Бикбирҙиндәр ғаиләһендә 13 бала үҫә. Йәүҙәт ағай — унынсыһы. Улар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар, әммә барыһы ла бейергә ярата, йыр-моңдо үҙ итә. Рухи ҡөҙрәт йәншишмәләй ырыуынан урғыла, тиҙәр.
Сәнғәткә булған һөйөү, әлбиттә, ата-әсәһенән килә. Әсәһе Гөлнур инәйҙең тауышы бик моңло була. Уның фронт яланында ятып ҡалған ағаһы, атаҡлы ҡурайсы һәм бейеүсе Ғәлиастан Шәмсетдинов Башҡорт академия драма театрында эшләгән, һирәк башҡарыла торған байтаҡ халыҡ йырҙарын һеңлеһенә өйрәтеп ҡалдырған. Шуға күрә әсәһе башҡарыуындағы халыҡ ынйылары Йәүҙәт ағайҙың күңелен бала сағынан иркәләй, наҙға, нурға күмә. Аҙаҡ был илаһи моң бейеү һалғанда ҙур ярҙамсы була.
Күрше генә йәшәгәнлектән, бала саҡтан Гөлнур һәм Зәйнулла Бикбирҙиндәр менән тығыҙ аралашып, ғаилә ағзалары хаҡында хәбәрҙар булып үҫтем. Бигерәк тә йәй айҙарында өйҙәренә килеп тулған ейән-ейәнсәрҙәрен көтөп ала торғайныҡ.
Йәүҙәт ағайҙың ялға ҡайтҡанын белгәс тә, улар йәшәгән йорт яғынан күҙемде алмайым, сөнки төрлө мәҙәктәр унан ғына сыға: картуф баҡсаһында эшләп йөрөгәнендә, саң туҙғытып, бейеп китһенме, йә булмаһа, Атүлгән ҡоҙоғона һыуға барғанымда, көйәнтәмде алып, “ошолайыраҡ иткәндә, нисегерәк була әле” тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә төрлө хәрәкәттәр ҡабатлаһынмы... Ә кисен өйҙәре янына бала-сағаны йыйып, бейеү өйрәтә башлай.
Беҙгә бигерәк тә ауылдаштарыбыҙҙың нисек атлауын, кемгә ниндәй ҡылыҡ-фиғел хас булыуын эләкләп, мәҙәк итеп күрһәтеүе оҡшай торғайны. Бала саҡтың ғәмһеҙ уйҙарынан арынып, бөгөн килеп шуны аңланым: бейеү һалыу еңелдән түгел икән. Йәүҙәт ағай, моғайын да, буласаҡ бейеүҙәренең “инеш башы” итеп үҙ ауылын һайлағандыр. Уның “Күсей зимагорҙары”, “Сонайым” һәм башҡа күп кенә ижад емештәрендә яҡташтарын еңел танырға була.
Бала саҡтан хәрәкәтсән, йылдам һәм етеҙ булып үҫкән Йәүҙәт спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған сағында, уны Өфөгә бейеү буйынса уҡырға саҡырып ҡағыҙ ебәргәс, физкультура уҡытыусыһы был хаҡта үҫмергә белдермәүҙе үтенә, буласаҡ ҙур спортсыны юғалтыуҙан ҡурҡа.
Үкенескә ҡаршы, Йәүҙәт Бикбирҙингә Өфөгә барып, махсус белем алырға тура килмәй. Әммә сәнғәткә булған ҙур һөйөү егеткә тынғылыҡ бирмәй, ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Тап ошонда уҡытыусыһы Салауат Дәүләтбаев ярҙамында тәүге бейеүҙәр һалына, ижад ҡомары асыла.
Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда тап уның тырышлығы менән данлыҡлы “Ирәндек” бейеү ансамбле төҙөлә. Йәүҙәт Бикбирҙин ҡуйған милли бейеү сәнғәте өлгөләренең иң яҡшылары сәхнәгә сығарыла. Был, әлбиттә, сәнғәт белгестәренең һәм профессиональ бейеүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итмәй ҡалмай.
Башҡаларҙан айырылып торған үҙенсәлекле бейеүсене конкурстарҙың береһендә күреп ҡалып, филармонияға — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыралар. Унда Йәүҙәт Зәйнулла улы профессиональ оҫталыҡҡа тәрәндән өйрәнә, бейеү серҙәренә ныҡлап төшөнә.
Бында ике йыл эшләү осоронда коллектив менән Италия, Франция, Швейцария илдәрендә гастролдә була. Остазы һәм уҡытыусыһы Йәнғәле Вахитов уның өсөн махсус бейеүҙәр һала. Шаян “Ҡара тауыҡ”ты республикабыҙҙың ғына түгел, хатта сит илдәрҙең тамашасылары ла яратып алҡышлай.
Ансамблдә оҙаҡ йылдар эшләгән сәнғәт оҫталары Хисбулла Зөбәйҙуллин, Рим Бакиров, Тәлғәт Урмановтар йәш бейеүсегә сәхнә серҙәрен төшөндөрә, тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлаша. Артабан Йәүҙәт Бикбирҙин Бәхти Ғайсин һәм Кәтүк-Әхәт Ураҙмәтовтарҙың концерт бригадаһында эшләй. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарының ниндәй генә сәхнәһендә сығыш яһауына ҡарамаҫтан, һәр ерҙә ойоҫҡота баҫып, өҙҙөрөп һәм талпынып бейегән йәш артист бар халыҡты һоҡландыра.
Ул ҡуйған “Каруанһарай”, “Игеҙәков”, “Ҡараһаҡал”, “Маршрут”, “Перовский”, “Юлғотло һунарсы”, “Бейеш ҡараҡ”, “Ҡара тауыҡ”, “Кәкүк” һәм башҡа бейеүҙәре сәнғәт тарихында мәңге ҡалырлыҡ. Йәүҙәт Бикбирҙиндең бейеүҙәре халыҡсан, милли колоритлы, эске кисерешкә бай булыуы, сюжетлылығы менән башҡаларҙан айырылып тора.
Фото: Йәүҙәт Бикбирҙиндең ғаилә архивынан.