Бөтә яңылыҡтар

Исеме мәңге хәтерҙә

1961 йылда Рәми Ғарипов музей асыу мәсьәләһен күтәрә.

culture.ru
Фото:culture.ru

16 июнь – башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Республикабыҙҙа уны йыл да киң билдәләйҙәр. Төп саралар Салауат Юлаевтың тыуған ерендә – Салауат районында уҙа. Төбәктә халыҡ батырының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында күп эш атҡарыла. Был йәһәттән район үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан Сала­уат Юлаев музейы тос өлөш индерә.

 

Ер республикаға ҡайтарылды

 

Йыл һайын Салауат Юлаев музейы биләмәһендә тантаналы сара ойошторола. Унда район етәксе­ләре, батырҙың тормош юлын өйрәнгән тарихсылар, шағирҙар һәм Салауат Юлаевтың шиғриәтен һөйгән йәш быуын сығыш яһай, батырҙың бюсына сәскә һала.

– Быйыл тантаналы йыйылыштан тыш, музейҙың үҙендә Салауат Юлаевтың тыуыуына 268 йыл тулыу һәм тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, В.П. Бирюков исемен­дәге премия лауреаты Виктор Сидоровтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы “Салауат батыр булған” тигән күргәҙмә асыласаҡ. Унда Виктор Владимировичтың фотолары, китаптары һәм диссер­тацияһы ҡуйыласаҡ. Күргәҙмәгә “Башҡорт халҡының батыры, ҡыйыу яугир һәм шағир” балалар һүрәттәре һәм ҡул эштәре район конкурсында ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәре ҡуйыласаҡ, – тине Салауат Юлаев музейы мөдире Зилә Садиҡова.     

Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улысы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Тикшереү ваҡытында Салауат үҙен “Өфө өйәҙенең Тәкә ауылында тыуған, Юлай ауылында йәшәгән” тип күрһәтә.

Мәғлүм булыуынса, милли ба­тыр­ҙың тыуған ауылы урынлашҡан ер быға тиклем Силәбе өлкәһенә ҡарай ине. Былтыр күрше өлкә менән Башҡортостан Республи­каһы араһында килешеү нигеҙен­дә был ерҙе республикаға ҡайта­рыу тураһында документҡа ҡул ҡуйыла. Силәбе өлкәһенең Мөлкәт министрлығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанға 2,8 гектар ер бирелә. Унда өйҙәр юҡ, сөнки 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалдан һуң ауыл тулыһынса яндырыла. Әле был урында Салауат Юлаевҡа арналған стела тора.

– Был өс гектар самаһы ер Силә­бе өлкәһе өсөн мөһим дә түгел­дер, ә Башҡортостан өсөн ул биләмә символик әһәмиәткә эйә. Әле лә кешеләр Салауаттың тыуған еренә уны иҫкә алырға бара, киләсәктә унда археологик ҡаҙыныу эштәре үтәсәк һәм был ауыл булғанлығы тураһында тарихи эҙҙәр табылыр, – тине Өфө “РБК” агентлығына биргән аңлатмаһында ғалим Салауат Хәмиҙуллин.

Был ауыл урынында йыл һайын шиғриәт флешмобы үткәрелә, унда килгәндәр Салауат Юлаевтың “Уралым” шиғырын күмәкләп һөйләй. Флешмобта балалар һәм ағинәйҙәр ҡатнаша. Шулай уҡ башҡорт батырының тыуған ауылы урынында уның иҫтәлегенә аяттар уҡыла.

Быйыл 15 июндә Салауат Юлаев музейында Рәсәй халыҡта­рының мәҙәни мираҫы йылына арналған “Салауат Юлаев леген­даларҙа һәм риүәйәттәрҙә” тигән темаға түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк. Унда тарих уҡытыусылары, төньяҡ-көнсығыш райондарының тыуған яҡты өйрәнеүселәре ҡатнашасаҡ.

 

Ул музей башланғысында торған

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, 1961 йылдың ноябрендә музей асыу мәсьәләһен күтәреп: “Районда музей төҙөргә кәрәк... Уға Салауат исемен бирергә”, – тип яҙған.  

XX быуаттың 60-сы йылдары башында Әлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусылары Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин һәм Әбүзәр Хәкимйән улы Сәйфуллин тирә-яҡты өйрәнеү түңәрәгенә йөрөгән балалар менән боронғо әйберҙәр һәм Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәттәр йыя башлай.

1965 йылдың 15 сентябрендә КПСС-тың Салауат район комитеты бюроһының һәм Башҡорт АССР-ы­ның район Советы депутат­тары­ның “Салауат Юлаев етәкселе­гендә батша самодержавиеһына ҡаршы башҡорт ихтилалы тураһын­дағы тирә-яҡты өйрәнеүселәр мөйөшөн ойоштороу хаҡында”ғы 219-сы ҡарары ҡабул ителә. Әлкә мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Әбүзәр Сәйфуллин лектор-экскурсовод итеп раҫлана. Уның менән берлектә эшләгән география уҡытыусыһы Тархан Заһиҙуллин музей һәм Салауатҡа бәйле урындарға экскурсия ойоштороу менән генә сикләнмәй, рәссам һәм оҫта ҡуллы кеше булараҡ, музейҙы биҙәү эшен дә алып бара. Әбүзәр Хәкимйән улын КПСС райкомы аппаратына күсерәләр, ә Тархан Сәғит улы 1975 йылға тиклем, тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшөн япҡансы, Салауат эҙҙәре буйлап экскурсия ойоштора. Унда Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналиндан һорау алыу протоколы күсермәһе лә һаҡланған.

1993 йылда Әлкә ауылы клубында Салауат Юлаев музейының филиалы асыла. Тархан Сәғит улы үҙенең улдары Айрат һәм Энгель менән музейҙы биҙәй. Тархан вафат булғандан һуң, 1998 йылда Әлкәләге музей филиалы ябыла.

КПСС-тың Салауат район комитеты бюроһының һәм Башҡорт АССР-ының район Советы депу­тат­тарының 1975 йылдың 19 де­кабрендәге ҡарары нигеҙендә Малаяҙ мәктәп-интернаты бина­һын­да Салауат Юлаев исемендәге тирә-яҡты өйрәнеү музейы ойошторола. Бында Әлкәләге музейҙың экспонаттары ла килтерелә. Ул ваҡытҡа тиклем үк директор Зәкә­риә Далхат улы Әлимбәтов етәк­селегендә йәмәғәт башланғысында уҡытыусылар ярҙамында булды­рылған Салауат Юлаев музейы эшләп килгән.

1980 йылдың 23 декабрендә тирә-яҡты өйрәнеү музейына Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министр­лығы Указы менән “халыҡ” исеме бирелә, ә таныҡлыҡты 1984 йылдың 18 майында тапшыралар. Йылдар үтә, музейҙың матди базаһы нығына бара, экспонаттар менән тулылана, килеүселәр ҙә арта – урын етмәй башлай. Шуға ла 1984 йылда Малаяҙ ауылы уртаһында буласаҡ яңы музейҙың нигеҙенә таш һалына.

 

Күмәк көс менән төҙөлә

 

Төҙөлөш ауыр осорға тура килә. Етешһеҙ йылдар. Әммә уны төҙөү Хөкүмәт өсөн дә, халыҡ өсөн дә мөһим була. Был эшкә егерменән ашыу ҙур компания булышлыҡ итә, махсус иҫәп асып, пред­приятие­ларҙан, ойошмаларҙан, халыҡтан аҡса йыялар, бағыусылар әүҙем ярҙам күрһәтә. Төҙөлгән музейҙың директоры итеп Хәтмулла Абдулла улы Ғафаров тәғәйенләнә.  

Шулай итеп, музейҙың яңы бинаһын дүрт йылдан һуң – 1991 йылдың 15 июнендә асыуға өлгәшәләр. Бөгөн ул тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.

Майҙаны 507,8 квадрат метр тәшкил итә һәм алты залдан, икенсе ҡатта ике яруста урынлашҡан ике ситке кулуарҙан тора.

Салауат Юлаев музейы фондында бөгөн 5380 дана экспонат һаҡлана.

Уларҙы йыйыуҙа мәктәп уҡыу­сылары, урындағы халыҡ ярҙам иткән. Мәҫәлән, Икенсе Иҙелбай ауылынан Зәнүфә Ғарифуллина 70-тән ашыу этнографик экспонат бүләк иткән. Музей хеҙмәткәрҙәре Салауат районы ауылдары буйлап экспедициялар ойоштора.

Халыҡты хеҙмәтләндереү йәһә­тенән эш етерлек – бында йыл һайын 18 меңдән ашыу кеше килә. 1991 йылдың 15 июленән 2021 йылдың 31 декабренә тиклем музейҙа төрлө йәштәге, төрлө белемле һәм ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған 400 меңдән ашыу кеше булған.

 

Геопарк менән бергә эшләйҙәр

 

Салауат Юлаев музейы “Янған­тау” геопаркының уҙаҡташы булып тора. Хеҙмәткәрҙәр, геопаркты үҫте­реү маҡсатында, уның билә­мәһендә үткән барлыҡ сараларҙа ла тиерлек әүҙем ҡатнаша. Музейҙа Салауат районында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар даими үтә. 

Исеме бөтә донъяға билдәле милли батырыбыҙ Салауат Юлаев­тың тормош юлы, бер нисә быуат үтһә лә, күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу уята. Шуға ла Салауат Юлаев музейына республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килә­ләр. Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан, күрше Силәбе, Свердловск, Пермь өлкәләренән, Татарстан һәм Волга буйының баш­ҡа республикаларынан, Ҡаҙағстан, Эстония, Венгрия, Болгария, Франция, Бөйөк Британия, Германия үҙе, Австрия, Голландия, Ҡытай, Япония, Төркиә, АҠШ, Франция һәм башҡа бик күп яҡтарҙан туристар баһалама китабында матур теләктәр яҙып ҡалдырған.

Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй, ти халыҡ әйтеме. Салауат Юлаев миҫалында беҙ был фекерҙең хаҡлы булыуын күрәбеҙ. Рес­публикабыҙҙың һәр төбәгендә Салауат исеме яңғырай, ҡала һәм район, парктар, урамдар, хоккей командаһы һәм башҡалар уның исемен йөрөтә. Ҡасандыр исемен әйтеү тыйылһа ла, бөгөн Салауат тигән меңәрләгән ир-егетебеҙ бар. Милли батырыбыҙ йәшәгән йылдар артта ҡала барған һайын, уның исеме һәм уға бәйле ваҡиғалар, урындар башҡорт халҡына, күп милләтле республикабыҙ өсөн тағы ла ҡәҙерлерәк һәм изгерәк була бара. Уға ҡарата бындай мөнәсәбәттең сере лә ябай – иле, халҡы өсөн үҙен аямаған батырҙар мәңге йәшәй, ә Салауат Юлаев – уның сағыу бер миҫалы.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: