Бөтә яңылыҡтар

Уларҙы театр ҡауыштырған

“Хыялланығыҙ һәм хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ”, – ти Хайсаровтар.

Сираттағы “йома сәйенә”, ҡалыпҡа һалынған тәртипте бер аҙ боҙоп, бер юлы ике шәхесте саҡырырға булдыҡ. Йәш булһалар ҙа, тамашасы һөйөүен яулап, театр донъяһында үҙ урындарын тапҡан, ролдәре менән сәхнә һөйөүселәрҙе әсир иткән күп яҡлы талант эйәләре Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар улар.

 

– Гөлназ, Руслан, ҡайһы яҡ­тарҙа тыуып үҫтегеҙ, ниндәй ғаи­ләләрҙә буй еткерҙегеҙ, бала саҡ­тан актер булырға хыял­ландығыҙмы?

Руслан:

– Күгәрсен районының Бикес ауылында тыуғанмын. Миңә биш йәш тулғанда, ғаиләбеҙ Мәләүез ҡалаһына күсенде. Атайым – химия заводында, әсәйем сауҙа өлкә­һендә ябай хеҙмәткәрҙәр булып эшләне. Ғаиләлә ике бала үҫтек, һеңлем иҡтисадсы һөнәрен һай­ланы. Мәләүез ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбендә уҡыным. Шул иҫемдә: бәләкәй саҡта көҙгө алдына баҫып, ҡулыма берәй предметты микрофон итеп тотоп, үҙем яратҡан йырҙарҙы башҡара тор­ғайным. Балалар ижад йортонда ойошторолған драма түңә­рәгендә лә шөғөлләндем. Мәктәп тормо­шоноң уртаһында ҡайнай инем, төрлө сараларға, концерт­тарға йыш йәлеп иттеләр. Атай-әсәйем мине киләсәктә юрист булыр тип юраны, әммә мин үҙемде бала саҡтан сәхнә кешеһе итеп күҙ алдына килтерҙем.

Гөлназ:

– Мин Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләне, мәғариф алдынғыһы. Атайым урмансы ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр мәрхүм булды. Ағайым – хәрби, Дағстанда хеҙмәт итә. Мин дә бала сағымдан йыр-моңға әүәҫ булдым, атай-әсәйем ҡунаҡ саҡырһа, улар алдында концерт ҡуя инем. Һуңынан музыка мәктәбенең фортепиано бүлегендә ете йыл уҡыным.

 

– Актер булып китеү өсөн ниндәй уҡыу йорттарында белем алдығыҙ? Хеҙмәт юлын ҡайҙа башланығыҙ?

Руслан:

– Аттестат алғас, Заһир Исмә­ғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына уҡырға индем. Көслө, талапсан, үҙ һөнәрҙәренең оҫта­лары булып танылған уҡытыусы­ларымдың һәр дәресен көтөп алып, ләззәт табып уҡыным. Бигерәк тә Римма Харисова, Фәрдүнә Ҡаси­мова кеүек остаздарыма рәхмәтем ҙур. Хеҙмәт юлын Өфөләге Милли йәштәр театрында башланым, шунан Стәрлетамаҡ дәүләт театрына күстем. Ишембай районында уҙғарылған Салауат йыйынында Хөрмәтулла Үтәшев мине күреп, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырҙы. 2008 йылдан алып шунда эшләйем.

Гөлназ:

– Мәктәптән һуң, сәнғәт учи­лищеһының фортепиано бүлеген тамамланым, һуңынан мин дә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерлыҡ бүлегенә уҡырға индем. Институтта белем алған йылдарымды бик һағынып иҫкә алам. Көслө, талапсан уҡытыусыларым Хөрмәтулла Үтәшев, Римма Хари­сова, Айрат Абушахманов мине театрҙы яратырға, театр менән йәшәргә, эҙләнергә, сәхнә телен аңларға өйрәттеләр. Уҡыған ва­ҡытта уҡ төркөм менән Башҡорт дәүләт академия драма театрын­дағы спектаклдәрҙә күмәк сәхнә­ләрҙә ҡатнаштыҡ, гастролдәргә йөрөнөк.

 

– Хайсаровтар ғаиләһенең барлыҡҡа килеү тарихы ла тап театр менән бәйлелер...

Гөлназ:

– Эйе, ул ваҡытта миңә 18 генә йәш ине, беренсе курста уҡыған ва­ҡытта һабаҡташтар менән театрға Мөхәмәтша Буранғоловтың “Шәүрәкәй” спектаклен ҡарарға килдек, Руслан унда Сураҡай ролендә уйнай ине. Тамашанан һуң беҙҙе актерҙар менән таныштырҙылар. Шул ваҡыттан алып Руслан менән дуҫлаша башланыҡ. 2014 йылда ғаилә ҡорҙоҡ.

 

– Икегеҙ ҙә сәхнә кешеләре. Бергә башҡарған ролдәрегеҙ ҙә байтаҡ. Был тормошта ярҙам итәме?

Руслан:

– Һәр хәлдә ҡамасауламай. Өйҙә беҙ ир менән ҡатын булһаҡ, эштә ҡәҙимге актерҙарбыҙ. Режиссер беҙҙе ниндәй ролдә күрә, шуны башҡарабыҙ. Ситтән яҡшы­раҡ күренә, тиҙәр бит, өйҙә булғанда ролдәребеҙ тураһында һөйләшеп, бер-беребеҙгә тәҡдимдәребеҙҙе әйтеп, кәңәшләшеп алабыҙ. Әммә режиссер фекере – беҙҙең өсөн һәр саҡ иң мөһиме.

Гөлназ:

– Эйе, роль килеп сыҡмаһа, тәнҡит һүҙҙәрен әйтергә лә ҡурҡ­майбыҙ, ә яҡшы сығыш яһағанда бер-беребеҙҙе дәртләндереп, маҡтап ебәрәбеҙ. Образ өҫтөндә эшләгәндә лә, бер-беребеҙҙең фекеренә ҡолаҡ һалабыҙ. Ғөмүмән, Русландың актер тәжрибәһе байыраҡ булғас, миңә уның кәңәштәре бик мөһим.

 

– Ижад юлығыҙҙа һеҙ тыу­ҙыр­ған образ­дарҙың ҡай­һы­һы күңелегеҙгә яҡыныраҡ?

Руслан:

– Минеңсә, ролдәр яратҡан-яратмағанға бүлен­мәй, сөнки һәр береһен сәхнәгә сығарыу өсөн ныҡ тырышырға, образ өҫтөндә уйланырға, күп эшләргә тура килә. Режиссер кәңәш, йүнә­леш бирә, ә образды тамашасыға тулыһынса асып биреү – актер намыҫында. Күп образдарҙы мин аныҡ кешеләрҙән алам, күҙәтәм, эҙләнәм. Хеҙмәт түккәс, көс һалғас, улар барыһы ла берҙәй яҡын һәм ҡәҙерлегә әйләнә.

Гөлназ:

–  Роль оҡшаймы-оҡшамаймы, актерға уны шәп итеп уйнау талабы ҡуйыла. Үҙемә бигерәк тә йомшаҡ күңелле образдар яҡын. Ә бына холҡома тура килмәгән ролде башҡарғанда, эҙләнеү, образды табыу процесы ылыҡтыра. 

 

– Һеҙҙе тамашасы спектакл­дәрҙән тыш, нәфис һүҙ оҫталары булараҡ та яҡшы белә, киноға ла төшәһегеҙ. Гөлназ, һинең үҙең ижад иткән йырҙарыңды ла оҡшатҡандар бихисап. Ҡайһы өлкәлә эшләү күңелегеҙгә яҡыныраҡ?

Гөлназ:

– Актер һөнәренә эйә кеше йырлай-бейей белергә тейеш, ниндәй генә спектаклдәр булмай, бар яҡтан да әҙер булырға кәрәк. Ә киноға килгәндә, театр менән кино – икеһе ике төрлө донъя. Киноға бер нисә дубль эшләп төшәһең дә, ул мәңгелеккә тарихҡа ҡала, ә театрҙа һәр сығыш икенсеһенән айырыла, һинең ролеңә ҡараш та, уны башҡарыу ҙа үҙгәргән кеүек.

Руслан:

– Театр – ул тере организм кеүек, һәр спектакль ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле килеп сыға.

Ә “Йөрәк һүҙе” конкурсында ҡатнашыу беҙҙең өсөн тормошо­боҙҙоң яңы бер этабы кеүек булды. Беренсе конкурсҡа ла, икенсеһенә лә етди әҙерләндек, китапха­наларҙа эҙләндек, репетициялар үткәрҙек. Сер түгел, тормошта күңелде өйкәгән ваҡиғалар осрап тора. Йөрәк һүҙебеҙ аша ошо турала тамашасыларға дөрөҫ итеп еткерә алдыҡ, уйланырға мәжбүр иттек – шуныһы ҡыуаныслы.

 

– Улығыҙҙы ниндәй юҫыҡта тәрбиәләргә тырышаһығыҙ? Уның ижади һәләттәре төҫмөр­ләнәме?

Гөлназ:

– Аламгир балалар баҡсаһына йөрөй, йырларға, һүрәт төшөрөргә ярата. Футбол, гимнастика менән шөғөлләнеп тә алды. Киләсәктә артист булам тиһә, бер ҙә ҡаршы булмаҫбыҙ. Иң мөһиме – һау-сәләмәт, намыҫлы, рухлы, кешелекле булып үҫһен тип теләйбеҙ.

 

– Ғаиләгеҙ менән әүҙем ялды үҙ итәһегеҙ буғай...

Руслан:

– Эйе, тәбиғәт ҡосағында йыш булабыҙ, тауҙарға күтәрелергә яратабыҙ, сит илдәрҙе лә гиҙҙек. Тыуған төйәктәребеҙгә лә ҡайтып, энергия, көс алабыҙ. Бергәләп сәйәхәт итеү күңелде тынысландыра, ғаиләне берләштерә.

 

– Киләсәккә пландарығыҙ, тамашасыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ ниндәй?

Руслан:

– Театр актерҙары булараҡ, яңы ҡыҙыҡлы ролдәрҙә уйнарға, талантлы режиссерҙар менән эшләргә хыялланабыҙ. Киноға төшөргә тәҡдим итһәләр, унда ла ҡатнашырбыҙ. Киләсәктә минең берәй сериалға сценарий яҙып ҡарарға ине тигән хыялым да бар.

Гөлназ:

– Әсә кеше булараҡ мин иң тәүҙә барыһына ла тыныс күк йөҙө, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Милләт­тәштәремә, театрға күберәк йөрөгөҙ, балаларығыҙ менән бергәләп килегеҙ, тиер инем. Кешене тик изгелеккә һәм матурлыҡҡа ғына өндәгән саф һәм мөғжизәле донъя ул – театр.

Читайте нас: