Бөтә яңылыҡтар

Донъя ҡумыҙсылары ярыша

16-17 июндә Якутск ҡалаһында III “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” халыҡ-ара конкурсы үткәрелә. Беренсе бындай сара 1991 йылда ойошторола. Унда, мәғлүм булыуынса, виртуоз ҡумыҙсы  исеменә Башҡортостандан Роберт Заһретдинов лайыҡ була.

2011 йылда үткәрелгән икенсе бәйгелә Башҡортостан вәкиле тағы еңеү менән ҡайтты – был юлы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов мәр­тәбәле исемгә лайыҡ булды. Башҡорт ҡумыҙында уйнау оҫтаһы быйылғы конкурсҡа почетлы ҡунаҡ, эксперт сифатында саҡы­рылған.

– Иң көслө ҡумыҙсыларҙы асыҡлар конкурста республика данын өс вәкил – Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров һәм Күгәрсен районынан музыкант Рәсих Садиҡов яҡлай, – тип хәбәр итте ул.

Талантлы егеттәргә уңыштар теләйбеҙ!

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: