Бөтә яңылыҡтар

“Башҡортостан королеваһы” кем ул?

Лиананы тағы бер ҙур һынау көтә. 5 июндә ул Бөтә Рәсәй  матурлыҡ конкурсында республика данын яҡлау өсөн Мәскәүгә юл аласаҡ.

“Башҡортостан королеваһы” кем ул?
“Башҡортостан королеваһы” кем ул?

Тормошҡа сығып балалар үҫтергән, һөнәри оҫталығын даими камиллаштырған, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡан әсәләр ҙә матурлыҡ конкурстарында уңыштар яулай. Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының профсоюз ойошмаһы ағзаһы, шәфҡәт туташы Лиана Халиҡова “Башҡортостан королеваһы-2022” республика конкурсы финалына сыҡты.

Үҙе тураһында һөйләп, ул шәхес үҙенсәлектәрен яҡшы асты, тормош принциптарын билдәләне, йырланы, бейене... Ҡыҫҡаһы, тамашасыларҙа һәм жюри ағзаларында һоҡландырғыс тәьҫораттар ҡалдырҙы, конкурс талаптарына ярашлы һынауҙарҙы лайыҡлы үтте.

“Башҡортостан королеваһы-2022” – Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы. Маҡсаты – ҡатын һәм әсә статусының аҫыл заттың үҫешеү мөмкинлегенә сик була алмауын күрһәтеү. Лиананы тағы бер ҙур һынау көтә. 5 июндә ул Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлау өсөн Мәскәүгә китә. Шәфҡәт туташына уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

“Башҡортостан королеваһы” кем ул?
“Башҡортостан королеваһы” кем ул?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: