Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Ҡояш булған ерҙә нур ҡала

Юлай Мәҡсүтов исемендәге журналистар премияһының быйылғы лауреаттары, мәҡәләләр конкурсы еңеүселәре кемдәр?

Ҡояш булған ерҙә нур ҡала
Ҡояш булған ерҙә нур ҡала

Баймаҡ Халыҡ ижады үҙәгендә Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан "Ҡояш булған ерҙә нур ҡала" тип исемләнгән Хәтер кисәһе, “Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсын йомғаҡлау һәм шәхес исемендәге район журналистар премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Сарала Урал аръяғының билдәле журналистары, премияның комиссия ағзалары, элекке лауреаттары, Юлай Мәҡсүтовтың мәҡәләләренең геройҙары, уның дуҫтары, яҡын туғандары, мәҡәләләр конкурсында ҡатнашыусы уҡыусылар, уларҙың уҡытыусылары, журналистар, китапханасылар һәм журналистың ижадына битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Юлай Мәҡсүтовтың туғандары Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов һәм Азат Биксурин кисәне йыр, ҡурай моңдары менән биҙәне.

“Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы” мөхәррире Әлфиә Хәмитова һәм “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите хәбәрсеһе Гүзәл Бохарбаева Юлай Мәҡсүтов исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булды. Ә инде кисәнең төп өлөшө мәҡәләләр конкурсы ҡатнашыусыларын тәбрикләү, еңеүселәрҙе билдәләү булды. Бына улар: 3 – 5-се кластар араһында Күсей урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Асия Игебаева һәм Ишмырҙа мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Ильяс Йәнбәков; 6 – 8-се кластар араһында Ишембай ҡалаһы 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы Юлай Йәнбирҙин, Баймаҡ ҡалаһы 3-сө мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Азалия Ғәниева; 9 – 11-се кластар араһында Баймаҡ районы Ҡаратал мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Гөлдәниә Иҙрисова һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Регина Хамматова.

Сығанаҡ: vk.com/baimaklib

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в