорурлана Гөлшат Хәйбуллина. Район һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа алдынғы урындар яулаған “Йондоҙсоҡтар” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә ҡатнашыусылар араһынан да Рөстәм кеүек юғарынан-юғары бейеклектәр яулаған таланттар сығыр, тип өмөтләнә ул.

Фотолар: Гөлшат Хәйбуллинаның шәхси архивынан һәм bashopera.ru cайтынан.

Халыҡ артисы ауылдан остазын саҡырҙы
Халыҡ артисы ауылдан остазын саҡырҙы
Халыҡ артисы ауылдан остазын саҡырҙы
Халыҡ артисы ауылдан остазын саҡырҙы
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: