Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты тарафынан "САҒЫЛ" һәләттәр конкурсы ойошторолдо. "Вокал", "Хореография", "Нәфис һүҙ", "Оригиналь жанр" йүнәлеше буйынса беренсе этапта барлығы 172 кеше таланттарын күрһәтте.
Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә уларҙың 48-ҙе икенсе этапҡа йыйылды.
Көн дауамында жюри тарафынан конкурс номерҙары ҡаралды, ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сара сағыу гала-концерт менән тамамланды.
Шулай итеп, Гран-приға Учалы ҡалаһынан “Стиль” театр түңәрәге (етәксеһе Эмиль Дәүләтҡолов) лайыҡ булды. Уларға 50 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылды!
"ВОКАЛ" йүнәлешендә Нәйлә Күлбаева (Хәйбулла районы, Бүребай ауылы) - робот-саң һурҙырғыс, Флүзә Сөләймәнова (Учалы ҡалаһы) телевизор менән бүләкләнде.
"НӘФИС ҺҮҘ" йүнәлешендә Нияз Замалитдиновҡа (Әбйәлил районы, Атауҙы ауылы) электросамокат, Динара Рамазановаға ( Учалы ҡалаһы) телевизор тапшырылды.
"ХОРЕОГРАФИЯ" йүнәлешендә Гөлзифа Юлдашбаева (Баймаҡ районы, Ярат ауылы) менән Нурсиә Халиковаға (Баймаҡ районы, Үрге Иҙрис ауылы) бүләккә телефон эләкте.
"ВОКАЛ" йүнәлешендә лауреаттар булып Наҙгөл Ултыраҡова (Сибай ҡалаһы), Инзур Аҡҡужин (Ейәнсура районы, Байыш ауылы) һәм Зулейка Мөхәмәтова (Хәйбулла районы, Татыр-Үҙәк ауылы) танылды.
"НӘФИС ҺҮҘ" йүнәлешендә лауреаттар - Нәркәс Миңлебаева (Әбйәлил районы, Туйыш ауылы),"ХОРЕОГРАФИЯ" йүнәлешендә - Айнур Әхмәтов (Баймаҡ районы, Билал ауылы), "Midnight" бейеү төркөмө (Сибай ҡалаһы), Айгөл Вәлиева (Хәйбулла районы, Акъяр ауылы), Ғәзиз Ҡашҡаров (Баймак ҡалаһы), "ОРИГИНАЛЬ ЖАНР" йүнәлешендә Вилдан Байраҡаев (Баймаҡ районы, Түбәнге Таһир ауылы), "ФитнесBoom" (спорт-бейеү төркөмө) (Сибай ҡалаһы) лауреат тип билдәләнде.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа "ФИНАЛИСТ" исеменә лайыҡ булды!
Сара бик юғары кимәлдә үтте һәм конкурстың бағыусылары булып Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы сығыш яһаны.
Сығанаҡ һәм фотолар: Баймаҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты сайтынан.