Китапханасылар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә иғлан ителгән "Рухиәт һаҡсыһы" конкурсы еңеүселәре – Белорет районы Шығай ауылынан Ольга Ғәлиуллина, Нуриман районы Яңы Субай ауылынан Ирина Кирәева, Архангел районы Тәүәкәс ауылынан Гөлнара Ташбулатова бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Алтын тирмә” телевикторинаһында ла ҡатнашып, үҙҙәренең әүҙем дә, белемле лә, зирәк тә булыуҙарын күрһәтте.
Был сара икеләтә байрамға әүерелде. Унда “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов конкурсыбыҙ еңеүселәренә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Китапханасылар тураһында мәҡәләне тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Автор фотоһы.