“Байыҡ” телевизион конкурсы – өлкәндәр араһында ғына түгел, кескәй бейеүселәр өсөн дә көтөп алынған, тулҡынландырғыс сара. Быйылғы балалар “Байығы”ның йомғаҡлау өлөшө Сибай ҡалаһында үтте. Өс йәштән 15 йәшкә тиклемге йәш таланттар башҡорт бейеүенең матурлығын күрһәтеүгә бар оҫталығын һалды.
Конкурстың һайлап алыу турҙары онлайн тәртиптә ойошторолған. Ғәҙәттәгесә, быйыл да “Байыҡ”та көсөн һынап ҡарарға теләүселәр күп булған. Шулай ҙа баһалама ағзаларына иң көслө ҡатнашыусыларҙы һайлап алырға тура килгән.
Яңғыҙ бейеүселәр араһында Баймаҡ районынан Әмир Солтанов менән Ғафуриҙан Самира Нуғайғолова, ансамблдәр араһында Өфөнән “Байрам” һәм Ишембайҙан “Алтынай” Гран-приға лайыҡ тип табылды. Әйткәндәй, “Байрам” ансамбле гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөн ҡарап барыусыларға яҡшы таныш: ул Халыҡ-ара бейеү көнөнә арнап үткәрелгән “Дарман” тип аталған конкурсыбыҙҙа икенсе урынды яулағайны.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА