Свердловск өлкәһе рәссамдары башҡорт милли кейемендәге ҡыҙҙарҙың портретын төшөргән. Оҫталыҡ дәрестәрен Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы – өлкәнең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән “Беҙ бергә” мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге булышлығында Евгений Гладиновтың художестволы студияһы ойошторған.
“Башҡорттар – сағыу, үҙенсәлекле халыҡ. Эштәребеҙҙә уларҙың милли кейеменең матурлығын күрһәтке килде. Яугирлектәре, ҡыйыулыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙарының гүзәллеге, тотанаҡлылығы, ғорурлығы менән арбай башҡорттар. Оҫталыҡ дәрестәрендә төрлө стилдә, төрлө материал менән ижад иткән һигеҙ рәссам ҡатнашты. Башҡа милләттәрҙекен дә, әйтәйек, мари һәм ҡаҙаҡтарҙыҡын, төшөргәнебеҙ бар, сыуаш милләте вәкилдәренекен планлаштырабыҙ. Шулай ҙа башҡорт милли кейеме айырыуса оҡшай. Ундағы ҡыҙыл төҫ! Ә затлы йәнлек тиреһе! Көмөш! Портреттарҙы яҙған ваҡытта моделдәр башҡорт тарихы, кейемдәге элементтар тураһында һөйләне. Был үҙе айырым бер эш мөхите тыуҙырҙы", – тип бәйән итә Е. Гладинов.
Моделдәрҙең береһе Гөлйөҙөм, сәғәттәр буйы ҡымшанмай ҙа ултырыу бик ауырға тура килер, тип уйлап хафаланған. “Бынан нимә килеп сығыр, тигән ҡыҙыҡһыныуым еңде. Һөҙөмтә ҡыуандырҙы. Бөтә портреттар ҙа оҡшаны, шулай ҙа Евгений Гладинов холҡомдоң тәү ҡарашҡа берәүгә лә күренмәгән һыҙатын – көслө башҡорт рухын биреүгә өлгәшкән. Бының өсөн уға рәхмәт”, – ти ул.
Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, “Беҙ бергә” мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге директоры Светлана Ҡулмырҙина хәбәр итеүенсә, картиналарҙы 19 июнгә ҡәҙәр Екатеринбург ҡалаһы, Горький урамы, 4а адресы буйынса урынлашҡан “Рәсәй тураһында – һөйөү менән” күргәҙмәһендә күрергә мөмкин.
Мәғлүмәт, фото: Республика Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәте.