“Башҡорттар – сағыу, үҙенсәлекле халыҡ. Эштәребеҙҙә уларҙың милли кейеменең матурлығын күрһәтке килде. Яугирлектәре, ҡыйыулыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙарының гүзәллеге, тотанаҡлылығы, ғорурлығы менән арбай башҡорттар”, – тип тәьҫораттары менән бүлешә Екатеринбург ҡалаһында ижад иткән рәссам Евгений Гладинов.
Һүҙ – күрше өлкә рәссамдары ижад иткән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәге портреттары хаҡында. Улар Екатеринбургтағы “Рәсәй тураһында – һөйөү менән” күргәҙмәһенә ҡуйылған. Эштәрҙе 19 июнгә ҡәҙәр барып күрергә мөмкин.
Евгений Гладинов һөйләүенсә, оҫталыҡ дәрестәрендә төрлө стилдә, төрлө материал менән ижад иткән һигеҙ рәссам ҡатнашҡан. “Башҡа милләттәрҙең портреттарын да, әйтәйек, мари һәм ҡаҙаҡтарҙыҡын, төшөргәнебеҙ бар, сыуаш милләте вәкилдәренекен планлаштырабыҙ. Шулай ҙа башҡорт милли кейеме айырыуса оҡшай. Ундағы ҡыҙыл төҫ! Ә затлы тире! Көмөш!” – тип һоҡланыуын йәшермәй рәссам.
Портреттарҙы яҙған ваҡытта башҡорт гүзәлдәре ижадсыларға халҡы тарихы, кейемдәге элементтар тураһында ла бәйән иткән. Моделдәрҙең береһе Гөлйөҙөм сәғәттәр буйы ҡымшанмай ҙа ултырыу бик ауырға тура килер тип уйлап хафаланған булған. “Бынан нимә килеп сығыр, тигән ҡыҙыҡһыныуым еңде. Һөҙөмтә ҡыуандырҙы. Бөтә портреттар ҙа оҡшаны, шулай ҙа Евгений Гладинов холҡомдоң тәү ҡарашҡа берәүгә лә күренмәгән һыҙатын – көслө башҡорт рухын биреүгә өлгәшкән. Бының өсөн уға рәхмәт”, – ти ул.
Проектты Евгений Гладиновтың художестволы студияһы Свердловск өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән “Беҙ – бергә” мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге булышлығында атҡарған.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА