1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966) Алексей Александрович Кузнецов 1927 йылдың 11 апрелендә Өфөлә тыуа. 1945—1947 йылдарҙа Өфө театр-художество училищеһының вокал бүлегендә, 1948 — 1950 йылдарҙа Харьков художество институтында уҡый. 1953 — 1976 йылдарҙа РСФСР Художество фондының Башҡортостан оҫтаханаларында эшләй. Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайлана (1956). 1975 – 1982 йылдарҙа Куйбышев (Һамар) ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1990 йылдың 4 ноябрендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Өфөләге 1-се балалар художество мәктәбе А.А. Кузнецовтың исемен йөрөтә.
Бас тауышлы, моңло Алексей танылған педагог Л.Н. Троицкаяла йырлау серҙәренә өйрәнә. Әммә күренекле рәссам П.М. Лебедев менән дуҫлыҡ һынлы сәнғәтте һайларға ярҙам итә, көслө ижадсы булараҡ формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Лебедев, рәссам – ул халыҡҡа юғары аң өләшкән апостол, тип һанаған изге йәнле кеше була.
А.А. Кузнецов 1955 йылда “Салауаттан һорау алыу” картинаһы менән дан ҡаҙана. Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә ойошторолған экспозицияла Салауат образы барыһының да иғтибарын йәлеп итә. Сәнғәт белгестәре Кузнецовтың картинаһын “рус реалистик сәнғәтенең дауамын күрһәткән һәм тарихи живопись жанрының башҡортса тармағы еңеүен дәлилләгән әҫәр” тип баһалай. Шул уҡ йылда А.А. Кузнецов “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнә. Шуныһы ҡыҙыҡ, Салауаттың йөҙөн Кузнецов йәш рәссам Әмир Арыҫлановҡа ҡарап яҙа (Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әмир Арыҫланов та артабан Салауат һәм Пугачев ихтилалы темаларына мөрәжәғәт итә, тарихи реализм жанрында “Салауат Юлаев”, “Салауат һәм Пугачев” кеүек картиналар яҙа).
60-сы йылдарҙа Алексей Александрович Өфөләге һәм башҡа ҡалаларҙағы бер нисә йәмәғәт бинаһына мозаикалы панно һәм һүрәттәр төшөрөүҙә ҡатнаша: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры (Р. М. Нурмөхәмәтов, Л.Ф. Мөғтәбәров менән берлектә), Өфө моторҙар эшләү заводы Мәҙәниәт һарайы (В. Пустарнаков, С. Литвинов менән берлектә), Өфөләге Спорт һарайы (Ф.А. Кащеев, Л.Я. Круль, С.А. Литвинов, Р.С. Нафиҡов, В.П. Пустарнаков менән), Салауаттағы Мәҙәниәт һарайы (1961, А.Д. Бурзянцев, П.П. Скворцов менән), Күмертау ҡалаһының Мәҙәниәт һарайындағы сграффито (1966, Л.Ф. Мөғтәбәров, В.А. Позднов, Ғ. И. Мөхәмәтшин, А.И. Платонов менән берлектә).
Алексей Кузнецов һүрәттәре менән республика, Бөтә Союз, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Энтузиаст – форма, фактура, композиция, жанр һәм стиль өлкәһендә үҙенсә төрлө тәжрибәләр яһаған, ысынбарлыҡҡа инанған, фольклор һәм мифологияға таянып эш иткән романтик, шәп ойоштороусы, идея өсөн ҡыйыу көрәшсе, музыкант, йырсы, мәғариф һәм сәнғәт тураһында күп мәҡәләләр яҙған әҙәбиәтсе, акварелист, ватан графикаһы классигы, ғорур һәм көслө ихтыярлы шәхес, тип иҫләй уны таныштары.
70-се йылдарҙа рәссам күберәк фольклор мотивтарына мөрәжәғәт итә: Урал тауҙарының эйәләре, дейеүҙәр, шүрәлеләр, бапаҡтар... Уларға йәнәш Боронғо Русь һәм рус мифологияһы темаларына ла эштәр яҙыла. Урал һәм ҡайһы бер Себер халҡы мәҙәниәтенә хас эпик сюжеттар “Урал символдары” (1989), “Орхон һынташы” (1989) картиналарында сағылыш таба.
Бөрйәнгә үлеп ғашиҡ, уның милли мәҙәниәтен ихтирам иткән, тәбиғәтенең киләсәге өсөн ихлас борсолған ижадсы, тип тә беләбеҙ Кузнецовты. Рәссамдың “Ҡурай тураһында легенда” (1963 йыл) картинаһында Бөрйән бар матурлығында һүрәтләнә. Төрлө төҫтәр балҡышында ҡолаҡҡа ҡурай моңо ишетелеп ҡалғандай була. Урал тауҙарының ғорур балаһы – башҡорт егете йөҙөндә ғорурлыҡ, рух ныҡлығы сағыла. Сал ҡаялар, тауҙар фонында ҡурай сәскәһе ҡояш булып балҡый. Бында таҡыя башлы ҡурай милләт тарихы символы булып сығыш яһай. Юҡҡа ғынамы республика дәүләт гербында лайыҡлы урын алған серле ҡурайыбыҙ.
Бөрйән кешеләрен, төбәк тәбиғәтен яратып яҙа рәссам. “Бөрйән айыусыһы” (1961 йыл) – ҡырыҫ йөҙлө, ҡаҡса ғына бабай, сәстәре салланһа ла, күҙҙәрендә сәм уйнай. Яурынына аҫҡан мылтығы әле әллә нисәмә айыу алырға һәләтле. Айыусының артында күренгән тауҙар айыу кеүек өйөлөп ята. Улар яҡынайған һайын кәмей бара. Ни хәл итәһең, ғүмер үтә, айыусы тиклем ҡыйыу айыусының да ғәйрәткәйе ҡайта...
А.А. Кузнецов тураһында беҙгә бәләкәй саҡта уҡытыусыбыҙ Марат Ғизетдин улы Муллағолов күп һөйләй торғайны. Бөрйәндәр менән ул башҡортса аралашҡан икән дә! Бына нисек була ул ергә, халыҡҡа һөйөү, ихтирам! Алексей Александрович Марат ағайҙың өйөндә айҙар буйы йәшәп, ижад иткән. “Шул тиклем ихлас күңелдән, эскерһеҙ яратты ул еребеҙҙе, бөрйәндәрҙе. Матурлыҡҡа хайран ҡалған, шул матурлыҡты аңлап үҙенсә генә ҡабул иткән кеше ине. Ағастың рәхимһеҙ ҡырылыуына, әллә ҡайҙарға оҙатылыуына һыҙланды”, – тип хәтерләр ине ул.
Марат ағай Кузнецовты Бөрйән батыры Алдар Иҫәнгилдиндың портретын яҙырға өгөтләй. Әллә яҡташтарым араһында үҙе күрергә теләгән йөҙҙө осратмай, әллә был образ бигерәк ҡатмарлы тойола, портрет яҙылмай ҡала. Әммә Рәми Ғариповтың үлемен ишеткәс, Алексей Александрович, фотоға ҡарап, майлы буяуҙар менән, бер төн эсендә бөйөк шағирҙың портретын эшләп ҡуя. Ул портрет әле лә Марат Муллағоловтың өйөндә һаҡлана, тиҙәр.
Уҡытыусым рәссам менән дуҫлығы хаҡында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовҡа ла һөйләгән икән. Танылған педагогтың “Бөркөттәрем күңел күгендә” китабына яҙыусының “Бөрйән еренең боронғо сере” тигән мәҡәләһе ингән. “Бер мәл ауыр походтан арып, сырхап ҡайтып төштөм, – тип бәйән иткән уға Марат ағай. – Мине күргәс, Алексей Александрович илһамланып, ҡыуанып китте, “әйҙә, мин һиңә ҡарап, арбаға бәйләнгән Салауатты ауылдар буйлап туҡмап алып йөрөгәндәрен яҙам”, тип тиҙ генә ҡағыҙ-ҡәләм алып, минең эшлектән сығып йонсоған битемде эшләп тә ҡуйҙы, аҙаҡ һүрәтте ҡайҙалыр үҙе менән алып китте”.
Марат Ғизетдин улы партияның район комитеты аша Бөрйәндән илһам, көс-ҡөҙрәт алған Кузнецовҡа айырым торлаҡ та йүнләп йөрөгән икән. Рәхәтләнеп ижад итергә урмансы йорто тапҡандар, тик үлемесле ауырыуға дусар рәссам ҡайтып киткән. Ғәзим Шафиҡовҡа Марат ағай, әсенеп: “Ҡаты ауырығанын барыбыҙ ҙа белдек. Уны шифалы Бөрйән һауаһы дауалар, тәбиғәт ҡосағындағы өй сирҙән ҡотҡарыр, тип ышанғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыңламай, Мәскәүгә китте, шунда яһатҡан операциянан һуң харап булды”, – тип һөйләгән.
Ауырыу үҙәгенә үтһә лә, һуңғы көндәренә тиклем тик мажор гаммала, сағыу, күңелле төҫтәр ҡулланып ижад итә рәссам. Күп натюрморттар яҙа, сәскәләр төшөрә. “Оҫтаны яҡшы белгән кешеләргә ул “үтеп барған поезға менергә теләп йүгергән еренән йән биргән кеүек тойола”, – тип яҙҙы сәнғәт белгесе Эвелина Фенина. Ысын талант, көслө ижадсының яҙмышы был. Картиналарына саф күңелен, йөрәген биргән рәссам яҙмышы.
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА