Әҙәбиәтебеҙгә улар ниндәй төҫ, биҙәк өҫтәр?

Секция ултырышында кемдәрҙең ҡулъяҙмалары китап итеп сығарыуға тәҡдим ителде?

Әҙәбиәтебеҙгә улар ниндәй төҫ, биҙәк өҫтәр?Әҙәбиәтебеҙгә улар ниндәй төҫ, биҙәк өҫтәр?
Әҙәбиәтебеҙгә улар ниндәй төҫ, биҙәк өҫтәр?

Ултырышта билдәле тележурналист Гөлдәриә Йосопова, Ишембай районынан Рузалия Ниғмәтуллина, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының бүлек мөдире Айзилә Мортаева, Әбйәлил районынан халыҡ табибы Гөлсинә Әл Селви – Йәнйегетованың ҡулъяҙмалары тикшерелде.

Секция ағзалары Гөлназ Ҡотоева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Миләүшә Ҡаһарманова, Лилиә Һаҡмар, Әхмәр Үтәбай, Хисмәтулла Юлдашев, Зарина Нәзирова һәм саҡырылған эксперттар Ғәҙилә Бүләкова, Хәлисә Мөҙәрисова, онлайн форматта Гөлнур Яҡупова, Зөлфиә Ханнанова – йәш ҡәләмдәштәренең ижадын ихлас өйрәнеп, файҙалы кәңәштәр бирҙе.

“Беҙҙең төп эшебеҙ — яңы авторҙар табыу һәм уларға дөрөҫ йүнәлеш биреү, әҙәбиәттең киләсәген хәстәрләү. Секция ултырышы ифрат әһәмиәтле булды. Ул фекер осошо, яңыса офоҡтарҙы асыу, һәр авторҙың үҙенсәлеген билдәләү — бөтәбеҙ ҙә илһамланып эшләнек! Шиғыр бармы? Шағирә бармы? Шағирәнең үҙ йөҙө бармы? Булһа, ул нимәлә? Башҡорт шиғриәтенә ниндәй төҫ, биҙәк менән килер икән? Ошондай һорауҙарға яуап эҙләне яңыртылған секция ағзалары”, - тине шиғриәт секцияһы рәйесе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Искәндәриә.

Сарала һәр йәш шағирҙың үҙ йөҙө, үҙ һүҙе булыуы асыҡланды. Ҡаралған әҫәрҙәр буйынса Гөлдәриә Йосопова менән Айзилә Мортаеваның ҡулъяҙмалары китап итеп сығарыуға тәҡдим ителде.

Фото Т. Юлдашеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас