Бөтә яңылыҡтар

Йәнде көйҙөрә!

Хәниә Фәрхиҙең һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина уға ҡуйылған һәйкәлгә ҡарата фекерен әйтте

Йәнде көйҙөрә!
Йәнде көйҙөрә!

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙ буйынса, Тәтешле районында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, яратҡан йырсыбыҙ Хәниә Фәрхигә һәйкәл асылғайны. Һәйкәлдең һүрәте социаль селтәрҙәрҙә баҫылыу менән негатив ағыла башланы: имеш насар эшләнгән, йырсы үҙенә оҡшамаған һәм башҡалар.

Быға ҡарата үҙ фекере менән Фәрхиҙең һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина уртаҡлашты.

– Һәйкәл миңә бик оҡшай. Ни эшләп беҙ ҡәнәғәтһеҙ булырға тейешбеҙ? Әйтерһең, Хәниә апай кире ҡайтҡан. Зинһар өсөн негатив яҙмағыҙ әле, мин унан шул тиклем арыным. Насар комментарийҙар мине борсой, ундайҙы уҡыуы ауыр. Татарстандан да яҙалар, кеше һәйкәлде үҙ күҙе менән күрмәгән, ә фекерен әйтеп ята, был йәнде көйҙөрә. Кисә эштән ҡайтып килә инем, һәйкәл янында кеше күп, бөгөн иртүк тә килделәр, кешеләр ҡарай, һоҡлана, сәскәләр менән килә. Тәнҡитләгәндәр аңламай. Эйәгендә соҡор, тештәре... Барыһы ла дөрөҫ эшләнгән. Скульптор Хәлит ағай Хәниә апайҙы яҡшы белә. Уның эштәре абруйлы урындарҙа тора, ул бит ниндәйҙер үҙешмәкәр скульптор ғына түгел, – тигән ул “Татар-Информ” баҫмаһына.

Фирүзә Ибәтуллина һәйкәл авторы Хәлит Ғәлиуллинды ла яҡлаша. Уныңса скульптор барыһын да дөрөҫ эшләгән, шул уҡ ваҡытта йырсының тышҡы ҡиәфәте үҙенсәлектәрен күрһәтә алған ти.

Ҡатын социаль селтәрҙәр ҡулланыусыларына мөрәжәғәт итеп, негатив яҙмауҙы һораған һәм уларҙы уҡыуы ҡыйын икәнлеген әйткән.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: