Бөтә яңылыҡтар

Искәндәр Ғәзизов кемгә мөхәббәтен белдергән?

"Һөйләшеп һүҙҙәр бөтөрлөк түгел..." - тип яҙҙы йырсы. 

Искәндәр Ғәзизов кемгә мөхәббәтен белдергән?
Искәндәр Ғәзизов кемгә мөхәббәтен белдергән?

Искәндәр Ғәзизов кемгә мөхәббәтен белдергән?

Яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов социаль селтәрҙә яңы пост менән уртаҡлашты. Ул унда бик хөрмәтле ханымға ҡарата рәхмәт тойғоһон ихлас итеп белдергән.

“Бөгөнгө көнөм бик шәп башланып китте, дуҫтар! Яратҡан уҡытыусым – хөрмәтле, яратҡан Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы менән күрештек Аллаға шөкөр! Уҡытыусы – ниндәй матур исем! Минең бөгөнгө уңыштарым, матур итеп эшләп йөрөүемдә һеҙҙең өлөшөгөҙ бик ҙур, хөрмәтле Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы! Һеҙ миңә уҡытыусы ғына түгел, икенсе әсәйем кеүек булдығыҙ һәм бөгөнгәсә һәр ваҡыт һеҙ беҙҙең яныбыҙҙа! Һөйләшеп һүҙҙәр бөтөрлөк түгел инде ул осраҡлы осрашыу ваҡытында! Рәхмәтлемен һеҙгә барыһы өсөн дә, моң алиһәһе, легендар, яратҡан уҡытыусым! Үлеп яратам, ғорурланам һәм башымды эйәм һеҙҙең алдығыҙҙа!  Иҫән-имен булайыҡ барыбыҙ ҙа”, - тип яҙҙы йырсы уҡытыусыһы Фәрзәнә Сәғитова тураһында.  

Әсәй кеүек күргән остаздарың булыуы ла, күпме йылдар үтһә лә, рәхмәт тойғоһон юғалтмаған уҡыусыларың булыуы ла – әлбиттә, ҙур бәхет!

Фото һәм сығанаҡ: И. Ғәзизовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: