"Онотормон тимә..."

Яратҡан йырсыбыҙ Хәниә Фәрхигә тыуған көнөндә һәйкәл асылды.

"Онотормон тимә...""Онотормон тимә..."
"Онотормон тимә..."

Кисә Тәтешле районында, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, легендар йырсы Хәниә Фәрхиҙең тыуған ерендә, уға һәйкәл асылды. Ҡоролманы сәхнә оҫтаһының тыуған көнөндә Балалар ижады үҙәге бинаһы янына ҡуйғандар. Хәниә Фәрхигә 62 йәш тулған булыр ине. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Һәйкәлдең авторы ­– скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Ҡоролма район хакимиәте, эшҡыуарҙар һәм халыҡ аҡсаһы иҫәбенә эшләнгән. 

Шулай уҡ кисә Үрге Тәтешлелә Хәниә Фәрхи исемендәге беренсе “Онотолор тимә...” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры конкурсы үткән. Сараны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Тәтешле районы хакимиәте, Хәниә Фәрхи исемендәге концерт агентлығы ойошторған. Унда ҡатнашыу өсөн 123 ғариза бирелгән: Төмән, Свердловск, Ырымбур, Омск өлкәләренән, Пермь крайынан, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан.

Конкурста ҡатнашыусылар яратҡан йырсылары репертуарынан төрлө йырҙар башҡарған. Улар ике төркөмгә бүленгән - һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар. Шулай уҡ йәш буйынса ла айырып ҡарағандар. Конкурсанттарҙы Айҙар Ғәлимов, Фән Вәлиәхмәтов, Роберт һәм Фәриҙә Тимербаевтар һ.б. билдәле артистар баһалаған. Финалға сығыусылар һәм еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнгән. Ике республиканың билдәле артистары байрам концертын үҙ сығыштары менән биҙәгән.

Билдәле булыуынса, яратҡан йырсыбыҙ 57 йәшендә вафат булды. Ҡазанда ерләнгән. Уның исеме менән Үрге Тәтешле ауылында урам аталған. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уға арналған экспозиция залы асылған.

Фото: "Башинформ".

"Онотормон тимә..."
"Онотормон тимә..."
"Онотормон тимә..."
"Онотормон тимә..."
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас