Республикала 2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Күптәр яратҡан гәзит-журналдарын алдырыу ғына түгел, уҡыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
Район һәм республика баҫмаларына яҙылып, ноутбук, мотоблок, һыуытҡыс, велосипед һәм телевизор кеүек бүләктәр отошонда нисек ҡатнашырға һуң? Бының өсөн почта бүлексәһендә яратҡан баҫмаларыңа яҙылыу шарт.
“Республика Башкортостан” нәшриәт йорто rbsmi.ru сайтындағы матбуғатҡа онлайн-яҙылыу хеҙмәтен файҙаланып, өйҙән дә сығып тормайынса, бер нисә минут эсендә баҫмаларға йылдам һәм уңайлы яҙылыу алымын тәҡдим итә.
Бының өсөн “Матбуғатҡа яҙылыу” https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә гәзит йәки журналдың баҫма, шулай уҡ электрон версияһын һайларға һәм яҙылырға кәрәк. Баҫма матбуғат – һеҙ күрһәткән почта адресына, ә электрон версия электрон йәшниккә килә.
Шулай уҡ баҫмаларға редакцияла яҙылыу мөмкинлеге бар, тик был осраҡта матбуғатты килеп алырға тура киләсәк.
Матбуғатҡа нисек яҙылһағыҙ ҙа, 2022 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға квитанцияларҙың күсермәһен “Яҙыл һәм бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 15 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк. Был баҫмаларҙы https://rbsmi.ru/catalog/podpiska бүлегенән һайлау шарт.
Квитанцияларҙы 15 июнгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.
Бүләктәр июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге тура эфирында уйнатыла.
Әйткәндәй, ошо уҡ квитанция менән республика, район, ҡала гәзит-журналдары редакциялары ойошторған конкурстарҙа ла ҡатнашырға була. Улар ҙа отошта ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. Был турала ентекле мәғлүмәтте редакцияларҙан алырға мөмкин.
Ун көнлөктән файҙаланып ҡалығыҙ
6–16 июндә 2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителә.
“Башҡортостан” гәзитенә ун көнлөктә ташламалы хаҡ менән почта бүлексәләрендә, rbsmi.ru сайтында podpiska.pochta.ru һылтанмаһы аша инеп яҙылырға була.
П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) – 1399 һум;
П3030 индексы (йома гәзите) – 742 һум.
Гәзитебеҙҙең электрон төрөнә ошо уҡ rbsmi.ru сайтында яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 900 һум.
Редакция йылдағыса тоғро дуҫтарына ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләне. Бүләк отоу өсөн бары гәзиткә яҙылып, чекты фотоға төшөрөп, телефон һандарын күрһәтеп беҙгә редакцияға йәки 8-917-420-20-28 телефонына ватсап аша йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 273-83-93.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!