Бөтә яңылыҡтар

“Һин үтмәгән юлдарҙы үтәһе бар...”

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов Хәниә Фәрхи тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

“Һин үтмәгән юлдарҙы үтәһе бар...”
“Һин үтмәгән юлдарҙы үтәһе бар...”

Май аҙағында яратҡан йырсыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең тыуған көнө билдәләнде. Ошоға бәйле сәхнәләш дуҫтары, яҡташтары, туғандары уны оло хөрмәт менән иҫкә алды, тыуған төйәге Тәтешле районында йырсыға һәйкәл дә асылды.

Быйылғы июлдә йырсының яҡты донъянан китеүенә биш йыл тула. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов та социаль селтәрҙә ижадташ дуҫы тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

“Дөрөҫөн әйткәндә, мин һаман ышанып бөтә алмыйым. Инде ышанырға ла ваҡыт. Һаман Ҡазан урамдарында килеп сығыр кеүек. Сәхнәләрҙә килеп сығыр кеүек, залда ултырыр кеүек, шылтыратыр кеүек.

Тағы бер күренеш: Хәниәнең элек ишетмәгән йырҙарын ишетә башланым. Уның беҙ бөтөнләй белмәгән йырҙары булған икән. Беҙ һәр ваҡыт популяр йырҙар тибеҙ, һәр ваҡыт хиттар тураһында һүҙ алып барабыҙ һәм шуға күрә ҡайһы бер йырсыларҙың 3-4 йырын ғына беләбеҙ, ә ҡалғандарына иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Бына хәҙер ул булмағас, уның йырҙары бөтөнләй башҡаса яңғырай икән.

Хәниә Фәрхиҙең дуҫтар, тормош, үткәндәр, киләсәк, бәхет тураһында иҫ киткес йырҙары бар һәм улар башҡаса яңғырай. Улар хәҙер васыят кеүек тә, кәңәш кеүек тә, кемгәлер тәнҡит кеүек тә яңғырай – аҡылығыҙға килегеҙ тигән кеүек тә ишетелә ҡайһы бер йырҙары.

Мин Хәниәне юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем, кисерәм һәм алдағы ғүмеремдә, алдағы ижад ғүмеремдә, Алла бирһә, ул эшләмәгән эштәрҙе, ул үтмәгән юлдарҙы, ул табып өлгөрмәгән тамашасыларҙы табырға яҙһын. Йырҙарым, эшем менән уның исемен тағы ла ҡабатларға һәм уның уйҙарын, теләктәрен, уның образын, эшсәнлеген, уның исемен юғалтмаҫ өсөн ниндәйҙер роль уйнағы килә.

Мин уны оҙатҡанда ошо һүҙҙәрҙе әйттем: “Хәниә, һин йырламаған йырҙарҙы, һин эшләмәгән эштәрҙе, һин үтмәгән юлдарҙы әле үтәһе бар. Үҙебеҙ өсөн генә түгел, һинең өсөн дә үтәһе бар...”. Ошо һүҙгә тоғро ҡалырға яҙһын тип тә әйтәм”, тип яҙҙы Айҙар Ғәлимов.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/aidar.galimov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в