Нисек кенә булмаһын, Абдулла Исмәғилев баш мөхәррир булып эшләгәндә, төрлө сәбәптәр арҡаһында Рәми Ғарипов “Совет Башҡортостаны”н ҡалдырырға мәжбүр була. Рәшит Солтангәрәев хәтирәләрендә яҙыуынса, ошо ваҡиғаларҙан алда Рәми Ғариповты Дәүләкәнгә уҡытыусылар конференцияһынан мәҡәлә яҙырға ебәрәләр. Бындай темаға яҙмаҫын беләләр, ләкин барырға ҡушалар. Әлбиттә, шағир заданиены үтәмәй, командировка аҡсаһын кире ҡайтаралар, уны оҙаҡлап редколлегияла ҡарайҙар, бер саҡырып индерәләр, аҙаҡ сығырға ҡушалар һәм тағы ла саҡыралар. Ғорур шағир бындай кәмһетеүҙәрҙе, әлбиттә, күтәрә алмай. Үҙ теләге менән ғаризаһын яҙып, эштән китергә мәжбүр була.
Исмәғилев тәрбиәһе
Дөрөҫөн әйтергә тейешмен, мин дә шулай уҡ Абдулла Ғиниәт улының кадрҙар сәйәсәте һөҙөмтәһенең вәкиле. Эшкә мине ул ҡабул итте. Исмәғилев тәрбиәһе, унан алған һабаҡтар аҙаҡ миңә ун ике йыл буйы етәксенең ауыр йөгөн тартырға ярҙам итте. Шуға ҡыуанам, Абдулла Ғиниәт улынан һуң миңә Мансур Әнүәр улы Әйүпов, Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов һәм бер йыл да ике-өс ай Ғәлим Афзал улы Хисамов журналист һабаҡтарын үҙләштерергә һәм алтын урталыҡты табырға мөмкинлек бирҙе. Миңә, мәҫәлән, Тәлғәт Сәғитовтың төплө, уйланылған һәм нигеҙле эш алымдары күпкә яҡыныраҡ ине. Ул һис тә тәнҡитләүҙән баш тартманы, ләкин һәр яҙма ныҡлы тикшерелгән, үлсәнгән, дәғүә белдерергә урын ҡалдырылмай торғайны. Мәҫәлән, Мансур Әйүпов ваҡытында “тәнҡит, тәнҡит кәрәк” тигән саҡырыуҙарға яуап булараҡ, арлы-бирле тикшерелгән миҫалдарҙы, номерға яҙып ултырғаныбыҙҙы хәтерләйем. Ә ундай яуаплы эштәр һис тә ярым-ярты тормошҡа ашырылырға тейеш түгел.
Абдулла Исмәғилев бик эҙләнеүсән, гәзит өсөн, уның киләсәге өсөн ысын мәғәнәһендә янған кеше була. Әйткәндәй, ошо ҡайғыртыусанлыҡ һәм киләсәкте уйлау уның ғаиләһенә лә ҡағыла, йәки шәхси мөнәсәбәттәрҙе лә урап үтмәй. Мәҫәлән, ошо хаҡта алда әйтеүемсә, легендаға әйләнгән баш мөхәррирҙең шәхси тормошонда ла аныҡ миҫалдар бар. Бына алдымда Абдулла Ғиниәт улы тотоп ҡыуанған китап һәм бөгөн дә һәр ғаиләгә ҡағылырлыҡ, уларҙың тормошон ҡырҡа үҙгәртерлек, ифрат кәрәкле һәм мөһим миҫал.
“1979 йылдың мартында миңә 50 йәш тулды. Кис өйҙә дуҫтарҙы, туғандарҙы йыйып табын ҡорҙоҡ, – тип яҙа ул. – Дуҫтар, таныш-белештәр ҡайтып китте, минең үтенес буйынса балалар ғына ҡалды. Эш шунда, ейәнсәрҙәр ҙурайҙы, 10–11 йәшкә етте, ә балаларымдың башҡа балалары юҡ. Мин былай тип мөрәжәғәт иттем: “Һеҙ нимә уйлайһығыҙ, һәр берегеҙҙә – берәр бала, ә бит тормошта төрлө хәлдәр була. Яңғыҙ баланың ауырып китеүе бар бит. Яңғыҙ бала – бәхетһеҙ бала, бер үҙе. Уның ҡустыһы ла, һеңлеһе лә юҡ. Һеҙгә йәшәргә урын етмәйме? Фатирҙарығыҙ бар”. Һүҙемде балаларым йыға һуҡманы. Йыл ярымдан Зөфәр улымдың малайы тыуҙы, Азат тип исем ҡуштыҡ, тағы бер йылдан Түлебаевтар Илдар исемле малай алып ҡайтты. 1982 йылда Шәһиевтәрҙең тағы бер ҡыҙҙары тыуҙы, уға Әлфиә тигән исем бирҙек. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәр ҙур үҫте (мәғлүмәттәр 2005 йылғы – Р.К.). Хәҙер бүлә-бүләсәрҙәребеҙ бар”.
1985 йылда “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе булып эшләй башлағанда, баш мөхәррирҙең ҡаты ҡуллы, ләкин ғәҙел, уҫал, әммә кенәсел кеше түгеллеге хаҡында ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шым ғына һөйләй торғайнылар. Әлбиттә, талапсанлыҡ менән ҡаты ҡул араһында айырма бөтөнләй тойолмай, тип әйтерлек. Ләкин эшкә һуңлап килгән, прогул яһаған, эсеп эләккәндәр өсөн ҡанун нигеҙендә раҫланған яза төрҙәре ҡаралған, ундайҙар, кәрәген алһа ла, онотмай. Үс алыу юлдарын күңел түренә һалып ҡуя. Бындай осраҡ эш дәүерендә Абдулла Исмәғилевте лә урап үтмәй.
“Алда иҫкә алғайным, редакцияла мине бер кем дә сәпәкәйләп, ҡосаҡлап ҡаршы алманы. Бигерәк тә тәүге ике-өс йылда ауыр булды. Эште юлға һала алмай яфаланған, үҙемдең көсһөҙлөгөм арҡаһында ҡаушап ҡалған, өмөтһөҙлөккә төшкән саҡтарым да булды. Бер кемгә лә яуызлыҡ ҡылманым, сәбәпһеҙ бер кемде лә эштән сығарманым. Ҡулдан килмәҫлек эш талап итмәнем”, – тип хәтерләй утыҙ йылдан һуң Абдулла Исмәғилев.
Шуға ҡарамаҫтан, талапсан баш мөхәррирҙән ҡотолорға теләүселәр табыла. Тәүге киҫәтеү эшләй башлағандан һуң үткән беренсе партия ойошмаһының отчет-һайлау йыйылышында яңғырай. Йыйылыш бик шыма бара, коммунистар ғәҙел сығыш яһай, тәнҡит һүҙҙәре бөтөнләй ишетелмәй, ләкин йәшерен һайлау ваҡытында утыҙ коммунистың ун дүрте Абдулла Исмәғилевтең кандидатураһын партия комитеты ағзаһы итеп һайлауҙан баш тарта. Ә парткомға һайланмаған етәксе үҙ вазифаһын юғалта.
Бик ауыр кисерә был хәлде баш мөхәррир. Иртәгәһенә партия өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлегенә бара һәм үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырырға теләүе хаҡында белдерә. Мөдир былай ти: “Һеҙҙәге хәлдәрҙе беләбеҙ, унда төрлө төркөмдәр ойошторорға, уйнарға маһирҙар. Күренеп тора, алдан уйлап ойошторолған ғәмәл. Быны кемдәр ойоштороуын да беләбеҙ. Аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ, беҙ һиңә ышанабыҙ һәм һәр ваҡыт яҡлаясаҡбыҙ. Бар ҡайт, эшлә, ә быны кем ойошторған, үҙең дә белерһең әле”.
Юғарыла иҫкә алынған һабаҡ Исмәғилев өсөн бик файҙалы була. Ул талапсанлыҡты кәметмәй, редакцияның эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороуға алған йүнәлеште дауам итә.
Эш тәжрибәһе бөгөн дә көнүҙәк
“Быға тиклем мин кешеләргә ышана һәм мәҡәләләрҙе ентекләп, ҡәләм тотоп уҡымай, күҙ йүгертеп кенә сыға инем. Хәҙер инде үҙемә лә, урынбаҫарҙарға ла, бүлек мөдирҙәренә лә талапсанлыҡты арттырҙым. Һәр кемдең үҙенә тапшырылған эшкә яуаплы ҡарауын талап иттем. Ләкин талапсанлыҡты, эшкә яуаплыраҡ ҡарауҙы һорауымды ҡайһы бер журналистар ҡатылыҡ, бәғерһеҙлек тип ҡабул итте һәм минең хаҡта ҡаты ҡуллы, ҡаты бәғерле кеше тип хәбәр таратты. Ә мин үҙемдең бөтә булмышым менән ҡаты бәғерле, ҡаты ҡуллы кеше түгел инем. Мин йәштән бик йомшаҡ күңелле, кеселекле һәм кешелекле булдым. Әле ир етеп өйләнгәс тә, берәй эшем барып сыҡмаһа йәки кемдер мине рәнйетһә, ултырып илаған саҡтарымды хәтерләп, уңайһыҙланам. Редакцияла минең ҡайһы бер кешеләргә ҡатыраҡ бәрелеүемдең сәбәбе эштә хәлдең ҡатмарлы булыуында, минең үҙемдең ҡаты партия контроле баҫымы аҫтында булыуымда ине”, – тип таный баш мөхәррир.
Абдулла Исмәғилев хаҡында ҡурҡмай коллектив мәнфәғәттәрен ҡыйыу яҡлай белә тигән фекер бар һәм ул нигеҙле. Сетерекле хәлдәр тыуған осраҡта, ярҙам кәрәккәндә ул фекерен ҡурҡмайынса әйтә, хатта үҙенең вазифаһын хәүеф аҫтына ҡуя. Үҙе хәтерләүенсә, 1975 йылдың йәйендә ул беренсе тапҡыр Пицундала ял итә һәм, ялдан сыҡҡас, гәзиттең бик ауыр мәлдәр кисереүенә шаһит була, сөнки июндә сыҡҡан 26 һандың өсәүһе генә ваҡытында донъя күргән. Был, әлбиттә, редакция коллективының ғына түгел, иң беренсе сиратта уҡыусыларҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Уларҙың мәнфәғәттәренә туранан-тура ҡағыла. Был хаҡта Абдулла Исмәғилев ентекле анализ яһай һәм Миҙхәт Шакировҡа хат яҙа. Икенсе көнөнә киске туғыҙҙарҙа Абдулла Исмәғилевте Миҙхәт Шакиров эргәһенә саҡыралар. Беренсе секретарҙың бүлмәһендә ойоштороу бүлеге мөдире, дәүләт именлеге комитеты вәкиле һәм Таһир Ахунйәнов көтә. Беренсе секретарь баш бирмәҫ баш мөхәррирҙе тәрбиәләргә, ҡурҡытырға теләй. Әгәр тәрәнерәк ҡараһаң, был ҡурҡытыу башҡаларға ла ишетелергә тейеш була, ләкин Исмәғилев ҡурҡып ҡалмай, үҙенсә эшләүен дауам итә.
Абдулла Исмәғилев дәүерендә гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙар, конференциялар үткәреүҙәр, күсмә кәңәшмәләр киң ҡолас ала. Мәҫәлән, Белорет районының ауылдарының береһендә йәшелсә үҫтереү хаҡында яҙыуҙарын һорайҙар. Икенсе районда лотерея таблицаларын күргеләре килә икән. Бындай эш алымы, һис шикһеҙ, тираждың артыуына килтерә. Мәҫәлән, Абдулла Ғиниәт улы эшләгән ваҡытта тираж 20–30 мең дананан артмаһа, ул вазифаһын ҡалдырғанда гәзитебеҙҙе алдырыусылар һаны 100 меңдән ашып китә. Быға, әлбиттә, башҡорттар күпләп йәшәгән ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, район үҙәктәрендә агитация, пропаганда эштәрен яҡшыртыу булышлыҡ итә. Бая иҫкә алған конференцияларға килгәндә, 20 йыл эшләү дәүерендә Абдулла Исмәғилев Баймаҡ районында – 26, ә Сибай ҡалаһында ете уҡыусылар конференцияһы үткәргән. Баш мөхәррир шуны яҡшы белә, конференциялар гәзит менән уның уҡыусыһын яҡынайта, тығыҙ аралашырға мөмкинлек бирә. Бына Әбйәлил районының Амангилде ауылында булған осрашыу. Баш мөхәррирҙе Амангилдегә ауылдаштары партия райкомы инструкторы Әхмәт Камалов алып бара. Тышта ямғыр яуа, тайғаҡ, ә клубтың эсе кеше менән тулы. Булмай ни, баш мөхәррир үҙе килгән бит. Әхмәт Ахун улы ла үҙҙәренең ауылдашы, осрашыу өс сәғәткә яҡын бара ла ҡуя. Ә Байым ауылында осрашыуға беренсе секретарь Милләт Хәкимов үҙе бара. Хәйбулла районында үткән осрашыу айырыуса хәтерҙә ҡалған. Ғәлиәхмәткә барғанда буран сыға, аҙашып, һуңлап ҡына барып инһәләр, халыҡ һаман да көтөп ултыра. Әгәр гәзит кәрәкмәһә, уҡымаһалар, йөҙҙәрсә кеше әллә килеп етер, әллә килеп етмәҫ ҡунаҡтарҙы көтөп ултырмаҫ ине. Миңә ҡалһа, Абдулла Ғиниәт улының эш тәжрибәһе бөгөн дә көнүҙәк яңғырай. Халыҡ йәнле, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә һыуһаған.
Йылы тойғолар менән иҫкә алабыҙ
Бына Абдулла Исмәғилев хәтирәләренең һуңғы битен дә ябып ҡуйҙыҡ. Мин уның үҙен күреп һөйләшкәндәй булдым. Беҙ йыш аралаштыҡ. Ағай, ысын мәғәнәһендә, гәзит ене ҡағылған, ваҡытлы матбуғатһыҙ йәшәй алмаған кешеләрҙең береһе ине. Ошонда килеп эшләй башлағас, иң башлап ҡотлаусыларҙың береһе ул булды. Мин уның эргәһенә “Ял кафеһы” аръяғындағы баҡсаһына барҙым. Хәләл ефете түшәктә, ағай уны бер үҙе ҡарай.
– Абдулла Ғиниәтович, мин һеҙгә нисек ярҙам итә алам? – тип һораным унан.
– Мөмкин булһа, гәзит ебәреп торһаң ине, – тине ул.
Шунан һуң уны мөмкин тиклем гәзит-журналдан өҙмәнем. Водитель егеттәр, мине өйгә илткән ыңғайы, Абдулла Ғиниәт улын көн аша гәзит менән тәьмин итеп торҙо. Республика гәзиттәре менән бергә “Российская газета”ны һорағаны хәтерҙә ҡалған.
Йыш ҡына шылтырата, асыҡлыҡ индерә, хата китһә, күрһәтә торғайны. Иң тәүҙә:
– Нисә йыл эшләйһең әле, ҡустым? – тип һорай.
– Шунса-шунса йыл, – тип яуап бирәм.
– Ай-һай, мине үтеп китерһең ул, – ти.
Икәүләп көлөшәбеҙ, сөнки баш мөхәррир вазифаһы хәҙер оҙаҡ йылдар эшләүҙе вәғәҙә итмәй...
Бер нисә йылдан Абдулла ағай ҡатынын һуңғы юлға оҙатты. Үҙе ҡаты сирләне, бер нисә тапҡыр дауаханала ятып сыҡты. Беҙгә һуңғы тапҡыр мөрәжәғәт иткәндә уға 2-се дауаханала даими ҡараусы кәрәк ине. Юғиһә, дауаланырға һалмайҙар.
Кәңәшләштек тә, ярҙам һорап, Башҡортостан Президентының ярҙамсыһы Урал Насир улы Бакировҡа мөрәжәғәт итергә булдыҡ.
– Президентҡа хат яҙығыҙ, – тине ул шунда уҡ.
– Ветеранды дауаханаға урынлаштырыу өсөн дә республика етәксеһен мәшәҡәтләп торайыҡмы? – тинем мин, аптырап.
Урал Насир улы дауахананың баш табибына шылтыратты. Һүҙһеҙ ҡабул иттеләр һәм дауалап сығарҙылар. Абдулла Ғиниәт улы ярҙамыбыҙҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Аҙаҡтан килене аша шылтыратып, рәхмәтен еткерҙе.
Уның мәңгелеккә күсеүе хаҡында бик һирәктәр генә ишетеп ҡалды. Оҙатҡанда ла кеше әҙ булды. Аҙаҡтан үкенес белдереп, ҡайғы уртаҡлашып, байтаҡ кеше шылтыратты.
Абдулла Исмәғилевте оноторлоҡ түгел, сөнки үткән быуатта “Башҡортостан” гәзитендә ул ҡалдырған традициялар һаман да йәшәй һәм яңынан-яңы журналист кадрҙарын тәрбиәләй. Эх, шул саҡтар, тип, беҙ ҙә һағынып һөйләйбеҙ. Быйыл яратҡан гәзитебеҙҙең 105 йыллығын билдәләгән көндәрҙә беҙ уны йылы тойғолар менән тағы ла иҫкә алырбыҙ.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.