Төп бүләк – Тула гармуны!

Ф.Иҡсанов исемендәге "Моңға бай гармун байрамы" республика мәҙәни сараһы Яңауылда быйыл 11-се тапҡыр үтте.

Төп бүләк  – Тула гармуны!Төп бүләк  – Тула гармуны!
Төп бүләк – Тула гармуны!

Ф.Иҡсанов исемендәге "Моңға бай гармун байрамы" республика мәҙәни сараһы Яңауылда быйыл 11-се тапҡыр үтте. Ойоштороусылары – Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте.

Фәтих Иҡсанов – халыҡ сәнғәтен үҫтереүгә, тальян-гармунда уйнаған таланттарҙы, халыҡ музыка ҡоралдарын эшләгән оҫталарҙы асыуға ҙур өлөш индергән, төрлө халыҡтарҙың көнкүреш йолаларын сәхнәгә күтәргән шәхес. Ул Башҡорт дәүләт филармонияһында иң тәүге профессиональ фольклор төркөмдәренең береһе – “Йәдкәр”ҙең ойоштороусыһы ине.

 Ошо көндәрҙә ижади ярыштың һөҙөмтәләре билдәле булды. Быйыл сарала Башҡортостандың 20 районы, алты ҡалаһынан, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Свердловск өлкәһенән 50-ләп солист, 20 ансамбль ҡатнашты.

– Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында үткәрелгән был сара талантлы гармунсыларҙы асырға ярҙам итә һәм халыҡ ижадын яратыусыларҙың төрлө быуын вәкилдәренә аралашыу майҙансығы ла булып тора, – тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков.

– Яңауыл ерендә 11-се тапҡыр талантлы гармунсыларҙың исемдәрен асабыҙ. “Моңға бай гармун байрамы” айырым урын алып тора, сөнки матур көйҙәре менән ҡыуандырыуҙан тыш, халыҡ шөғөлөн һаҡларға ла булышлыҡ итә, – тине Яңауыл районы башлығы Илшат Вәзиғәтов.

Конкурсты тантаналы ябыу өлөшөндә Фәтих Иҡсановтың яҡындары – ҡыҙы Айһылыу менән ҡатыны Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы ла ҡатнашты.   

Гран-приға Яңауыл ҡалаһынан Руслан Мөхәмәҙиев, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Шамил Вәлиев һәм Ҡалтасы районынан “Ҡумыл” гармунсылар халыҡ ансамбле  лайыҡ булды. Уларға бүләккә Тула гармуны тапшырылды.

Солистар араһында беренсе дәрәжә лауреаттар – Өфө районынан Илгиз Вәлиев менән Саҡмағош районынан Фликс Яҡупов. Ансамблдәр араһында  беренсе дәрәжә лауреаттар – Балтас районынан “Моң” ансамбле (етәксеһе – Шәфҡәт Фәрхуллин), Тәтешле районынан “Йәдкәр” халыҡ инструменталь ансамбле (Марат Саҙретдинов).

Әйткәндәй, конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы, Гран-при яулаған Шамил Вәлиевкә – 9 ғына йәш, ә иң өлкән ҡатнашыусы – Туймазы ҡалаһынан Йәмил Хәсәновҡа – 94 йәш!  

Сараға ярашлы, конкурста ҡатнашыусылар өсөн ижади лаборатория, ә Гала-концерт барышында Ф.Иҡсановҡа арналған хәтер кисәһе ойошторолдо.

 

Мәғлүмәт сығанағы, фото: Республика халыҡ ижады үҙәге, Яңауыл районының мәҙәниәт идаралығы.

Төп бүләк  – Тула гармуны!
Төп бүләк  – Тула гармуны!
Төп бүләк  – Тула гармуны!
Төп бүләк  – Тула гармуны!
Төп бүләк  – Тула гармуны!
Төп бүләк  – Тула гармуны!
Төп бүләк – Тула гармуны!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас