

“Башҡортостан ынйылары” республика балалар фольклор конкурс-фестивалендә ҡатнашып, 2016 йылда Гран-приға, 2018 йылда ошо уҡ конкурстың өсөнсө дәрәжә дипломына, 2022 йылда Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһына һәм икенсе дәрәжә дипломына лайыҡ булған “Аҡйондоҙ” интеллектуаль ижад коллективы етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Яруллина тураһында әйтер һүҙем.
Ауылдашым, йәштәшем Сәриә Сәлим ҡыҙы Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында 1965 йылдың мартында Сара менән Сәлим Ғәлимовтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Күп балалы ғаиләнән булғас, икебеҙ ҙә Малаяҙ мәктәп-интернатында белем алдыҡ. Әсәйҙәребеҙ коллегалар – урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булһа ла, беҙ эшсе һөнәрен үҙләштерҙек, мин – тегенсе, ул – парикмахер. Тик, алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, ғаиләле булғас, ситтән тороп уҡып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булып киттек.
Бәләкәй генә ауыл мәктәбендә уҡытыусыға, төп фәненән тыш, башҡа фәндәрҙән дә дәрестәр бүленә ине. Сәриәгә лә биология, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм яңы ғына мәктәп программаһына индерелгән “Тормош һабаҡтары” дәрестәрен дә алып барырға тура килә.
Тәжрибәле педагогтың уҡыусылары, район һәм республика олимпиадаларында, конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып, лайыҡлы урындар яулай. Әүҙем уҡытыусы үҙе лә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2010”да, 2013 йылда шул уҡ конкурста “Юғары педагогик оҫталыҡ” номинацияһында, 2022 йылда район конкурсында еңеүсе булды. 2019 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмәһенә етәкселек итә.
Сәриә Сәлим ҡыҙының тырыш хеҙмәте “Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән баһаланған. Иң ҡәҙерле наградаһы 2005 йылда бирелгән “Әсәлек даны” миҙалылыр, моғайын. Бар ғүмерен водитель һөнәренә арнаған Афған һуғышы ветераны Ринат Ҡыяметдин улы Яруллин менән биш балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығара улар. Тәүге ҡыҙҙары Рәсимә, химик һөнәрен һайлап, “Роснефть” ойошмаһында эшләй, әле өсөнсө ҡыҙы менән декрет ялында. Икенсе ҡыҙҙары Рәйсә – лингвист, ғаиләһе менән Шанхайҙа сит телдәр өйрәнеү үҙәгендә француз һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы. Ҡыҙҙары Һандуғас БДМУ-ла стоматология факультетының бишенсе курсында белем ала. Сыңғыҙ БДУ-ның Бөрө филиалында практик математика факультетында ситтән тороп уҡый. Сәлимйән, әсәһенең юлын һайлап, БДПУ-ның филология факультетына ингән.
Сәриә Сәлим ҡыҙы артист йә режиссер, хатта кинорежиссер ҙа була алыр ине, сөнки һиҙгер, күҙәтеүсән, ҡыҙыҡһыныусан булыуы өҫтөнә Хоҙай уға ижад ҡомары, күңеленә ижад нуры һалған. Афғанда һәләк булған класташына мөнәжәт сығарһынмы, мәктәпкә, ауылға килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршылап таҡмаҡ-шиғырҙар ижад итһенме, концерт-кисәләр өсөн сценарийҙар яҙһынмы – барыһына ла өлгөрә.
Ә яҙмамдың башында телгә алынған “Аҡйондоҙ” интеллектуаль-ижад коллективын Сәриә Сәлим ҡыҙы 2000 йылда ойоштороп ебәргән. Балаларҙың рухын күтәреп, илһөйәр-телһөйәр итеп тәрбиәләүҙе үҙмаҡсат итеп алған алдынғы уҡытыусы балалар менән тыуған ер, ауыл тарихын, кешеләр яҙмышын өйрәнеп, фәнни-ғәмәли материал туплап, сценарийҙар төҙөп, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Төрлө ғаиләлә, төрлө мөхиттә тәрбиәләнгән балаларҙы рухлы, оҫта башҡарыусылар дәрәжәһенә еткереү хеҙмәттәштәре һәм ата-әсәләр күңелендә үҙе үк уҡытыусыға ҡарата ҙур ихтирам, һөйөү тойғоһо уяталыр.
Ғәлиә ИСЛАМОВА
Борай районы,
Таңатар ауылы