Бөгөн Өфөлә "Йәшлек House" йәштәр йортонда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Осҡон" башҡорт халыҡ студенттар театры актерҙары менән осрашты.
Быйыл мартта йәш ижадсылар "Һуңғы шаһиттар" спектакле менән "Театраль Волга буйы" балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленең "Иң яҡшы йәштәр постановкаһы" номинацияһында III кимәлдәге лауреат исемен алған. Уны Светлана Алексиевичтың "Һуңғы шаһиттар" китабы һәм Жанар Кусаинованың "Улар килде" пьесаһы буйынса ҡуйғандар.
"Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында байтаҡ материал, хикәйәләр һәм пьесаларҙы өйрәндек, - тип һөйләне "Осҡон" театрының художество етәксеһе Әлфинә Минһажева. - Төрлө сығанаҡтарҙан тотош спектакль ҡуйырға, һәр геройҙы асырға, деталдәрҙе, ваҡиғаларҙы бәйләргә, сюжет линияһы уйлап табырға кәрәк ине".
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров спектаклдән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң да театр коллективында ҡалған һәм йолаларҙы дауам итеп, "Театраль Волга буйы" фестивалендә ҡатнашыусы йәштәрҙең булыуын беләм. "Һуңғы шаһиттар" спектакле миңә ныҡ тәьҫир итте. Материал көнүҙәк һәм ҡатмарлы, айырыуса балалар өсөн. Йәштәрҙең һуғыштың нимә икәнен белеүе, уның эҙемтәләрен аңлауы мөһим", - тип билдәләне Игорь Комаров.
Осрашыуҙа йәштәр ижади пландары хаҡында һөйләне. Улар Михаил Булгаковтың "Мастер һәм Маргарита" романы буйынса яңы спектакль ҡуйырға, "Театраль Волга буйы" фестивалендә еңергә ниәтләй.
Йәш актерҙар фестиваль еңеүселәренә гранттар күләмен арттырырға тәҡдим итте. Игорь Комаров был башланғысты хупланы.
"Беҙ проектты артабан үҫтереү яҡлы. Әлбиттә, спектаклдәр ҡатмарлыраҡ һәм ҡатнашыусыларҙың кимәле юғарыраҡ булған һайын, аҡса ла күберәк кәрәк. Шуға күрә киләһе йылда "Театраль Волга буйы" еңеүселәренә гранттарҙы арттырасаҡбыҙ", - тип билдәләне Игорь Комаров.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ һәүәҫкәр киноның округ фестивален ойоштороу, уны Өфөлә үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле концепция әҙерләгәндән һуң ошо тәҡдимде хупларға әҙер булыуын белдерҙе.
Осрашыу алдынан Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров "Йәшлек House" ижади киңлеген ҡараны. Ул 2021 йылдың октябрендә Өфөлә Пушкин урамындағы 86-сы йортта асылғайны. Бина төбәк әһәмиәтендәге тарихи-мәҙәни ҡомартҡы булып тора, Костерин һәм Черников йорто булараҡ билдәле. Майҙаны 1,5 мең квадрат метрҙан ашыу. Унда йәмәғәт ойошмалары штабтары, төбәк ирекмәндәр штабы, коворкингтар, йәштәр инициатива төркөмдәре өсөн киңлектәр урынлашҡан. Бында рәсми осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади концерттар, форумдар һәм башҡа саралар уҙа.
"Беҙ йәштәрҙең бергә йыйылып, идеялар, проекттар буйынса фекер алыша алырлыҡ урыны булыуын күптән теләй инек, шуға ошо бинаны йәштәргә бирергә ҡарар иттек. Сөнки был - киләсәккә инвестициялар. Башҡортостанда Волга буйы федераль округы буйынса һан яғынан иң күбе - йәштәр. Беҙҙең йәштәр - иң талантлы һәм инициативалы", - тип билдәләгәйне төбәк етәксеһе "Йәшлек House" үҙәген асыу тантанаһында.
"Осҡон" театрына килгәндә, коллектив Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағында 2012 йылдан алып эшләй. Был ваҡыт эсендә уның труппаһы ун спектакль ҡуйған, бер нисә театрлаштырылған кисә һәм ижади саралар ойошторған. Бынан тыш, йәштәр спектаклдәренә үҙҙәре йырҙар яҙҙыра, республиканың билдәле һәм йәш режиссерҙарының фильмдарында әүҙем ҡатнаша. Театр бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара, республика йәштәр театр фестивалдәре лауреаты булған. 2021 йылдың декабрендә "Осҡон" "Театраль Волга буйы" балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленең төбәк этабында еңеүсе булды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.