Халҡының хоҡуҡтары өсөн көрәшкән батыр исеме рух ныҡлығы символына әүерелгән. Уның исеме яу батырлыҡтары менән генә данға күмелмәгән, Салауат билдәле шағир-импровизатор ҙа булған. Туған телендә яҙған шиғырҙарында Ватанын, Урал буйҙарын, халҡын, ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫты данлап йырлаған.
Салауат Юлаев шиғриәте – революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәте сағылышы. Батыр-шағирҙың шәхесе башҡорт һәм рус халыҡ ижадында, башҡорт һәм башҡа халыҡтар телдәрендә яҙылған әҫәрҙәрҙә, башҡорт милли операһында, драматургияла, һынлы сәнғәттә мәңгеләштерелгән.
“Ҡаҡшамаҫ рух” концертында Салауат батырҙың томошона, ижадына бағышланған әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. “Салауат Юлаев” фильмынан Арам Хачатурян көйө башҡарыласаҡ, уны композитор һәм дирижер Ринат Камалов тергеҙгән. Шулай уҡ Заһир Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһынан өҙөктәр, башҡа коммпозиторҙар әҫәрҙәре урын аласаҡ.
Билеттарҙы театрҙың кассаларында йәки сайты аша: https://bashopera.ru/repertoire/concert/14048/14049/ һатып алырға мөмкин.
Сығанаҡ: bashopera.ru