Әбейҙе тыңла ла шөкөр ит

"Минең ярҙам иткәндәй туғандарым да, дуҫтарым да, ирем дә юҡ. Эш хаҡым бәләкәй генә. Өйөм дә иҫке. Хәҙер олоғайып барыла, йәшәүҙең бер ҡыҙығы юҡ..."

Добавить в предпочтительные источники Google
Әбейҙе тыңла ла шөкөр итӘбейҙе тыңла ла шөкөр ит
Әбейҙе тыңла ла шөкөр ит

Миңә бер инәй оҡшаны. Үҙенең проблемаларын һанай-һанай хәсрәткә сумып ултырған ҡатынға бик шәп яуап бирҙе ул.

— Минең ярҙам иткәндәй туғандарым да, дуҫтарым да, ирем дә юҡ. Эш хаҡым бәләкәй генә. Өйөм дә иҫке. Яңыһын ала алмайым. Хәҙер олоғайып барыла, йәшәүҙең бер ҡыҙығы юҡ, - тип һөйләнде урта йәштәрҙәге ҡатын автобуста эргәһендә ултырып барған әбейгә.

— Эй-й, күп нәмәң юҡ икән шул, балам, - тип күңелһеҙ генә йылмайҙы тегеһе. – Әле һанап бөтмәнең һин юҡ нәмәләреңде...

Ҡатын аптырап башын күтәрҙе лә һораулы ҡарашын әбейгә төбәне.

— Йүнәлмәҫлек ауырыуың юҡ. Был - бер. Миллионлап бурысың юҡ. Быныһы - ике. Инвалидлығың юҡ. Өс. Түшәктә ятып һинән тәрбиә көткән ауырыу ирең, туғандарың юҡ... Арҡаңда көмөрөң юҡ...

Ҡатын көлөп ебәрмәһә, артабан да һанауын дауам итер ине ул.

— Күп нәмәң юҡ һинең, Аллаға шөкөр! - тип һүҙен йомғаҡланы инәй. - Кәрәкмәй ҙә... Ҡалғандарын эшләп табырға мөмкин. Килеп сыҡмай икән – уларһыҙ ҙа йәшәп була. Ҡайғы, ауырыу бирмәһен тип телә. Иң мөһиме – тере һәм сәләмәт булыу. Шул үҙе генә лә бик яҡшы!

Рәхимә Мусина.

Фото: userapi.com

Автор:Карима Усманова